Юлғотло бәләкәйҙән үк бик теремек малай булған, ай үҫәһән көн үҫеп, бик тиҙ егет ҡорона ултырған. Атаһы уны йәштән үк һунарға өйрәткән булған. Көндәрҙән бер көндө һунарҙа йөрөгәндә, быға ике һылыу ҡыҙ тап була.
— Ни эшләп йөрөйһөгөҙ? — тигэн Юлғотло быларға.
— Еләккә килдек, — тиҙәр тегеләр. — Ә һин үҙең ни эшләп йөрөйһөң?
— Мин һунар тотам, — ти егет, — төлкө атам, ҡуян тотам.
— Мә, ағай, еләк аша, — тиҙәр ҡыҙҙар.
— Миңә еләгегеҙ кәрәкмәй, үҙегеҙ кәрәк, — ти ҙә Юлғотло ҡыҙҙарҙың береһен тотоп та ала. Икенсеһе ҡурҡышынан ҡысҡырып ауылға ҡаса. Алып ҡалған ҡыҙҙы Юлғотло өйөнә алып ҡайта. Ауыл халҡы йыйылып хөкөм итәләр. Ҡыҙ әйтә:
— Мин унан ҡалмайым, — ти. Шул ерҙә ике йәшкә фатиха бирәләр, шунан йыр сыға
Һыу буйына сыҡты ла Юлғотло.
Моңайып та ғына йөрөй торғас,
Ике матур ҡыҙға ла юлыҡты.
Ҡыҙҙар күргәс ҡурҡып ҡасыр инем -
Йәш йөрәгем менән бүркем бар.
Ҡалған яғын үҙәң беләһеңдер,
Хөкөм итһәң, кантон, иркең бар.