+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Декабрь 2019, 14:32

Әҙип һәм уның һөйөклөһө

(Быйыл Мәжит Ғафуриҙың вафатына 85 йыл)

Башҡорт һәм татар халҡының оло әҙибе Мәжит Ғафуриҙың ижады шаҡтай киң өйрәнелгән. Ә бына уның шәхси тормошо, яҙмышы ябай биографияһынан ситтә ҡала, бөтөнләй өйрәнелмәгән тейерлек. Был уңайҙан уның ижадына шифалы йоғонто яһаған йәмәғәте Зөһрә ханым тураһында һөйләгем килә. Ә бит шәхесте бөйөк итеүҙә уның ғүмер юлдашы, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаиләләге татыулыҡ ҙур роль уйнай. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың иҫтәлектәренән күренеүенсә, Зөһрә ханым уның өсөн ҡатын, балаларының әсәһе булыуҙан бигерәк, яҡын кәңәшсе, серҙәш һәм таяныс булған. Ул уға һәр ваҡыт Зөһрәкәй тип кенә өндәшкән. Нескә хисле, ҡатын-ҡыҙҙарға табынып ҡараусы шағир күңелен арбаусы Зөһрә кем ул?
Зөһрә үҙе сығышы менән Башҡортостандың Бүздәк районынан. Уның ата-әсәһе тегеүселәр булып, бай сауҙагәр Тәфкилевтәрҙә ялланып эшләй. Үҙҙәренең ерҙәре булмай. Атаһы ирҙәр кейемен, әсәһе ҡатын-ҡыҙҙарға тегә. Ғаиләлә алты бала: Мәликә, Тәүфиҡә, Зәкиә, Зөһрә, Нуретдин, Имаметдин үҫә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе вафат булғас, Тәфкилев Тәүфиҡәнән башҡа балаларҙы үҙенең Өфөләге биләмәһенә алып килә һәм ике егетте миллионер Кәримов кибетенә эшкә урынлаштыра. Зөһрәнең апалары тиҙ арала кейәүгә сығып, ҡайһыһы ҡайҙа таралғанлыҡтан, ҡыҙға ағаһы менән еңгәһе ғаиләһендә йәшәргә тура килә. Уларға ауырлыҡ һалмаҫ өсөн Зөһрә Фатима исемле бер бай апайға тегеүсе булып яллана. Бына шул Фатималарҙа осрата ла инде ул Мәжит Ғафуриҙы. Фатима абыстайҙың Ҡазанда мәҙрәсәлә уҡып йөрөгән улы Фәрит саҡыра уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа. «Әле уҙған йыл ҡыш профессорҙар беҙҙе шағирҙар һәм яҙыусылар менән таныштырҙылар. Мин уларҙың ҡайһы бер әҫәрҙәрен уҡыным. Шундай кешеләр беҙҙең милләттән дә сыға башлаған икән. Шуларҙың береһе Ғафури икән. Ундай кешеләр менән танышыу зарар итмәҫ. Сөнки Ҡазандағы бик күп байҙар шул шағирҙарҙың әҫәрҙәрен баҫтырып байығандар...» – тип аңлата Фәрит әсәһенә.
Мәжит Ғафуриҙы беренсе тапҡыр күреүе тураһында Зөһрә ханым иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: «Бына бер заман, шағир килде, тинеләр. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, минең йөрәгем әллә нишләп дерелдәп китте. Ябай кешеләрҙән бөтөнләй айырылып торған шағирҙы күрергә ирешеү мөмкинлеге быға сәбәп булғандыр инде. Мәжит Ғафуриҙың өҫтөндә ҡараһыу күк костюм, башында ҡара ебәк суҡлы бик нәфис ҡыҙыл фәс, аяғында шығырҙап торған үксәле ситек ине. Үҙе ҡап-ҡара күҙле, сөм-ҡара сәсле, ҡыйғас ҡашлы, шыңғырҙап торған матур тауышлы, мөләйем йөҙлө, көлөмһөрәп кенә һөйләй торған кеше булып сыҡты. Мин уға бик оҙаҡ ҡарап торҙом. Һәр бер хәрәкәтен диҡҡәт менән ентекләнем. Ул шағир булғас, ысынлап та, үҙен ябай кешеләр кеүек тотмай, хатта сәйҙе лә беҙҙеңсә түгел, уның үҙенә генә килешеп торған хәрәкәттәр менән эсте.
