бер нисә көн трактор кабинаһында, майлы сепрәккә төрөп йөрөтә. Олораҡ кешеләргә күрһәтеп, алтын икәнен белгәc, дәүләткә тапшырырға була. Хәҙер ул алтын Өфөлә, Милли музейҙа һаҡлана һәм Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәй федерацияһының милли ҡаҙанышы булып һанала. “Ирәндек айыуы” ерҙә 400 йылдан ашыу ятҡан аҫылташ.
Һәр алтын киҫәге ғәжәйеп тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала һәм үҙ хаҡына ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк баһалана, ҙурыраҡ булған һайын, уның хаҡы ла арифметик прогрессия буйынса арта бара. Ул фән өсөн дә бик ҡыҙыҡлы. Эре алтын киҫәктәренә ғәҙәттә исем бирелә. Был алтын киҫәгенә кемдер «Ирәндек айыуы» тигән исем биреп өлгөргән дә инде. Алтын киҫәгенең ауырлығы — 4 880,06 грамм (уның 4,58 һәм 1,31 грамлыҡ ике өлөшө «өҙөп» алыныуға ҡарамаҫтан әлеге ваҡытта улары ла иҫән һаҡланған). Оҙонлоғо — 31 см, киңлеге — 18,5 см, ҡалынлығы төрлөсә — ярты см-ҙан 1,5 см-ға етә.