+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
29 Август 2020, 20:00

РУСТАР ҠУЙҒАН «БАШКИРКА»

Һамар өлкәһенең Малая Малышевка ауылы янында һәйкәл бар. Урындағы халыҡтың батырлыҡ, тоғролоҡ, эскерһеҙлек һәм тәүбәгә ҡайта белеү кеүек бөйөк сифаттарға арнап ҡуйылған һәйкәле икән. Ә атамаһы уның – «Башкирка»...

Һамар өлкәһенең Малая Малышевка ауылы янында бер ҡалҡыулыҡ бар, шунда уҡ урман башлана. Тәбиғәт иҫ киткес матур. Түбә башына ҡуйылған һәйкәл генә тирә-яҡ тәбиғәт хозурлығынан айырылып торған кеүек, һыны менән бәләкәс кенә кәшәнәгә тартым, әммә эскә инер урыны юҡ. Был – урындағы халыҡтың батырлыҡ, тоғролоҡ, эскерһеҙлек һәм тәүбәгә ҡайта белеү кеүек бөйөк сифаттарға арнап ҡуйылған һәйкәле икән. Ә атамаһы уның – «Башкирка»... Эйе, таштан эшләнгән башҡорт яугирының башлығы формаһындағы һәйкәл «Башкирка» тип атала һәм уны һалдырыусы Сергей Викторович КУРАПОВ быны шулай аңлата:
– "Башкирка" тураһындағы легенданы тәү тапҡыр Сергей Алексеевич Поповтан ишеттем. Ул беҙҙең мәктәптә тарих уҡыта ине, тыуған яғыбыҙҙың тарихын да өйрәнде. Риүәйәттең айырым деталдәре дөрөҫлөккә тап киләме-юҡмы – белмәйем, әммә ваҡиға ҡасандыр ысынлап та булған тигән ҡараштамын.
XVIII быуат баштарында славяндар был ерҙәрҙә (Башҡорт ерҙәрендә – редакция) бәләкәс ауылдарға бүленеп йәшәгән. Уларға тирә-яҡтағы башҡорт ырыуҙары йыш ҡына һөжүм итер булған, ти. Крәҫтиәндәр батшаға ҡәлғә һалдыртыуын һорап хат яҙа. Күп тә үтмәй Һамар йылғаһы буйлап Алексеевская, Красно-Самарская, Борская ҡәлғәләре төҙөлә, һәр береһендә ике йөҙләп атлы казак урынлаша. Улар крәҫтиәндәрҙе башҡорттарҙың һөжүменән һаҡларға тейеш була.
Әлеге көндә Малая Малышевка торған урында ла урыҫтарҙың ҡасабаһы булған. Бер көндө уларға башҡорт отряды һөжүм итә. Халыҡ уларға ҡаршы алышҡа сыға. Бер-ике сәғәттән Красно-Самарская казактары ла ярҙамға килеп етә. Яу ҡыҙғандан-ҡыҙа, ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Һөжүмселәрҙең бөтәһе лә тигәндәй ҡорбан була, ҡалғандары ҡулға алына. Тик башҡорт атлыларының башлығы ғына бирешергә теләмәй, һаман һуғыша ла һуғыша, ти. Шулай ҙа ул да әсиргә төшә. Уны башҡалар менән бергә язаларға ҡарар ҡылалар.
Иртәгеһенә хөкөм башлана. Байтаҡ башҡорттарҙы язалайҙар. Иң аҙаҡтан һөжүмселәр башлығын да хөкөмсөләр алдына килтереп теҙләндерәләр. Шул ваҡыт яугирҙың торҡаһы (шлемы) аҫтынан иңбашына сәс толомо килеп төшә. Халыҡ геү итеп ҡала. Казактар элек-электән яу яланында батырлыҡ күрһәткән ҡатын-ҡыҙға ғүмер үә азатлыҡ бүләк иткән. Шундай йола бар. Был ҡатын да йән аямай алышыуы, сослоғо менән казактарҙың ихтирамын яулай. Бығауҙарын сисеп ҡайтарып ебәрергә булалар. Әммә йәш ҡатын китергә ашыҡмай... Быуып барған күҙ йәштәре аша, ҡорбан булған арҡаҙаштарын ерләргә рөхсәт һорай. Казактар ҡаршы килмәй.
Бер нисә көндән крәҫтиәндәр, теге ҡатын ни эшләне икән тип, урман янына килә. Ә унда ҡайғы-һағышҡа батҡан ҡатынҡай, ер тырнауҙан ҡанап бөткән яланғас ҡулдары менән һаман да ҡәбер ҡаҙа, ти. Халыҡ бер аҙ аптырап ҡарап тора ла уға ярҙамға килә. Бөтәһен дә ерләп бөткәндән һуң яугир ҡатын шул тирәлә үҙенә землянка эшләй һәм үлгәндәр рухына арнап доғалар уҡып көн күрә. Тора-бара ошо тирәнән үтеүселәр "проезжал мимо башкирки...", "у башкирки был..." тип һөйләй башлай. Аҙаҡ бөтөнләй был урын "башкирка"ға әйләнә. Тотош отрядының һәләк булыуына үҙен ғәйепле тойған башҡорт ҡатыны ғүмеренең аҙағынаса бер ҡайҙа ла китмәгән. Яугирҙарына биргән тоғролок антын боҙмаған һәм һуңғы һулышына хәтлем әруахтарға арнап доғалар уҡыған, ти. Күпме йылдар үтһә лә, башҡорттар менән казактар алышҡан урында әле лә кеше һөйәктәре табылып тора.
Бына шулай беҙҙең "Башкирка"ның легендаһы. «Самарская область. Этнос и культура» журналын файҙаланып.
Читайте нас: