+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
25 Декабрь 2020, 12:08

ЮРМЫЙ

Юрмый ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә бөгөн Татарстан Республикаһының Әлмәт, Лениногорск, Бөгөлмә, Аҙнаҡай һәм Мөслим райондары урынлашҡан. Был ырыуҙың биләмәһенең күп өлөшө элек Минзәлә өйәҙенә ҡараған, шуға ла уларҙы Минзәлә башҡорттары тип атайҙар. 1920 йылда Юрмый ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Татарстанға бирелгән. Ә Башҡортостанда иһә юрмый башҡорттары Баҡалы районында йәшәй. Урманай, Һөйөндөк, Урсай, Әзмей, Мостафа, Саҡат, Ҡамышлытамаҡ ауылдары Юрмый ырыуына ҡарай.Татарстанда ҡалған Юрмый ырыуы башҡорттарының киң билдәле ауылы, әлбиттә – Аҙнаҡай. Башҡорт ауылы икәнлеген исеме үк әйтеп тора. Ул ауыл Аҙнаҡай районының үҙәге булып тора. Әлмәтмулла исемле тағы бер юрмый башҡорттары ауылы Әлмәт районына исем биргән.

Юрмый ырыуы башҡорттарынан күп кенә арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың иң билдәлеһе – мәшһүр башҡорт ғалимы, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов. Ул 1859 йылда Кисеүсат исемле юрмый башҡорттары ауылында тыуған (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы).
Юрмый башҡорттарынан сыҡҡан тағы бер күренекле шәхес – яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Афзал Таһиров. Ул 1890 йылда Бөгөлмә өйәҙенең Абдрахман ауылында (хәҙерге Татарстан-дың Әлмәт районы) тыуған. 1931 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының рәйесе итеп һайлана. 1934 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштора һәм уның тәүге рәйесе итеп һайлана. “Һалдаттар”, “Ҡыҙылгвардиясылар”, “Ҡыҙылармиясылар” исемле романтрилогия яҙа.
Яҙыусы, драматург Фазыл Туйкинда – шулай уҡ Юрмый ырыуы башҡорттарының күренекле вәкиле. Ул 1887 йылда Бөгөлмә өйәҙенең Зәй-Ҡаратай ауылында тыуған (хәҙерге Татарстандың Лениногорск районы). Ул күп кенә әҫәрҙәр яҙа. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен туплай. Фазыл Туйкиндың иң күренекле әҫәре 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына бағышлана. 1812 йылда “Ватан ҡаһармандары” исемле тарихи-пьеса яҙа. Унда башҡорт яугирҙарын данлай. Уның ағаһы Кәбир Туйкин да яҙыусы булараҡ таныла.
Шулай итеп, Юрмый ырыуы башҡорттары үҙенең күренекле шәхестәре менән дан тота. Улар – башҡорт халҡының тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ир-уҙамандар.
Азат ЮЛАН, тарихсы.
Читайте нас: