-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
14 Февраль 2021, 16:22

"Мөғлөй". Башҡорт халыҡ уйыны.

1959 йылда Әлшәй районының Ташлы ауылында Әхмәтов Шәйҙулла Үзбәк улынан (1920 йылғы) яҙып алынғанБалалар тышта, саф һауала уйнаһын.

Уйнаусылар һаны күпме булһа ла ярай. Һәр яғы берәр метр шаҡмаҡ һыҙыҡ һыҙалар. 1 м самаһы һуғыу таяғы һәм 20 см мөғлөй таяғы була. Таяҡ ярҙамында шыбаға тоталар. Башҡа сыҡҡан уйын сы беренсе булып һуға, икенсеһе икенсе булып һәм артабан. Иң аҙаҡҡа ҡалған - «көтөүсе» була. Осоп киткән мөғлөй таяғын кире урынына һыҙыҡ уртаһына килтереп ҡуя. Уйын башланыр алдынан нисәгә тиклем уйнаясаҡтарын килешәләр. Әйтәйек, 30-ға тиклем. Бер һуғыу өскә хисапланып, һәр уйнаусы унар мәртәбә һуғырға тейеш була. Һәр уйнаусы үҙ сираты менән һуға. Һуғыусы һуҡҡанда мөғлөй таяғына тигеҙә алмаһа, уның 3 очкоға (мәрәй — Х.Г.) башҡаларҙан кәм була. Очколарын 30-ға тултырғандар, ситтә ултырып торалар (оҫта уйнаусылар). Иң аҙаҡҡа ҡалған, артабан «көтөүсе» була. Мөғлөй таяғын осороп ебәргәс көтөүсе: — Мөғлөй-й-й-й — тип, һыҙыҡтан китә лә, һыҙыҡҡа тиклем тын алмай, мөғлөйҙө килтерә.

Башҡорт халыҡ уйындары. — Өфө: Ғилем, 2006. Г.Р. Хөсәйенова
Читайте нас: