+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
1 Декабрь 2020, 21:14

#БашҡортТеле2020 Рауил БИКБАЕВ:

"Хәҙер шул йылдарҙы иҫкә төшөрәм дә күп нәмәгә хайран ҡалам. Башҡортостандан ситтә бүленеп ҡалһаҡ та, беҙ мәктәптә бөтә фәндәрҙе лә тик башҡортса ғына уҡыныҡ. Барлыҡ дәрестәр тик туған телдә алып барылған бындай милли мәктәптәр хәҙер Башҡортостандың үҙендә лә юҡ. Булған бит заманалар! Тик башҡортса ғына уҡытылған мәктәпте тамамлаһалар ҙа, яҡташтарым белем баҫҡыстары буйлап артабан да үрләүен дауам итте. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни: беҙҙең ошо бәләкәй генә Ғәбдрәфиҡ тигән башҡорт ауылынан илленән артыҡ кеше юғары уҡыу йортон тамамлаған! Бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡыу уларҙың юлында һис кенә лә кәртә булмаған бит"...

Рауил БИКБАЕВ, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, дуртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы.
Ул замандарҙа – беҙ уҡыған йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа мәктәпһеҙ интекмәй торғайны. Хатта утыҙ-ҡырҡ йорттан торған бәләкәй генә ауылдарҙа ла башланғыс мәктәптәр гөрләп эшләне.
Ырымбур өлкәһендә мин тыуып үҫкән төбәкте Туҡсоран яҡтары тип йөрөтәләр. Заманында ул, Туҡсоран кантоны булып, Башҡортостан Республикаһына ингән. Аҙаҡтан унан айырылып, Ырымбур өлкәһендә тороп ҡалған.
Мин 1946 йылда Соран буйындағы Ғәбдрәфиҡ ете йыллыҡ мәктәбенә беренсе синыфҡа уҡырға барҙым. Ауылыбыҙ ҙур түгел, унда һикһәнләп кенә йорт. Шулай булһа ла, мәктәп һәйбәт эшләне. Хатта беҙгә ситтән дә килеп уҡый торғайнылар.
Хәҙер шул йылдарҙы иҫкә төшөрәм дә күп нәмәгә хайран ҡалам. Башҡортостандан ситтә бүленеп ҡалһаҡ та, беҙ мәктәптә бөтә фәндәрҙе лә тик башҡортса ғына уҡыныҡ. Барлыҡ дәрестәр тик туған телдә алып барылған бындай милли мәктәптәр хәҙер Башҡортостандың үҙендә лә юҡ. Булған бит заманалар! Тик башҡортса ғына уҡытылған мәктәпте тамамлаһалар ҙа, яҡташтарым белем баҫҡыстары буйлап артабан да үрләүен дауам итте. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни: беҙҙең ошо бәләкәй генә Ғәбдрәфиҡ тигән башҡорт ауылынан илленән артыҡ кеше юғары уҡыу йортон тамамлаған! Бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡыу уларҙың юлында һис кенә лә кәртә булмаған бит.
Беҙҙең быуын туған телдең шифалы солғанышын да, халҡыбыҙҙың һүҙ байлығын күңеленә йыйып үҫте. Беҙҙең Туҡсоран яҡтарында башҡорт халыҡ ижады байлыҡтары, бигерәк тә эпостар һәйбәт һаҡланғайны. Шуларҙы хәтерендә тотҡан сәсән ағайҙар һәм апайҙар күп ине. Башҡорт халыҡ ижадының күп томлыҡ баҫмаһындағы китаптарға уларҙың күптәренең исемдәре ингән. Шулар араһында ауылдашым Нәзифә Биктимерова ла бар. Был дөм һуҡыр апайҙы үҙебеҙгә саҡырайыҡ тип, әсәйҙәргә беҙ, балалар, күпме ялына торғай ныҡ! Ул ҡатын, өйҙән-өйгә ҡуна йөрөп, балаларға әллә күпме ҡыҙыҡлы әкиәттәр, эпостар һөйләй торғайны. Ҡайһы берҙәрен бер төндә генә һөйләп бөтөрә алмайынса, икенсе төндә дауам итә торғайны. Беҙҙең сабый саҡтың сериалдары шулар булғандыр инде…
Туҡсоран яҡтары башҡорт халҡына бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уларҙың күбеһен – репрессия ҡорбандарын – белмәй үҫтек. Яҡташтарыбыҙ Мөхәмәтша Буранғоловты, Дауыт Юлтыйҙы уҡыманыҡ, белмәнек. Хатта ауылдашым, нәҫелдәшем Ғабдулла Амантайҙы, “Башҡортостан” гәзитенең тәүге мөхәррире Сәғит Мерәҫов бабайымды белмәнек. Шулай булһа ла, беҙҙең мәктәптә һабаҡташтарым араһында шиғыр яҙыусылар күп ине. Хатта директорыбыҙ Рәҡип Вәхитов – әсәйемдең бер туған ағаһы, һуғышта яраланып ҡайтҡан офицер – шиғырҙар яҙҙы. Улар стена гәзитендә баҫыла торғайны. Аҙаҡ уҡытыусыбыҙҙың яҙғандары Башҡортостан матбуғатында ла донъя күрҙе.
Хәҙер инде беҙҙең ауылда хатта башланғыс мәктәп тә юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың үҙендә лә, бигерәк тә күрше төбәктәрҙә башҡорт мәктәптәренең һаны йылдан-йыл ҡыҫҡара. Тыуған ауылында белем алмаған йәштәр хәҙер юғары уҡыу йорттарына ла бик һирәк инә. Ауыл тураһында уйлағанда беҙ уҡыған мәктәп айырыуса һағындыра. Мәктәптәр яңынан асылыр, тигән өмөт күңелде йыуата. Илдең киләсәге – мәктәптәрҙә. Шуға уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк.
Һүрәттә Рауил Бикбаев – (уңдан икенсе) бер төркөм синыфташтары менән 1951 йылда
Читайте нас: