Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуа. Тыуған ауылында етенсе синыфты тамамлағас, Өфөгә килеп, 9-сы башҡорт мәктәбенә (хәҙерге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡырға инә. Артабан Мәскәүҙә А. М. Горький исемендә ге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
“Совет Башҡортостаны” гәзитендә, Башҡортостан китап нәшриәте, “Ағиҙел” журналы, Салауат районы гәзите редакцияһында эшләп ала.
Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре була. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара.
Рәми Ғарипов Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, ә Өфөлә, 9-сы мәктәптә уҡығанда, әҙәби түңәрәктә әүҙем ҡатнашыуы, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыуы, консультациялар алыуы уның ижадын йән ләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уны ижад нигеҙҙәрен нығыта.
Бөйөк шағир матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Уның “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй.
Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.
Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған “1937” поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә.
1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: “(башҡорт) Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ”; “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ” һ.б. Бөйөк шағир 1977 йылда 45 йәшендә генә вафат була!