+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Август 2020, 15:10

Башҡорт халҡының рухи хазинаһы

Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова

Башҡорт халҡының рухи хазинаһын күңелендә ҡәҙерләп йөрөтөп, үҫтереп, балҡытып, киләсәк быуындарға еткереүсе Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова 1932 йылдың 10 августында Хәйбулла районының Утарбай ауылында тыуа. 40 йыл ғүмерен мәктәптә балаларҙы физика һәм математика серҙәренә төшөндөрөүгә бағышлай.
Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн "Рәсәйҙең мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әсмә Усман ҡыҙының башҡорт халҡының мәҙәниәте, көнкүреш йолалары, милли кейемдәре тураһында белемдәре бик тәрән һәм күп яҡлы булыуы менән һоҡландыра.
Беренсе республика сәсәндәр бәйгеһе лауреаты, беренсе сәңгелдәк йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә һәм башҡорт сәсәндәренең II төбәк конкурсында Гран-при яулаусы ул. Халыҡ ижадын һаҡлау һәм пропагандалау өлкәһендә эшләгән эштәре өсөн Әсмә Усманова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнә.
Әсмә Усман ҡыҙы халыҡ йолаларын бик ентекле өйрәнә, кейеме буйынса теге йәки был кешенең ниндәй ырыуға ҡарауын, уның йәше, йәмғиәттәге урыны тураһында әйтеп бирә ала. Әсәһе, өләсәһе уға тегеү, сигеү, бәйләү серҙәрен генә өйрәтеп ҡалмай, шулай уҡ, милли кейемдәргә, милли биҙәктәргә һәм биҙәүестәргә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләй.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы менән осрашыу ойоштора һәм уның бик күп, бай күңел хазинаһы менән уртаҡлашып, видео һәм аудиотаҫмаларға яҙҙыра.
Мәшһүр «Урал батыр» ҡобайырын яттан һөйләүселәр хәҙер бик күп. Әммә тере хәтерҙән быуындан-быуынға тапшырылып килгән тексты һөйләү быға тиклем күҙәтелмәне тиерлек.
Нәҡ Әсмә Усманованың ауыҙынан филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева 2010 йылда был ҡобайырҙы халыҡ телендә нисек йөрөй, шул килеш яҙып ала.
Сәсәниә Әсмә Усман ҡыҙына өләсәһе Мөьминә ҡалдыра был аманатты. Һомайҙы һәр саҡ – Һөмәйрә, Самрауҙы Сәмреғош тип әйтер булған ул ейәнсәренә.
– «Урал батыр»ҙы төндәр буйы һөйләр ине өләсәйем. Уның әкиәттәрен дә йотлоғоп тыңлай инек. «Ана, Өлкәр йондоҙ, ана Тимерғаҙыҡ, Етегән йондоҙ, белегеҙ!» тигәне лә онотолмай, – тип хәтер йомғағын систе инәй.
Сәсәниә шулай уҡ сәскәне өҙөүҙең гонаһ булыуы, болан мөгөҙөн тапҡан кешенең бәхеткә төрөнәсәге тураһында ла һөйләне йәштәргә. Әйткәндәй, ҡарһүҙҙе ул ике сәғәт һөйләй ала.
Ғәзиз өләсәһенең хөрмәтенә «Ҡош юлы» тип исемләнгән фольклор төркөмө булдырып, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса бик күп эштәр башҡара ул.
М.ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: