+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Август 2020, 14:00

Блюменталь Юлий Юлиевичтың тыуыуына - 150 йыл

(1870-1944)

Блюменталь Юлий Юлиевич (11 август 1870 йыл — 1944 йыл) — рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1907—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3‑сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы. Башҡорт профессиональ рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Ю. Ю. Блюменталь 1870 йылда Ҡазан ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуа. Немец, евангелие-лютеран динен тота. 1888 йылда Блюменталь Санкт-Петербургтың Петришуле гимназияһы бүлеген тамамлай. 1889 йылда Император художество академияһына уҡырға инә. Уның педагогы Н. Д. Кузнецов була.
1893 — 1894 йылдарҙа Блюменталь картиналары Художество академияһының көмөш миҙалы менән билдәләнә. «Раздумье» (1894) портреты өсөн Блюменталь өсөнсө класлы рәссам дәрәжәһен ала.
Бер үк ваҡытта ул сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1905 йылда — Бәләбәй өйәҙ земство идаралығы рәйесе итеп һайлана. 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы итеп Өфө губернаһынан һайлана, ул конституцион-демократик фракцияла ағза булып тора. Бөтә Рәсәй земство союзының Өфө губерна земство управаһында яралыларға ярҙам итеүсе вәкил, шулай уҡ Өфө ҡала думаһында гласный, Ваҡытлы комитет ағзаһы һәм бер үк ваҡытта Халыҡ азатлығы партияһының губерна комитеты рәйесе була.
1908 йылда депутат вәкәләтлеге ҡушыуҙарын үҙенән һалыуы тураһында белдерә, әммә һуңынан ғаризаһын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танып, партияла ҡалдырыуҙарын һорап, ғариза бирә. Ул аҙыҡ- түлек, ер, халыҡ мәғарифы, юлдар бәйләнеше комиссиялары ағзаһы була. тураһында. Закон проекттарына ҡул ҡуя: « Сауҙа-сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен ял менән тәьмин итеү тураһында», «Дон ғәскәре өлкәһендә земство тураһындағы положениены таратыу», «Енисей һәм Обь йылғаһы тамағындағы порто-франко тураһында», «Дондағы Ростовта округ судын булдырыу тураһында», «Дала өлкәләрендә ер төҙөү комиссияларын булдырыу тураһында», «Сауҙа хеҙмәткәрҙәрен яллау тураһында», «Әстерхан губернаһында земство учреждениелары тураһындағы положениены таратыу тураһында», «Архангельск губернаһында земство үҙидаралығын индереү тураһында», «Ҡала һайлау законын үҙгәртеү тураһында», «Үлем язаһын бөтөрөү» тураһындағы закондарға ҡул ҡуя.
Депутатлыҡ вәкәләттәре срогы тамамланғандан һуң, Өфөлә йәшәй. 1913 йылда Блюменталь — рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, йәмғиәт үткәргән күргәҙмәләрҙең әүҙем ҡатнашыусыһы (1916—1917).
Октябрь революцияһынан һуң Башҡорт дәүләт художество музейы директоры булып эшләй (1926—1935). Башҡорт театр-художество училищеһында уҡыта. (1926—1937).
Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була һәм уның күргәҙмәләрендә ҡатнаша (1916-1917). 1924 йылдың 1 ғинуарында уның булышлығы менән «Художество музейы дуҫтары түңәрәге» ойошторола, уның уставы Башҡортостан Эске эштәр халыҡ комиссариаты тарафынан раҫлана («Власть труда» 13.04.1924 № 107).
1926—1935 йылда Блюменталь — Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Был вазифала музейҙағы профессиональ иҫәпкә һәм документацияға нигеҙ һала.
1926 — 1937 йылдарҙа Блюменталь Өфө театр-художество училищеһында уҡыта.
1928 йылда рәссам В. С. Сыромятников менән бергә[3] Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына баш декоратив-ғәмәли сәнғәте өлгөләрен йыйып өйрәнеү һәм уның милли коллекцияһын булдырыу маҡсатында ойошторолған экспедицияларҙа ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Октябрь революцияһы исемендәге Пролетар музейға был коллекцияларҙы ҡуйҙырыуҙа ҡатнаша (1919 йылдың 7 ноябрендә нигеҙләнгән). Ул туплаған биҙәү-ҡулланма сәнғәте материалдары Башҡортостан рәссамдары тарафынан милли әҫәрҙәр яҙғанда әүҙем ҡулланыла.
Экспедиция ваҡытында уның йыйған милли көнкүреш предметтары, рәсемдәре һәм ябай ҡәләм һәм акварель менән төшөргән зарисовкалары музейҙың 1939 йылда ойошторолған «Башҡорт мөйөшөндә» күргәҙмәгә ҡуйыла. 1929, 1954, 1994 йылда музейҙың исеме алмаштырылып тора. 1998 йылда музейға М. В. Нестеров исеме бирелә.
1937 йылда Блюменталь Калуга өлкәһенең Малоярославец ҡалаһына күсә. 1941 йылда ул «этник немец» булараҡ Ҡаҙағстан ССР-ына һөргөнгә ебәрелә. 1944 йылда Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе Кишелгә ауылында вафат була.
Блюменталь әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында һаҡлана.
Читайте нас: