+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Февраль 2021, 13:42

Саҡмағош джентльмены

Беҙ яратып ҡараған “Уңыш джентльмендары” (“Джентльмены удачи”) комедияһы геройы - Василий Алибабаевичтың ролен башҡарған актер Раднэр Моратов беҙҙең яҡташ. Уның атаһы Зиннəт Моратов – Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылынан.

Башҡортостанда тыуып үҫкән Зиннәт Ибәт улы Ленинградта политехник институтҡа уҡырға инә. Шунда студент осоронда өйләнә. Бер аҙҙан йәштәрҙең ғаиләһендә буласаҡ актер донъяға килә. Атаһы сәйәси ҡарашлы булғанға, малайға Раднэр тигән исем ҡуша (руссанан – “радуйся новой эре”). Коллегалары хәтерләүенсә, актер был исемде өнәп етмәгән. Үҙе менән Радик тип таныштырыр булған.
Зиннәт Ибәт улы артабан сәйәси майҙанда ҙур уңышҡа өлгәшә. Омск, Киров өлкәләрендә яуаплы вазифаларҙа эшлә гәндән һуң, уны Татарстан партия өлкә комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Яҡташыбыҙ ун өс йыл дауамында күрше республиканың алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Ә инде улы сәнғәт юлын һайлай.
Саҡмағош джентльмены Раднэр Моратов “Уңыш джентльмендары” фильмынан һуң киң танылыу яулай.
Читайте нас: