-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Февраль 2021, 20:00

Ек Мәргән

Башҡорт эпосы, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы.

Эпосты XX быуат башында яҙыусы Фәйзи Вәлиев яҙып алған һәм был әҫәр беренсе тапҡыр «Аң» журналында («Белем», Ҡаҙан) баҫылып сыға.
Эпик әҫәрҙә башҡорттарҙың Ҡаҙан ханлығы хакимдары менән көрәше һүрәтләнә.
Эпостың төп персонажы — «яугирҙәр юлбашсыһының» тол ҡатыны Туғыҙаҡ әбейҙең туғыҙынсы улының туғыҙынсы улы". Атаһы улына Ек тигән исемде ҡуша, иҫке төрки теленән «намыҫлы, аҫыл» тип тәржемә ителә. Барымтанан — күрше ҡәбиләне барып талағандан һуң уның бөтә ғаиләһе һәләк була. Ек ғәләмәт көслө һәм ҡыйыу батыр булып үҫә. Яндан мәргән атҡаны өсөн уға Мәргән ҡушаматы тағыла.
Бер мәл ул шундай төш күрә: йәнәһе атаһы уның киләсәктә бөйөк кеше булып китеүе тураһында бәйән итә. Оҙаҡламай Ек Мәргән тыуған илен Ҡаҙан ханлығы иҙеүенән ҡотҡарыу өсөн көнбайыш тарафта йәшәгән башҡорттарҙан ғәскәр туплай. Ек Мәргәндең ғәскәре ханлыҡты баҫып ала һәм башҡорт халҡын Ҡаҙан ханына яһаҡ түләүҙән ҡотҡара.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, башында Ҡаҙан ханы торған көслө ғәскәр был ерҙәрҙе ҡайтанан үҙенә ҡайтара. Бер һуғышта Ек Мәргән ирекле рәүештә баш һала. Батырҙы зинданға ябалар. Ә бер нисә йылдан һуң хан алдындағы яҡшы эштәре өсөн Ек Мәргәнде азат итәләр.
Читайте нас в