-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
16 Июнь 2020, 13:07

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл.

Салауат батырҙың тәүге һәйкәле Баш ҡалабыҙ Өфөлә, мәғрур Ағиҙел ярында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, батыр Салауат Юлаевтың һәйкәле бына ярты быуат ғорур баҫып тора. Милли батырыбыҙға был һәйкәл 1967 йылда асылған. Шунан бирле ул Өфө ҡалаһының ғорурлығына, символына әүерелде. Беҙ инде ошо мөһабәт батыр һынына күптән өйрәнеп тә бөткәнбеҙ һәм уны Салауат Юлаевтың беренсе һәйкәле кеүек ҡабул итәбеҙ. Баҡтиһәң, милли батырыбыҙға һәйкәл булдырыу тарихы скульпторҙар Сосланбәк Тавасиев һәм Тамара Нечаеваның ижады менән генә бәйле түгел икән. Салауат батыр образын булдырыу идеяһы күпкә иртәрәк замандарға ҡайтып ҡала. Башҡортостан автономияһы ойошторолғас та республика етәкселәре Салауат Юлаевтың образын һәйкәлде мәңгеләштереү идеяһы менән янып йөрөй. 20-се йылдар башында Башҡортостандың мәғариф халыҡ комиссариаты Исидор Фрих-Хар исемле билдәле скульпторға милли батырыбыҙҙың һынын яһарға заказ бирә. Был ваҡытта башҡорт скульпторҙары әле үҫеп сыҡмаған була. Шуға күрә лә эште ошо һынсыға йөкмәтәләр. Фрих-Хар бик дәртләнеп тотона.

Салауат Юлаев скульптураһы өҫтөндә ул 1924–1925 йылдарҙа эшләй. Батыр һыны ағастан юныла. Фрих-Хар эшләгән Салауат һәйкәле беҙ өйрәнеп бөткән Тавасиев һәйкәленән ҡырҡа айырыла. Бында Салауат Юлаев һаҡал һәм мыйыҡлы олпат батыр образында һынланған. Ғорур ҡарап тора. Башында төлкө бүрек түгел, ә башҡорттарҙың көндәлектәге баш кейеме – кәпәс. Ағас һын буялған. Батырҙың сәсен, һаҡал, мыйығын – ҡара, башҡа ерҙәрен һоро төҫкә буяған. 1927 йылда Салауат Юлаевтың ағас һыны Италияның Монце–Милан ҡалаһында үткән 3-сө Халыҡ-ара декоратив сәнғәт күргәҙмәһендә ҡуйыла. Әйткәндәй, шул уҡ 1927 йылда сыҡҡан “Сәсән” журналында ошо скульптураның фото һүрәте баҫылған. Фотола шундай яҙыу бар: “Мәшһүр рәссам-скульптор Фрих-Харҙың, тарихи материалдарға таянып, ағастан юнған Салауат батыр һүрәте (ул хәҙерге көндә Башҡортостандың һынлы сәнғәт музейында һаҡлана)”. Фотола беҙ Салауат Юлаевтың ағас һыны янында бер төркөм башҡорт эшмәкәрҙәрен күрәбеҙ. Уртала халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев ҡурай уйнай. Уның уң яғында баш ҡорт халҡының арҙаҡлы батыры, легендар комбриг Муса Мортазин ултыра. Ҡурайсының һул яғын да билдәле милли хәрәкәт эшмәкәре, 1919-1920 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең рәйесе булған ир-уҙаман Харис Йомағолов. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре, Башҡортостанға автономия яулаған шәхестәр башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле янында мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың ҡурай моңон тыңлайҙар. Ҡурайсының артында ултырғыста, ҡулын эйәгенә ҡуйып, скульптор Фри-Хар үҙе лә башҡорт моңон тыңлай. Йомабай Иҫәнбаев “Салауат маршы”н, йәки “Урал”ды уйнайҙыр. Был фото һүрәт 1927 йылда Салауат Юлаев скульптураһын Италияға Халыҡ-ара күргәҙмәгә оҙатыр алдынан төшөрөлгән булһа кәрәк. Шулай итеп, был скульптура милли батырыбыҙҙың образын тыуҙырыуҙа тәүге тәжрибә була. Салауат Юлаевтың образы буйынса эш ошоноң менән генә туҡталып ҡалмай, әлбиттә. Башҡортостан рәссамдары 30-сы йылдарҙа милли батырыбыҙҙың һыбай статуяһын һынландырыу менән мәшғүл була. 1939 йылда, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының 20 йыллығына бағышлап, Салауат Юлаев һәйкәленең эскизын эшләйҙәр. Ул 1939 йылдың 24 февралендә “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан. Фотоның аҫтында бындай текст яҙылған: “Башхудожник” Башҡортостан АССРының 20 йыллығына ҡарата башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәлдең эскизпроектын әҙерләй. Художник М.И. Умаров эшләгән скульптура”. Күреп тороуыбыҙса, уның эскизы ла беҙ белгән Салауат Юлаев һәйкәленән айырыла. Бында рәссам батырҙы ҡулына уҡһаҙаҡ алып, атырға әҙерләнгән рәүештә һынландырған. Бына шундай милли батырыбыҙҙың бик ҡыҙыҡлы һәйкәл проекты булған. Салауат Юлаевтың образы һәр заманда ижад кешеләренә илһам биреп тороусы яҡты маяҡ кеүек. Азат ЮЛАН, тарихсы.
Читайте нас в