“Бик борон заманда Аҡ диңгеҙ буйының Мәкин тигән ҡалаһында бер хан йәшәгән. Был хандың Күләмәлек-Күрклек исемле бик сибәр ҡыҙы булған. Атаһы уны, кеше күҙенән йәшереп, зинданға ябып ҡуйған. Бында ул ҡояш нурҙарынан ауырға ҡалған. Асыуы килгән хан ҡыҙын, көмөш кәмәгә ултыртып, Арал диңгеҙенә ебәргән. Кәмәне бөрйән менән түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары күреп ҡала. Яр буйында ҡарап торғанда уҡ табышты үҙ-ара бүлешеп тә ҡуялар: кәмә – Бөрйән батырына, кәмә эсендәгеһе – Түңгәүер батырына буласаҡ. Кәмәне тотоп алһалар – уның эсендә хан ҡыҙы, ти. Түңгәүер батыры был сибәр ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Уларҙан аҙаҡ Түңгәүер ырыуы тарала”.