+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
30 Ғинуар 2021, 12:00

Шәйехзада Бабич

Йырлай башлайым, шунда һалҡын ел иҫеп, йырҙы киҫә...

ҠЫШҠЫ ЮЛДА
Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына,
Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына.

Алдымда аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап аҡ-аҡ булып,
Ынйы-мәрйендәр сәселгән өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып.

Юл ситендә ҡар киҫәктәре торалар теҙелешеп,
Барыһы ла эйелеп ҡалалар, хуш-иҫән бул, тиешеп.

Аҡ ҡояш нур ептәрен һуҙған да ергә нур һибә,
Нурлы ептәрҙән ағып, моңло күңелгә йыр килә.

Йырлай башлайым, шунда һалҡын ел иҫеп, йырҙы киҫә,
Ай, уҫал ел ҡырҙағы бар йәмде, бар моңдо киҫә.
1916
Читайте нас: