-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
6 Август 2020, 23:55

ИХСАНОВА КАМАЛ ИҘИӘТУЛЛА ҡыҙының тыуыуына – 110 йыл

(1910–2001)

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ихсанова Камал Иҙиәтулла ҡыҙы 1910 йылдың 6 авгусында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Сабай ауылында (хәҙер Бүздәк районы) тыуа (25.07.2001, Өфө), актриса. 1931 йылда Ҡазан Татар сәнғәт техникумын тамамлаған. 1932 йылдан алып – Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1947–70 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы. Баймаҡ колхоз‐совхоз театрында төп актриса була; уның репертуарында хакимлыҡ итергә яратҡан көслө ҡатын образдары күберәк: Маруся (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Сәлимә (“Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл”, Б.Бикбай), Утлыбикә (“Бисәкәй”, А.Ҡ.Мөбәрәков). Башҡорт драма театры сәхнәһендә Камал Ихсанова төрлө пландағы байтаҡ ролдәр башҡара: Хөснура (“Бер мөхәббәт яҙмышы”, И.Ә.Абдуллин), Бикә (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә.М.Мирзаһитов), улар араһында комик – Ямал (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов) һәм трагик – Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың шул уҡ исемле спектакле), Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов) ролдәр айырыла.
Читайте нас: