+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Февраль 2021, 22:00

Сер ғилеме эйәһе Ғабдрахман Рәсүлев

Ҡара көстәр ярҙамын ҡулланған Гитлер бер ниҙән ҡурҡманы, фашист ғәскәре, Рәсәй илен ҡыйратып-емереп, алға барыуын белде. 1942 йыл. Дошман ғәскәре Волга ярына килеп еткән. Рәсәй иленең хәле ныҡ мөшкөл булыуын аңлаған юлбашсы дин әһелдәрен ярҙамға саҡыра. Башта йәшерен генә илебеҙ өсөн доға ҡылған Рәсәй иле диндарҙары, руханиҙары инде асыҡтан-асыҡ сиркәүҙәргә барып, Аллаһтан ярҙам һорай. Себер шамандары үҙҙәренең йәшерен ғәмәлен ҡылып, рухтарҙы, илаһи көстәрҙе ярҙамға саҡыра. Өс йөҙгә яҡын шаман Мәскәүгә килеп, Сталиндың көс-ҡеүәте артһын тип, уға үҙҙәренең илаһи ҡөҙрәттәрен биреп киткән, тинеләр. Һынылыш мәле етеүен юлбашсы яҡшы аңлай. Ни эшләргә? Дошман көслө һәм аяуһыҙ. Рәсәй иле өсөн иң ауыр көндәрҙә ил башлығы, аптырағандың көнөнән, теге саҡта мосолман легионын тарҡатыуҙа ярҙам күрһәткән Ғабдрахман ишанды иҫенә төшөрә һәм уны Мәскәүгә саҡыртып ала ла:

ИСТИХӘРӘ НАМАҘЫ
– Кәңәш бирә алмаҫһыңмы, ишан хәҙрәттәре, беҙгә ни эшләргә? – ти.
– Истихәрә намаҙын уҡыйым да, төнөн миңә әшкәртеү булыр, иртәнсәк әйтермен, – ти мөфтөй.
– Истихәрә намаҙы? Был турала ишеткәнем булманы. Мин күрәҙәләрҙе лә, шамандарҙы ла саҡырҙым, улар был турала әйтмәгәйне.
– Истихәрә намаҙы – мосолмандыҡы, ул ниндәйҙер олуғ эште башлар алдынан, уның хәйерле булыуын Аллаһтан теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле серле нәфел намаҙы.
– Аллаһтан һорау инде. Ярар, һорарбыҙ. Улайһа, иртәнсәк осрашырбыҙ.
Ғабдрахман ишан төн уртаһында тулы тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт истихәрә намаҙын уҡыны ла, ярҙам һорап, Аллаһҡа һығынды:
– Эй, бөйөк Хикмәт эйәһе, йыһандар хужаһы Аллаһы Сөбхәнә Тәғәләм! Ялбарам, Тыуған илебеҙҙән фашист илбаҫарҙарын ҡыуып сығарырға ярҙам итсе!
Иртәнсәк тороуға Сталин уны саҡыртып алды.
– Йә, ишан хәҙрәт, ни әйтерһең?
– Ғәфү итегеҙ, ғәйеп итмәгеҙ, дөрөҫөн әйтмәй хәлем юҡ, – тип башланы һүҙен Ғабдрахман ишан. – Илебеҙҙең яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Хәл иткес мәл – һынылыш мәле етте: йә бөтә көстө туплап дошманды Волга буйынан ҡыуабыҙ, йә еңеләбеҙ. Ныҡ әҙерлекле вермахт дивизияһы ғәскәрҙәрен автоматтан, пушканан атып ҡына еңеп булмаҫ, аненербе көсөн ҡулланған нацистарҙы еңер өсөн доға, ғибәҙәт көсөн дә ҡулланыу кәрәгер. Паулюс армияһына ярҙамға унда тағы бер армия ҡуҙғалырға тора. Гитлер ҡара көстәр менән берләшкән, уларҙы ла ярҙамға саҡырасаҡ, улар аненербеның сихыр көсөн файҙаланыр. Ул ошо юл менән Европа илдәрен үҙенә буйһондорған, инде беҙҙең илде яулап алырға йыйына.
Сталин Ғабдрахман ишанға ғәжәпләнеп ҡараны ла һорау бирҙе:
– Бындай ғилем һиңә ҡайҙан килде һуң?
– Атайым Зәйнулла ишан Рәсүли бик ҡөҙрәтле рухани булды. Ул беҙгә: “Мәрхүмдәрҙең рухы ҡөҙрәтле, ул тереләрҙән көслөрәк. Рухтар ярҙам итә ала”, – тип әйтә торғайны. Төндә мин атайымдың рухынан да ярҙам һораным. Ул миңә: “Һинең үҙеңдә лә шундай уҡ илаһи көс бар, ваҡыт етте, ҡуллан,” – тине.
– Ниңә һин быларҙы элегерәк белмәнең икән? – Ил башлығы Ғабдрахманға һынсыл ҡарашын төбәне.
Ғабдрахман бының сәбәбен әйтеп торманы, Сталиндың был һорауына яуап биреп тормайынса, әйтер фекерен дауам итте:
– Нацистар – ҡара көстәр ялсыһы. Улар Волга йылғаһын аша үтеп сығырға тейеш түгел. Рус халҡы Волганы “Мать-река” тип атай. Волга-Әсәне ҡара көстәрҙән, аненербе сихырсыларынан бысраттырырға ярамай. Аҙағы насар булыуы ихтимал.
– Христиан руханиҙары ла шулай тигәйне. Тик нисек Волга аша сығармау юлын әйтмәнеләр.
– Шулай булғас, нисек кенә ауыр булмаһын, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә. Шул ғына.
Ил башлығы мөфтөйҙөң фекере менән килеште:
– Совет армияһына был указды үтәү ауыр булыр, күп ҡорбандар талап ителер. Һеҙ, мөфтөй, хаҡ әйттегеҙ, әммә илебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ошондай указ кәрәк.
– Әгәр ошо әйткәндәрҙе эшләһәгеҙ, һеҙҙең указ ҙур көскә әйләнер. Күп тә тормай совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме башланыр, дошман дивизияһы ҡамауға алыныр. Ошо ерҙә Бөйөк Ватан һуғышының һынылышын күрәм. Немец ғәскәрҙәре күпләп ҡырылыр. Күрәм, хатта Сталинград һуғышынан һуң Германияла дөйөм милли траур иғлан ителер.
Донъяла ябай кешеләр аңлай алмай торған илаһи көс барлығын белгән ил башлығы ишандың һүҙҙәренән һуң уйға сумды. Бер аҙҙан телгә килеп: “Ошо әйткәндәрегеҙ барып сыҡһа, һеҙҙең өсөн бер ни йәл түгел. Ни теләйһегеҙ, барыһын эшләрмен”, – тине.
– Хәл бик етди. Дошмандың көсөн Волга буйында һындырырға кәрәк. Миңә самолет бирегеҙ. Үҙем менән көслө энергетикалы ике хәҙрәтте алып килдем. Юлдаштарым менән һауанан бөтә позициияларҙы, Волга буйҙарын өшкөрөп сығам, – тине мөфтөй.
Шул көндө үк Сталин “Ни шагу назад!” тигән указ сығарҙы ла был указды бөтә совет халҡына, хәрбиҙәргә тараттырҙы һәм, һауанан өшкөрөп сығыу өсөн, Ғабдрахман мөфтөйгә самолет беркетте.
Ғабдрахман ишан үҙе менән илаһи көстәр сер ғилеменә уҡытҡан Шамиғол хәлфәне һәм Ғабдулла Сәйедиҙең улы Мөхәмәтәнүәр хәҙрәтте алып килгәйне. Иманы камил, бергәләшеп ҡара көстәргә ҡаршы тора алырҙар, иншаллаһ. Йәнә мөфтөй Өфөләге мөфтиәткә хәбәр итеп, Башҡортостанда репрессиянан имен ҡалған дин әһелдәренә тау баштарына менеп зекерҙә ултырырға ҡушты.
Ил башлығы Ғабдрахман Рәсүлевтең әйткәндәре хаҡында уйланды. Гитлерҙың оккультизмын, артефакттар йыйыуын, аненербе тигән ойошмаһы барлығын ҡайҙан белде икән был мөфтөй? Барыһын да дөп-дөрөҫ әйтте бит. Был хаҡта Сталин үҙе лә күптән хәбәрҙар. “Эйе, был кеше ябай түгел, ул үҙенең көслө энергетикаһы менән халыҡ төркөмөнә лә, айырым кешеләрҙең аңына ла тәьҫир итә алыр. Уның был һәләтен ҡулланырға кәрәк”, – тип уйланы ул.
Башҡортостандың шул замандағы иң ҡөҙрәтле дин белгестәре Шамиғол хәлфә менән Мөхәмәтәнүәр хәҙрәт, икеһе лә илаһи көс эйәләре булараҡ, Ғабдрахман Рәсүлев менән бергәләп, фельдмаршал Паулюстың армияһына ҡаршы тора алырҙарына, ошо ерҙә дошман армияһының артабанғы юлын туҡтатып булырына ышанды. Мотлаҡ һынылыш булырға тейеш! Улар Аллаһы Тәғәләнән һиҙгер аңлы, зирәк зиһенле, камил иманлы мөфтөйгә ярҙамға рәхмәт фәрештәләрен ебәреүен һораны.
Ғабдрахман мөфтөй һәм Башҡортостандан килгән хәҙрәттәр башта “Ән-Наср” тигән – ярҙам һорау, “Әл-Фәтх” тигән еңеү сүрәләрен уҡыны ла, “Фил” сүрәһен бергәләп әйтеп, бер нисә тоҡ ҡырсынды өшкөрөп алдылар. Иртәгеһен өшкөрөлгән ҡырсынды һауанан немец фашистарының өҫтөнә һибеп сыҡтылар.
– Суҡыштарындағы утлы балсыҡты баҫҡынсыларҙың өҫтөнә ташлап, Йемен хакимы Аб-раха ғәскәрен юҡ иткән ҡоштар кеүек, беҙҙең ҡырсындар ҙа дошман ғәскәрен тар-мар итһен, иншаллаһ, – тип доға ҡылды ил имамдары.
– Амин. Ялынып һорайым, Аллаһы Тәғәләм, ҡабул итсе доғаларыбыҙҙы, – тине Ғабдрахман ишан. – Хаҡлыҡ кем яғында икәнде белеп, күреп тороусы һин бит үҙең. Яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттарҙың, халҡыбыҙ изгеләренең рухы аша, мең ғазапҡа дусар булған халҡыбыҙ исеменән ялбарып һорайым, Раббийым, ярҙам ит беҙгә.
Самолетта осоп йөрөп, яуыз ҡара көстәр менән көрәшеү хәҙрәттәргә еңел бирелмәне, улар тау-таш аҡтарып, хәлдән тайған кешеләй килеп ҡоланылар ҙа бер тәүлек буйы уянмаҫтан йоҡланылар. Тик Ғабдрахманды ғына йоҡо алманы. Ул төнө буйы Ҡөрьән уҡыны. Таңға табан ойоп киткәйне, атаһы төшөнә инде: “Улым, Аллаһы Тәғәләбеҙ доғаңды ҡабул итте. Тиҙҙән дошман еңелеп, үҙ өңөнә табан ыҡлар, хәүеф сигенер. Көнө етте, иншаллаһ, совет ғәскәре дошманды илдән ҡыуа башлар. Илебеҙ фашист илбаҫарҙарын еңер, иншаллаһ! Амин! – тине. – Иртәгәнән башлап көн ныҡ һыуыныр. Көтмәгәндә күҙ асҡыһыҙ буран сығыр. Бындай һыуыҡты күрмәгән, еңел генә кейенгән фашистар өшөүҙән ауырый башлар, аслыҡтан ҡырылыр. Генерал Паулюс үҙ теләге менән пленға бирелер. Пленға алынған армияһын, фельдмаршалдың үтенесе буйынса, тар-мар итмәҫтәр, төҙөлөш эшенә ҡушырҙар. Волгаға табан килгән икенсе бер армия һалдаттарының да юлы быуылыр”. Ғабдрахман мөфтөй ҡыуанып уянды. “Иншаллаһ, йә Хоҙай, шулай ғына була күрһен!” – тип алҡышланып Аллаһҡа һығынды. Атаһының рухына рәхмәт уҡып, доға ҡылды. Ауыр саҡта рухым ярҙамға килер тигәйне, бына бит, иншаллаһ, төшөнә инеп ни булырын алдан әшкәртте. Былай булғас, Аллаһ ярҙамы менән ҡара көстәрҙе еңербеҙ, дошман илдән ҡыуылыр.
Советтар Союзының етәксеһе, генералиссимусы, маршалы Иосиф Сталин әйткән һүҙендә торҙо. Ғабдрахман Рәсүлевкә Рәсәй мосолмандарын алып, хажға барырға юл асылды, китабын да сығарҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы Совет иленең еңеүе менән тамамланғас, Сталиндың указы менән Башҡортостанда һәм дә Силәбе өлкәһендә мәсеттәр һалынған. Мосолман халҡын ҡыуандырған был мәсеттәр, Ғабдрахман мөфтөйҙөң изге эштәренә һәйкәл булып, илгә иман нуры таратып, бөгөнгө көндә лә эшләп килә.
Совет һалдаттары Германияға барып етеп, Бөйөк Еңеү көнө иғлан ителгәс, халыҡ араһында, юлбашсыбыҙ мөфтөйгә еңел машина бүләк иткән, тигән иҫтәлектәр ҙә йәшәй.
Ғабдрахман Рәсүлев: “Һауала осоп, өшкөрөп йөрөү, ҡара көстәргә ҡаршы көрәшеү миңә еңел бирелмәне, – тип әйткән дуҫтарына. – Ошо бер нисә сәғәт эсендә ғүмерем ун йылға ҡыҫҡарҙы”. Ябай кешеләр мөфтөйҙөң ғүмере ниңә ун йылға ҡыҫҡарыуына төшөнә алманы. Тик донъяның барлыҡ серен белгән Шамиғол хәлфә менән Мөхәмәтәнүәр хәҙрәткә генә барыһы ла мәғлүм булды. Әммә был хаҡтағы серҙе улар һис берәүгә сығарманы, мәңгелек донъяға үҙҙәре менән алып китте.
1950 йылда 69 йәшлек Ғабдрахман мөфтөй Рәсүлевтең изге йәне Аллаһ хозурына күсә. Оло хөрмәт менән уны Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсете баҡсаһына ерләйҙәр.
Лира ӘХМӘТ–ЯҠШЫБАЕВА.
Читайте нас: