+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
14 Август 2020, 12:45

Башҡорттар – мистик халыҡ.

Ахун тирәһендә йөрөгәндә ҡаҙан һымаҡ өңөлгән урындарға тап булдыҡ. “Эҙәрмән”дә беҙ был ерҙе ҡорбан килтереү урыны тип әйттек. Аҙаҡ Жәүҙәт шылтыратып: “Ул ниндәй ҡорбан килтереү урыны булһын!” – тине. Уныңса

Боронғо халыҡҡа хас булғанса, үҙенең генә им-том йолалары бар. Мосолманлыҡ та беҙгә һуңыраҡ килгән, беҙ иң боронғо илаһ – Тәңрегә табынғанбыҙ. Урал тауҙарын, Шүлгәнташты күҙ алдына килтерегеҙ. Ниндәйҙер йолалар башҡарырға мәмерйә янына күпме ырыуҙар йыйылған! Археологтар әйтеүенсә, Кайспийҙан да, Учалы, Магнит яҡтарынан да килгәндәр. Әйтәйек, Шүлгән янында йәшмә юҡ, уны Магнит яғынан килгән тип иҫбатлайҙар. Ҡабырсаҡтар – Каспийҙан. Шүлгәндә бер кем дә йәшәмәгән, ул ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр хәл ителгән, ҡарарҙар ҡабул ҡылынған изге йорт булып торған.
Мистик тапшырыуҙарымды ғилми иҫбатлауҙарға нигеҙләнеп эшләйем. Ғалимдарҙың һәм мистиктарҙың күҙлегенән сығып төҙөйөм. Бер нәмә лә буштан ғына тыумай бит ул. Учалы районы Ахун ауылында Жәүҙәт Әитов тигән кеше йәшәй. Ул үҙен Ахун менгирҙарын (билдәле тәртиптә ергә вертикаль ҡуйылған таш бағаналар) һаҡлаусы тип иҫәпләй. Һәм ул әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмәләр һөйләп ҡуя. Мәҫәлән, бер хәбәрендә бөтә Уралдан тере Аллаға табынырға килгән ырыуҙар тураһында бәйән итте. “Тере Аллаға?” тип ҡабатлап һорағас, эйе, тип һүҙен нығытып ҡуйҙы. Аҙаҡ ғалим Юрий Сергеевич Ляхницкий: “Шүлгәнташ ауыҙы башында бот (һынташ) торған, ул алла ролен башҡарған, һәм уға табынырға килгәндәр”, – тип һөйләне. Һүҙ, бәлки, бер Алла тураһында баралыр.
Ахун тирәһендә йөрөгәндә ҡаҙан һымаҡ өңөлгән урындарға тап булдыҡ. “Эҙәрмән”дә беҙ был ерҙе ҡорбан килтереү урыны тип әйттек. Аҙаҡ Жәүҙәт шылтыратып: “Ул ниндәй ҡорбан килтереү урыны булһын!” – тине. Уныңса, был соҡорҙарға һыу йыйыла һәм ай тулған ваҡытта ул энергия менән зарядлана. Был һыуҙы төрлө й о л а л а р
башҡарғанда ҡулланалар. Ай менән тулыланған һыу сирҙәрҙән ҡотолорға, йәшәрергә ярҙам итә. Дөрөҫмө? Түгелме? Уйлағыҙ инде...
Читайте нас: