+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
4 Сентябрь 2020, 13:00

Рәшит НУРМӨХӘМӘТОВтың тыуыуына 95 йыл

(1925 – 1986)

БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов Өфөлә тыуып үҫә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Өфөлә йәшәй.
РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1970), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1968) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Башҡорт театр-художество училищеһын (1950; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов), В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын (1956; педагогтары В.П.Ефанов, В.Г.Цыплаков) тамамлаған. 1958–1972 йй. Өфө сәнғәт училищеһының, 1973–1980 йй. Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеге мөдире була. 1960–1965 йй. һәм 1971–1980 йй. БР Рәссамдар союзы рәйесе. Нурмөхәмәтов күренекле башҡорт рәссамдарының береһе, ул башлыса жанрлы һәм портрет рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Нефтселәр һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә арналған портреттар, картиналар серияһы авторы: “Быраулаусы Ғәфүр” (1959), “Башҡорт балта оҫтаһы” (1962), “Һауынсы Рыҫҡолова” (1963), “Нефтселәр төбәгендә” (1969) һ.б. Матурлыҡ өлгөһө итеп күҙ алдына килтерелгән халыҡсан образдарҙы рәссам сағыу һәм асыҡ буяуҙар аша күрһәтә; тамашасының иғтибарын геройҙың ихтыяр көсөнә, уның йыйнаҡлығына, рухи аныҡлығына, хис донъяһына йүнәлтә. Камерный портреттарына лирик биҙәктәр хас: “Самауыр артында” (1962), “Етеш ҡартлыҡ”, “Тәслимә” (икеһе лә – 1964) һ.б., был эштәрендә автор төрлө жанр элементтарын ҡуллана. Республиканың билдәле шәхестәре, башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәре: С.Агиш (1953), З.Ә.Насретдинова (1955), М.Ҡ.Яҡупов (1967), З.Ғ.Исмәғилев, М.Кәрим (икеһе лә – 1974), Т.Т.Күсемов, Д.Б.Мурзин (икеһе лә – 1975) портреттарын; 70–80‑се йй. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары портреттары циклын; Башҡортостан тәбиғәтенә арналған: “Саҡса ауылы эргәһендә Ағиҙел”, “Ҡариҙелдә эңер” (икеһе лә – 1975), “Уралда көҙ” (1981) пейзаждарын ижад итә. “Батыр тураһында легенда. Тыуған ауылда” (1967), “Шәриғәт ҡорбандары” (1969) һүрәттәре халыҡтың оптимизм менән һуғарылған рухи көсө идеяһын сағылдыра. Алыҫ Төньяҡ һәм Алтайҙағы сәйәхәттәренән һуң жанрлы һүрәттәр, портреттар, пейзаждар серияһы – “Алыҫ Төньяҡ күгендә” триптихы, “Поляр түңәрәгенең аръяғына юл асыусы” (икеһе лә – 1974), “Алтайҙа көҙ” (1983) һ.б. – донъя күрә. 1947 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1970, 1975, 1986, 1995, 2005), Севастополь, Алма-Ата (икеһе лә – 1975), Ҡазан, Ленинград (икеһе лә – 1976) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Милли музей, музейҙар, галереялар коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1969). “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1971).
Башҡорт энциклопедияһы
Читайте нас: