+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Октябрь 2020, 11:15

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева. "Халҡыбыҙ изгеләре" китабынан өҙөк. "Мөжәүир хәҙрәт"

Ошо кескәй малай килеп көтөүөн көтә башлағаны бирле Аллабирҙе байҙың да тормошо алға китте. Малы үрсеп ҡалды, ҡайҙа барһа, юлы ла уңа. Ысынлап та, әллә берәй хикмәте бармы был серле малайҙың, тип уйлай һәм уны Улаҡҡа барыуын тыймай. Ҡай саҡ йәш үҫмерҙе ҡурсып, үҙе лә бергә барғылай. Аллабирҙе байҙың малай менән ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта бара. Бер көндө уның һәләтен һынап ҡарамаҡсы була.- Берәй мөғжизә күрһәтһәң, һиңә ышаныр инем, - ти.

Шулай көтөү көтөп, ҡәҙимге йөрөп ятҡанда, Аллабирҙе бай кис етһә, Мөжәүирҙең өйҙән сығып китеүен, ҡайҙалыр барыуын, таң алдынан ғына әйләнеп ҡайтыуын һиҙеп ҡала. Был сәйер эш менән ҡыҙыҡһынған бай, малайҙың үҙенә һиҙҙермәй генә, артынан барып, күҙәтергә була. Малай Манһырҙан ике-өс саҡрымда ятҡан Улаҡ тигән кескәй йылға яғына атлай. Аллабирҙе бай ата-олаталарынан: "Улаҡ - изге урын, унда бик борон заманда ҡала булған, бөйөк әүлиә ерләнгән",- тигәнде ишеткәне булған. Төн йөҙөндә был малай япа-яңғыҙы Улаҡ янында ни эшләй икән? Бай Мөжәүирҙе тотоп алып, был тирәгә килеүенең сәбәбен һораша. Малай ҡартатайымды хайран итеп, ололарса етди тауыш менән яуап бирә:- Бында борон изге әүлиә ерләнгән.Ҡәберенә килеп, уның рухына Ҡөрьән уҡыйым.- Ул ҡәберҙе нисек таптың?- Әүлиә рухы мине үҙе саҡырҙы. Кәрамәтемде һиңә ҡалдырам, тине.- Ғәжәп. Ошо кескәй малай килеп көтөүөн көтә башлағаны бирле Аллабирҙе байҙың да тормошо алға китте. Малы үрсеп ҡалды, ҡайҙа барһа, юлы ла уңа. Ысынлап та, әллә берәй хикмәте бармы был серле малайҙың,тип уйлай һәм уны Улаҡҡа барыуын тыймай.Ҡай саҡ йәш үҫмерҙе ҡурсып, үҙе лә бергә барғылай. Аллабирҙе байҙың малай менән ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта бара. Бер көндө уның һәләтен һынап ҡарамаҡсы була.- Берәй мөғжизә күрһәтһәң, һиңә ышаныр инем, - ти. Бер саҡ Аллабирҙе бай Иманай тауы яҡлап китеп барһа, көпә-көндөҙ ҡаршыһына биш-алты бүре килеп сыға. Йыртҡыстар.тештәрен ыржайтып, уны уратып ала. Ҡото осҡан бай, үҙе лә һиҙмәҫтән, Мөжәүирҙән ярҙам һорап ҡысҡырып ебәрә. Теге бүреләр шунда уҡ күҙҙән юғала. Икенсе юлы Урғаҙа аша сығайым тиһә, ҡаршыһында һыу диңгеҙ кеүек йәйрәп ята икән. Теге яҡ яры хатта күренмәй, ти. Был ни ғәләмәт, кисеп сығырлыҡ йылға нисек улай ҡапыл дарьяға әйләнде, тип аптырап торһа:- Бай ағай, һыуҙан сыға алмай тораһыңмы әллә? - тип эргәһендә Мөжәүир көлөп тора ти .Шунда уҡ йылға ла элекке хәленә ҡайта. Бына шулай итеп, беҙҙең ҡартатай Мөжәүирҙең ябай бала түгеллеген аңлай. Аҙаҡ улар бик дуҫлашып китә...
Читайте нас: