+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
14 Февраль 2021, 21:00

ӨЛГӨ АКТРИСА

Өлгө актриса Сибай театрының данлыҡлы актрисаларының береһе – Ғәшиә апай Абыҙгилдина. Һуғыш осоронда театрҙың директоры ла булған. Үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, сәхнәгә сығыу өсөн ярты сәғәт алдан әҙерләнә, образға керә.Бер мәл ауылда гастролдә йөрөйҙәр. Ғәшиә апайҙың был спектаклдә һәйбәт кенә урыны бар. Шул ерҙә тамашасы Ғәшиә апайға оҙаҡ итеп ҡул саба.Ни сәбәптәндер бер йәш актриса, сәхнәгә сығырға ваҡыт еткәс, ҡайҙалыр юғала. Уны саҡ эҙләп табып сәхнәгә индереп ебәрәләр. Ғәшиә апайҙың бик асыуы килә:– Шулай яраймы ни?! Бына мин илле йыл эшләйем театрҙа, ғүмерҙә лә сәхнәгә һуңлап сыҡҡаным юҡ! Минән өлгө алығыҙ! Шулай һөйләнә-һөйләнә, урамға сығып китә.Бына Ғәшиә апайҙың теге отошло урынды уйнар ваҡыты етә. Улай ҡарайҙар, былай ҡарайҙар – Ғәшиә апай юҡ!

Ләкин спектаклде туҡтатып тороп булмай бит! Ары китәләр. Бер ваҡыт сәхнә артына Ғәшиә апай килеп инә. Уға ябырылалар:
– Ҡайҙа йөрөнөң, һинең кусогың үтеп китте бит!..
– Нисек үтеп китте?! – тип ярһый Ғәшиә апай. – Минең данымды күтәргән урын. Һеҙ юрамал үтеп киткәнһегеҙ! Бер нәмә лә белмәйем, уйнайым ул кусокты!
Ғәшиә апайҙы туҡтатырға маташалар:
– Нисек уйнайһың? Урыны үтте бит, үтте! Хәҙер ул бер нисек тә йәбешмәй спектаклгә!
– Йәбешмәһен! Унда минең эшем юҡ!
(Аҙағы журналдың яңы февраль һанында)
Наил Ғәйетбай.
Читайте нас: