-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
12 Февраль 2021, 22:00

Заһир Вәлитов – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы: Ташты ярып сыҡҡан үләндәй көслө булдыҡ

Уҡытыусы менән генә уртаҡ тел табып булманы. Уның миңә ҡарата лексиконы “туңбаш”, “чүпрәк баш”, “кибәк баш” һүҙҙәренән генә тора ине. Етмәһә... һулаҡаймын. Яҙа алмай ыҙаланам. Сажиҙә апа: “Бу кул белән ручка тотмыйлар, артны гына сөртәләр”, – ти.Ул ҡул мәсьәләһе лә хәл ителде. Бер көндө өйҙә дәрес әҙерләйем, өҫтәл-ғәләмәт юҡ.

Ташты ярып сыҡҡан үләндәй көслө булдыҡ
Заһир Суфиян улы Вәлитов – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры.
1948 йыл. 1 сентябрь. Ул көндө йоҡонан иртүк торҙоҡ. Хәтеремдә, мине өләсәйем мәктәпкә әҙерләй. Әсәйем, мәшәүлегемә йәне көйөп, сырайын һытып ултыра.
Өләсәйем хәстәрле ҡарсыҡ булды. Киндерҙе йыйып, талҡыла талҡый ҙа, ҡабығынан еп иләп, станокта туҡыма һуға торғайны. Ул туҡыманың бер йылыһы ла юҡ, шулай ҙа ҡышҡы һалҡындарға тиклем киндерҙән тегелгән күлдәк-ыштан – бик ҡулай нәмә.
Мине лә мәктәпкә “ныҡлап” әҙерләнеләр: өр-яңы киндер күлдәк, төплө киндер ыштан, уҡыу әсбаптары өсөн киндерҙән тегелгән тоҡсай тегеп бирҙеләр. Ул тоҡсайға, һалабаштан ишеп, бау тағып ҡуйҙым. Аяғыма өр-яңы сабатаны кейеп, киндер “мануфактура”нан тегелгән күлдәк-ыштанды кейеп, киндер тоҡсайҙы иңбашыма аҫтым. Вәлиткә ҡунаҡҡа барған саҡта атайҙың бер туған һеңлеһе Хәкимә апай Мәләүез баҙарынан алып ҡайтҡан дөйә йөнөнән бәйләнгән түбәтәйҙе һарыҡ йөнө ала торған ҡайсы менән әсәй ала-ҡола итеп мөнтәгән башыма ҡаплап ҡуйғас, тәҙрә төбөндәге иҫке көҙгөгә ҡараным. Бындай башты күргәнем булмағандыр – ҡаршымда, көҙгөлә, һары түбәтәй аҫтында ҡарпыш ҡолаҡлы баш. Бигерәк тә ике яҡта тырпайып торған ике ҡолаҡ күҙгә ташлана. Етмәһә, икеһе ике төрлө. Береһе бигерәк ҙур, аҫҡы өлөшө дүрткелләнеп тора. Танау аҫты ла бигүк ҡоро түгел.
Мәктәп беҙҙән, Түбәнге Нарбуттан, бер саҡырым тирәһе алыҫлыҡтағы Үрге Нарбутта. Татар башланғыс мәктәбе. Тау итәгенә терәлеп ултырған иҫке мәсетте өскә бүлгәндәр. Икеһендә – уҡыу синыфтары. Береһендә Беренсе донъя һуғышы ветераны, уҡытыусы Рәхимов Һилал ағай (уның бер ҡулы сулаҡ ине) ғаиләһе менән йәшәй икән. Мәсеттең аҫҡы бүлмәһе лә бар, унда Һилал ағайҙарҙың малы урынлашҡан.
Беҙҙе, беренселәрҙе, өсөнсө синыф уҡыусылары менән бергә ултырттылар. Сажиҙә апа уҡытасаҡ. Ул мине, етәкләп килтереп, Нәзирә янына ултыртып ҡуйҙы. Нәзирә – күрше Һибәт ҡарттың берҙән-бер ҡыҙы, бергә уйнап үҫтек, тиһәң дә була. Уйнаныҡ тиһәң, хата булыр – күберәк һуғыша торғайныҡ. Ул аҙаҡ ҡайтып, ағаларына ошаҡлаша, улары, уңайы тура кил гәндә, мине төйгөсләп китә. Беҙҙең мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт “һуғышсан” булды. Бына әле лә, минең улты рыуым булды, Нәзирә, асыулы ҡарап, алыҫ ҡараҡ, партаның ситенә табан шылды. Тимәк, ул минең менән ултырыуына риза түгел. Быға бик иҫем китмәне.
Балаларҙы урынлаштырып бөткәс, Сәжиҙә апа, синыфҡа күҙ йүгертеп сыҡты ла, миңә төбәп: “Син нигә түбәтәйеңне салмыйсың?” – ти. Мин өндәшмәйем. Ишетмәмешкә һалышам. “Сиңа әйтәм, сал башыңны, ишетә сеңме? Башың таз түгелдер бит?”
Ни эшләйһең, түбәтәйҙе сисергә тура килде. Ала-ҡола башты күреп, барыһы ла шарҡылдап көлә башланы. Бигерәк тә өсөнсө синыфтар ныҡ көлдө. Йәнәһе лә улар ҙурҙар, күпте белә. Кемдер берәү “таҙбаш” тип ысҡындырҙы. Ғәрләнеп, башымды түбән эйәм. Уҡытыусыға ҡарайым – бәлки ул яҡлашыр?.. Юҡ. Ауыҙ ситен генә ҡыйшайтып, бер йылмайҙы ла таҡтаға нимәлер яҙа башланы. Минең мәктәптәге тәүге дәресем, шулай итеп, “таҙ” ҡушаматынан башланды.
Мәктәптән кәйефһеҙ ҡайттым. Әсәйем минең хәлде ишеткәндер, күрәһең: “Бар, Бәҙретдин бабайыңа барып, сәсеңде ҡырҙыр” – тине. Күрше Бәҙретдин бабай матур итеп башымды ҡырып сығарҙы. Уҡыусылар аҙаҡ минең баштан көлмәй башланы. Ә бына төплө ыштандан көлөүселәр булды. Шуның арҡаһында Камил исемле бер малай менән һуғышып киттек. Ул минән: “Ыштан төбеңә ничә кыяр сыя?” – тип һорағайны, асыуым килде. Ул, мине еңә алмағас, баш бармағымды тешләне. Тешләгән ере оҙаҡ төҙәлмәй йөрөп, тырнағым төшөп, урынына яңы тырнаҡ үҫеп сыҡты. Был һуғыштан һуң малайҙар миңә ихтирам менән ҡарай башланы.
Уҡытыусы менән генә уртаҡ тел табып булманы. Уның миңә ҡарата лексиконы “туңбаш”, “чүпрәк баш”, “кибәк баш” һүҙҙәренән генә тора ине. Етмәһә... һулаҡаймын. Яҙа алмай ыҙаланам. Сажиҙә апа: “Бу кул белән ручка тотмыйлар, артны гына сөртәләр”, – ти.
Ул ҡул мәсьәләһе лә хәл ителде. Бер көндө өйҙә дәрес әҙерләйем, өҫтәл-ғәләмәт юҡ. Дәфтәрҙе һике-урындыҡҡа һалғанмын, иҙәнгә тубыҡланып яҙам. Яҙыуымды – ташҡа үлсәйем!.. Балта тотоп, әсәйем яныма килде. “Тот ручкаңды уң ҡулыңа, юҡһа, һул ҡулыңды сабып өҙәм!” – ти. Йоҙроҡ менән башымды төйөп ҡуйҙы. Ҡалтырана-ҡалтырана, ручкамды уң ҡулыма алдым. Бына шул көндән башлап уң ҡулым менән яҙам. Күп эштәр һул ҡул менән эшләнә, ә яҙыу эше – фәҡәт уң ҡул менән.
Шулай көн артынан көн, йыл артынан йыл үтте. Йәйҙәрен әсәй менән көтөү көттөм, сентябрь еткәс, мәктәпкә йөрөүҙе дауам иттем. Туҡайҙы ярата торғайныҡ. – “Урамда буран”, “Һыу инәһе”, “Шүрәле” (“Шүрәле”не буш ваҡытта хәҙер ҙә уҡыйым) яратҡан әҫәрҙәрем булды. Арифметиканан насар уҡылды.
Нәзирә менән килешә алманыҡ. Хәбир исемле малай менән бергә ултыртып ҡуйҙылар. Ул ныҡ ҡыҙыҡ малай. Күҙҙәре бесәйҙеке кеүек, йәп-йәшел, янып тора. Синыфта иң шаяны ул булғандыр. Бер күҙен ҡыҫа, ә икенсеһе күсәрендә зыр әйләнә, бөтә синыф шарҡылдап көлә. Сажиҙә апаның шул саҡ ене ҡотора. Хәбирҙе, елкәһенән тотоп, бүлмәнән сығарып ырғыта.
Мәктәптәге эштәрем шыма ғына барманы. Өсөн сө синыфта уҡығанда, бер ваҡиғанан һуң, мәктәпте ташларға булдым. Ҡышын, сабата туҙмаһын тип, табанына тимер сыбыҡ менән ҡалай ямаулыҡ тегеп ҡуйғайныҡ. Сатнама һыуыҡ ҡыш ине. Дәрес бара, синыфта түҙеп торғоһоҙ, өшөтә. Өҫ кейемдәрен сисмәгәнбеҙ. Сажиҙә апа таҡтаға дәрес яҙа. Боҙланып ҡатҡан ҡалай табанлы сабатаны тыпырҙатам, сөнки аяҡ, үҙәккә үтеп, сәнсеп өшөй. Етмәһә, сепрәк сылғауҙың бер ере, үксә яғы, асыҡ ҡалған. Ҡалай табан иҙәнгә ышҡылып, шығыр-шығыр килә. Сажиҙә апаның бер ҡыҙыҡ кәм селеге бар ине – хатта таҡтаға яҙып торғанында ла аҡбур шығырҙауын күтәрә алмай. Теше ҡамаша. Беҙ быны беләбеҙ. Тағы ла шығыр… (Этлеккә баш эшләй!) Һиҙәм – шығырлау Сажиҙә апаның тешенә тейә.
– Кем шығырҙата?
Йүгереп килеп партаны ҡарай. Тағы ла шығырҙағас, уҡытыусы эштең ниҙә икәнен аңлап алды. Ажарланып килеп, елкәмдән тотоп алып, партанан һөйрәп сығарҙы. Таҡта янына баҫтырып ҡуйҙы. Ҡалай табанлы сабата баҫҡан һайын бер туҡтауһыҙ шығырлай. Сажиҙә апаның ене ҡоторҙо – шығырҙаған аяҡҡа һарғайып бөткән аҡ быймаһы менән типте. “Күтәр!” – ти. Мин аңламайым, уға төбәлгәнмен. “Күтәр, дим!” Аңланым – аяғымды күтәрҙем. Башымдағы иҫке һалдат бүреген систереп, аяғыма, сабата башына элеп ҡуйҙы. Бер аяғымда ғына баҫып ҡалдым. Сажиҙә апа мине тағы ла бер тапҡыр ентекләп ҡарап сыҡты ла, үҙенең уйлап сығарыу һәләтле легенә ҡәнәғәт булып, бер ни булмағандай, таҡ таға яҙыуын дауам итте.
Ул йылдарҙа ҡартәсәйемдең кесе улы Шакир ағайым Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә ине. Бер ҡайтҡанында иҫке шинеле менән һалдат бүреген ҡалдырып китте. Әсәйем шул шинелдең итәгенән салбар тегеп бирҙе. Ә бүрек туҙып, тишелә башлағас, ямаулыҡ һалып бирҙе. Әсәйҙең тегеү эшенә оҫталығы юҡ ине, ул шинелдән тегелгән салбар төбөнә, мин һиңә әйтәйем, күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, илле ҡыяр һыйыр. Етмәһә, ҡул менән тегелгән йөй бот араһын шул тиклем ҡыра, әммә, ни эшләмәк кәрәк, сыҙарға тура килә. Ул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы ғүмер буйы онотмайым. Беҙҙең бала саҡ һуғыштан һуңғы ауыр замандарға тап килде. Шулай булһа ла, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәнек. Кеше булырға тырыштыҡ. Кейемем юҡ, бөгөн тамағым ас, тип, төшөнкөлөккә бирелмәнек. Уҡырға, белем алырға ынтылдыҡ. Ташты ярып сыҡҡан үләндәй көслө булдыҡ.
(Заһир Вәлитовтың иҫтәлектәре “Йылдарым-юлдарым” исемле китабынан алынды).
Заһир Вәлитов әсәһе Ғилмийә Муса ҡыҙы, өләсәһе Хөпъямал Ғәйзулла ҡыҙы менән. 1954 йыл.
Читайте нас: