+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
18 Ноябрь 2020, 23:07

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

«ҺӨЙӘГЕМӘ ҺИН ЕТЕРҺЕҢ»

ЙОЛАҒА БОРОНҒОСА ҠАРАШ
Халыҡта «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡа»һы тигән байрам үткәреү йолаһы бар. «Башҡорт Викепедияһы»нда был байрамға бәйле байтаҡ ҡына мәғлүмәт яҙылған. Уға ярашлы, иртә яҙҙан (апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем) ауыл халҡы тау баштары, болон-ҡырҙар ҡарҙан әрселә башлағанда ҡырға сығып, усаҡ яғып тарынан, арпанан йә бойҙайҙан бутҡа бешерә, сәй ҡайната. Байрамға башҡа төрлө ризыҡтар ҙа (бәлеш, бауырһаҡ, ғөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек, бал, ҡаймаҡ) алып киләләр. Ҡоштарҙы йәлеп итеү маҡсатында ағас ботаҡтарына төрлө төҫтәге сепрәктәр, яулыҡтар, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар бәйләп ҡуйыла. Ҡайһы ваҡыт әсегән, ойоған һөт һалынған бәләкәй һауытсыҡтарҙы ағас ботаҡтарына элеп ҡуялар йә булмаһа ағас төбөнә ултырталар.
Байрамдың һамаҡтары ла, таҡмаҡтары ла бик үҙенсәлекле. Әйтәйек:
Ҡар-р,ҡар-р,ҡар-р,
Ҡарғатуйға барр, барр, барр.
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тарр, тарр.
Ҡарғатуйға барр, барр!
Бутҡа ашаған саҡта ҡатындар һәм ҡыҙҙар шаярышып бер-береһенең ҡулынан ҡалаҡты төртөп төшөрөргә тырышҡан һәм былай һамаҡлаған: «Бутҡа һиңә түгел, ҡарғаларға!» Ашап алғандан һуң ҡоштарҙы һыйлау йолаһы башҡарылған: ҡалған бутҡаны ағас, таш өҫтөнә һалып, тәбиғәткә, ҡоштарға, ата-бабалар рухына муллыҡ, байлыҡ, именлек теләп өләшкәндәр, изге теләктәр теләгәндәр. Малайҙар ағас баштарына менеп, ҡарға булып ҡысҡырған, ҡош тауышы сығарған.
Байрамда ярыш ойошторғандар: ҡыҙҙар йәш ҡатындар үҙҙәренең оҫталығын, һәләтен, етеҙлеген, көсөн күрһәтергә тейеш булған. Әйлән-бәйлән уйнағандар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ музыка ҡоралдарына ҡушылып яңғыҙ һәм парлап бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Ярыштар һәм «ҡарға уйыны», «аҡ тирәк», «дөйә», «гөргөлдәк», «йүгереш», «әбәк», «ырғыуыс» һ.б. уйындар үткәргәндәр. Байрам ваҡытында өс тапҡыр – ашҡа, ҡоштар һыулауға саҡырып һәм байрам тамамланыуын белдереп – һөрән һалынған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында байрамда ғибәҙәт ҡылғандар һәм ҡорбан салғандар. «Ҡарға бутҡаһы» байрамын оло йәштәге ҡатындар араһынан һайланып ҡуйылған кеше (албарсы, юлбарсы) алып барған.
Тәңреселек заманынан алып һаҡланып килгән был йола ниндәй маҡсатта барлыҡҡа килгән һуң? Нимә генә тимә, һәр йоланың маҡсаты бар. Фәндә был байрамдар баҡыйлыҡҡа күскән әруахтарҙың йәнен ҡоштарға әйләндереү, уларҙа күрергә теләү йолаһы тигән аңлатма ла бар. Нисек кенә булмаһын «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡаһы» байрамдары башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа хәҙер ҙә үткәрелә. Уларға бәйле ҡайһы бер өҙөк-йыртыҡ фекерҙәремде ошо мәҡәләлә бер епкә теҙергә тырыштым да инде.
«ҺӨЙӘГЕМӘ ҺИН ЕТЕРҺЕҢ»
Мостай Кәрим «Көндәлектәр»ендә («Ағиҙел», 2009, №10, 14–15-се биттәр) шундай юлдар яҙған:
«Ошондай йола бар. Ҡарсыҡтар әжәл көткәндә: «Фәлән-фәлән ҡорҙаштарым һөйәгемә инһен», – тип васыят ҡалдыра. «Һөйәккә инеү» мәрхүмәнең мәйетен йыуып әҙерләүҙе аңлата. Был эште «йыйыштырыу» ҙа тиҙәр.
Минең «ижади һөйәгем»ә, йәғни ҡалған мираҫыма ошондайыраҡ замандаштарым инһен ине: Муса Ғәли, Рауил Бикбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Ғайса Хөсәйенов, Тамара Ғәниева, Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, Рәшит Солтангәрәев, Ирек Кинйәбулатов, Гөлнур Яҡупова, Тимерғәле Килмөхәмәтов.
«Һөйәккә инеү» изге эш иҫәпләнә. Әҙәби мираҫҡа, яҙыусының ҡалған ижадына ҡарата ла шулайҙыр, тип уйлайым. Изге теләктән мәхрүм ҡулдар уға ҡағылырға тейеш түгел».
«Һөйәккә инеү» хаҡында быға тиклем дә үҙебеҙҙең яҡта ишеткәнем бар ине. Мине һәр ваҡыт икенсе бер нәмә уйға һала килде: бында мәйетте йыуыу, йыйыштырыу, йыназа хаҡында һүҙ барып та, ни өсөн «һөйәк» тигән һүҙ ҡулланыла икән? Был осраҡлы ғына әйтелгән һүҙме? «Мине шул-шул кеше йыуһын, кәфенләһен, шул-шул мулла «Ясин» сыҡһын», тип кенә лә әйтергә була бит. Шулайыраҡ әйтһәң, ябайыраҡ та, аңлашыла ла һымаҡ. Бында «һөйәк» барыбер ҙә ҡәтғиерәк яңғырай.
Бының серен аңлау маҡсатында башҡорт халыҡ ижадынан кеше, мал һөйәгенә бәйле сығанаҡтарҙы ла эҙләп ҡараным. Таптым да. Элегерәк мәктәп дәреслектәрендә, хәҙер бармы икән, «Ҡурай», «Ирәндек» әкиәттәре була торғайны. Уларҙа егет кеше быҙау тиреһенә уранып ята ла, уны бөркөттәр бейек ҡая башына мендереп һалып, инде суҡырға тотонабыҙ тигәндә генә егет, тире араһынан килеп сығып, бөркөттәрҙе ҡыуып ебәрә. Шул саҡ егет аяғы аҫтында йәғни ҡая башында туҙрап ятҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ кеше һөйәктәрен күрә. Ошо урында был һөйәк-һөлдәләрҙең эйәләре лә ошо егет кеүек быҙау тиреһенә уранып ятып шундай хәлгә тарығанмы икән, тип уйланырға ла урын ҡала. Әкиәттәрҙә был һорауға яуап бирелмәй. Шулай ҙа: «Был һөйәктәр ни рәүешле ҡая башына менеп ятты икән?» – тигән урынлы һорау тыуа барыбер ҙә. Әллә уларҙы ҡая башына бөркөттәр, башҡа ҡоштар мендергәнме? Ғөмүмән, әкиәттәр сюжетының тарихи сығанаҡ булырлыҡ нигеҙе бармы?
Ҡоштар тигәндән, ҡапыл хәтергә «Ҡош аулаған йәлсемәҫ» тигән мәҡәл-әйтем килеп ҡунаҡланы. Әйҙә, булмаһа, ошо хаҡта артабан фекер йөрөтәйек, бәлки «һөйәккә инеү»ҙең серен шунда табырбыҙ.
Дауамын "Тамаша" журналының декабрь һанында уҡырһығыҙ. Журналға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар.
Читайте нас: