+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
28 Ғинуар 2021, 17:10

Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында ауылдашы, балалыҡ дуҫы Фәүжәт Әлмөхәмәтов:

Ғөбәйзулла Рәхимов улдары Гәрәй һәм Мортаза (уртала) менән

Уҡыуға шәп булды Мортаза. Минән бер синыф алда уҡыны. Спорт менән ныҡ шөғөлләнде. Өфөгә техникумға уҡырға ингәс, ҡайтҡан ваҡыттарында бәләкәй йылға буйына текә ярға саңғы менән барып, “Өфөлә шулай итеп трамплиндан һикерәләр” – тип, саңғы менән кәйелеп шыуа ине. Ә беҙ уның артынан аунай-аунай йүгерәбеҙ.
Мортазаның көслө булыуын бөтә ауыл малайҙары ла белә ине. Һыңар ҡул менән гер уйната торғайны. Ике ботлоҡ (32 килолыҡ) герҙе күккә сөйөп ебәрә лә, осоп төшөп килешләй, һауала уҡ кире тотоп та ала. Шунан мине өйрәтә, ә минең көс етмәй, саҡ ҡулымды һындырманым.
Читайте нас: