Легендаларҙың береһе буйынса, 1856 йылда
Александр II батшаның тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнашҡан һәм унан полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан Бутисовҡа арналған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ХIХ быуаттың 50- се йылдарында
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе кантондарының береһе идаралығында ағалы–ҡустылы
Шәйәхмәт менән Мөхәмәтсадиҡ Бутисовтар хеҙмәт иткән. Фаразланыуынса, Ҡуйсан ауылында (хәҙерге
Ҡурған өлкәһе,
Сафакүл районы) йәшәгәндәр. Йырҙа уларҙың береһе тураһында һүҙ барыуы мөмкин.