Бер ни тиклем ваҡыт үтте. Мин ниңәлер Ғафури тураһында йыш уйлай башланым. Уны яңынан күрергә теләгем көндән-көн көсәйә барҙы».
Зөһрәнең Мәжит менән ҡыҙыҡһыныуы артыуына тағы ла бер сәбәп була. Ҡыҙ инде байҙарға йөрөп эшләмәй, заказдарҙы үҙҙәрендә генә ҡабул итә башлай. Көндәрҙән бер көндө уның янына ауылдашы Сәрби әбей инә һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре өсөн күлдәктәр тегергә туҡыма биреп ҡалдыра.
– Яҡшылап тегергә тырыш, береһе икенсеһенән күреп, башҡалары ла һиңә килерлек булһын, – ти.
Ысынлап та, шәкерттәр гел Зөһрәгә мөрәжәғәт итә башлай. Күп тә үтмәй, Сәрби әбей яңы бер заказ алып килә.
– Ҡыҙым, бына ошоноһон бик һәйбәтләп тегеп бир әле. Беҙҙә йәшәгән шәкерттәр янына бер шағир килеп йөрөй, Мәжит Ғафури тигән шағирға был. Боҙмаһаң ғына ярар ине, – тип, әбей бер күлдәклек туҡыма ҡалдырып китә.
Зөһрә иһә был эшкә бөтә күңелен һала. Көнө буйы нисек итеп боҙмай ғына тегергә тип уйлап йөрөй торғас, был турала хатта насар төш күрә. Имеш, шул матур күлдәкте ул ҡара еп менән теккән, яға урынын уйғас, иҙеүен итәгенә тиклем киҫеп төшөргән...
Шундай ҡайғырыу-борсолоуҙарҙан һуң күлдәк бик матур килеп сыға. Әммә уны билдәләнгән көнгә өлгөртә алмай. Шул ғәйебен аҡлар өсөндөр, күлдәктең кеҫәһенә: «Әфәндем, күлдәгегеҙҙе ваҡытында өлгөртә алмауым өсөн ғәфү үтенәм. Зөһрә», тип яҙыу киҫәге һала. Яҙыуҙы Мәжит Ғафури күлдәген йыуырға биргән саҡта ғына күрә. Ҡәләм менән генә яҙылғанлыҡтан, һүҙҙәрҙең күп хәрефтәре инде юйылған була. Әммә зирәк Ғафури Сәрби әбей аша күлдәкте кем теккәнлеген белә һәм Зөһрә менән бәйләнешкә инә. «Туғаным, бына ошо китаптарҙы уҡып сыҡ әле», тип китаптар ебәрә. Шул көндән һуң ул биш-алты ай буйына ҡыҙға китаптар ебәреп тора. Улар әле хат-хәбәр генә алышып, шаҡтай ваҡыт күрешеп-осрашырға баҙнат итмәй йөрөйҙәр. Был хаҡта Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-йорт музейында һаҡланған, ике йәш кешенең иң-иң йәшерен серҙәрен, йөрәк хистәрен туплаған хаттар һөйләй. Ниһайәт, беренсе мөхәббәт хаттары яҙыла...
Бына Мәжит Ғафуриҙың Зөһрәгә тәҡдим яһаған хаты: «Һеҙгә беренсе тапҡыр һөйөклө ханым тип әйтәм. Тәүге тапҡыр мөхәббәтемде аңлатам. Һеҙҙе бик күптәнән бирле яратам, йөрөшөгөҙҙө, холҡоғоҙҙо тикшерә торғайным. Тикшергән һайын, һеҙҙе яратыуым артты. Әгәр ҙә мине үҙегеҙгә бергә йәшәй торған мәңгелек иптәш итеп ҡабул итһәгеҙ, мин һеҙҙе шатлыҡ-хәсрәттәремде уртаҡлаша торған мәңгелек иптәш итергә риза булып, быны бик ҙур бәхетем тип белер инем.Үҙегеҙ беләһегеҙ: мин төҫкә матур, мөһабәт түгел. Мин аҡсалы бай ҙа түгел. Минең бары һиммәтем менән белемгә мөхәббәтем бар: мин ҡәләм яҙыу арҡаһында ғына йәшәй торған бер яҙыусы...»
Был хатты алғансы, ҡыҙҙың тормошонда шаҡтай ғына кире ваҡиғалар булып ала. Ҡыҙыл Яр ҡалаһынан килгән Йәдит хәлфә Зөһрәне ҡатынлыҡҡа һорап йөрөй башлай. Ҡыҙҙың еңгәләре, уны уҡытҡан хәлфәләр кейәү булаһы кешене маҡтап, ҡыҙҙы ныҡлап өгөтләргә тотоналар. Әммә Ғафуриға булған йәшерен һөйөүе Зөһрәгә көс бирә, ул вәғәҙә ителгән «бәхетле, татлы» тормоштан ҡотолоп ҡала.
1909 йылдың 16 августында Зөһрә менән Мәжит никахлаша, туй була. Бергә йәшәү өсөн улар берәүҙәргә фатирға инәләр. «Бүлмәбеҙҙе ул теккән һәм сиккән мендәр япмалары, йәймәләр менән биҙәп, беҙ күңелле, мөхәббәтле һәм тыныс тормош башланыҡ», тип яҙып ҡалдыра М.Ғафури. Шағирҙың «Зөһрәм» тигән шиғырындағыса, яңы тормош башлана.
Әҙәмдәр Зөһрәне эҙләйҙәр күктән,
Зөһрә инде минең янымда күптән.
Мине күреп күктән үҙе төштө ул,
Бик ҙур ихтирам менән күреште ул.
Шулай итеп Зөһрә менән таныштыҡ,
Бергә йәшәр өсөн фекер алыштыҡ.
Зөһрә күктәгеләй әле лә яҡты,
Бар мәсьәләлә ул минең яҡлы…
Ысынлап та шулай: Зөһрә ханым шағирҙың шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да ғүмеренең ахырына тиклем бүлешә. Ғаилә тормошон алып барыуҙа ла, шағирға тейешле ижади шарттар тыуҙырыуҙа ла, ҡәләмдәштәре менән аралашыуҙа ла, уның әҫәрҙәре менән тәү башлап ҡыҙыҡһыныу һәм үҙенең көсөнән килгәнсә дәрт һәм илһам биреүҙә лә, Зөһрә шағирға ысын мәғәнәһендә ныҡлы терәк, һиҙгер, илтифатлы, кеселекле була. Шундай матур сифаттарға эйә булыуында уның йәштән үк аҡыллылығы, зирәклеге, аңлаусанлығы ҙур роль уйнай.1907 йылдан алып 1921 йылға тиклем төрлө мәктәптәрҙә туған тел уҡытыуы ла, китапханала эшләүе лә әҙәби донъя хәлдәренә битараф ҡалдырмай. Бына Зөһрәнең иҫтәлектәренән бер генә миҫал.
«...1912 йылдың яҙында мин баҙарҙан ҡайтып килгәндә: «Өфөгә Туҡай килгән!» тигән хәбәр ишеттем. Өйгә нисек ҡайтып еткәнемде белмәйем.
– Ғафури! Һөйөнсө! Туҡай килгән! Мин хәҙер өйҙө йыйыштырам, һин уны үҙебеҙгә алып кил. Ниңә ул беҙгә төшмәне икән? – тинем.
Ғафури тиҙ генә кейенде лә Туҡайҙы алып килергә сығып китте. Ул киткәс, мин өйҙө йыйыштырып, күрше кибеттән ике аҡ ҡалас, ярты ҡап аҡ май, ярты банка варенье алып ҡайтып, өҫтәл әҙерләнем. Ике-өс сәғәттән һуң Ғафури үҙе генә ҡайтып керҙе. Мин: «Ниңә Туҡайҙы алып килмәнең? Мин сәй әҙерләп көтөп торҙом, – тигәс, Ғафури йылмайып: «Бисара, нимә менән сәй әҙерләнең һуң? – тип, өҫтәлдәге ашамлыктар өҫтөнә япҡан гәзитте күтәреп ҡараны ла: – Зөһрәкәй, Туҡай беҙгә килмәҫкә булды, ғаиләле кешеләргә барырға уңайһыҙланам, тине,» – тип, күңелһеҙләнеүен белдерҙе.
Ошо бәләкәй ваҡиғанан да уларҙың бер-береһенең хәтерҙәрен ҡалдырмаҫҡа тырышыуҙары, уртаҡ ынтылыш менән йәшәүҙәре күренеп тора. Шағирҙың Зөһрәгә бағышлаған шиғырҙарына тағы иғтибар итәйек әле.
(Бер хәтирә)
Башҡаларға бирелһә был мөхәббәтем,
Сыҙамаҫ күтәрергә быны һис кем.
Хур сифатлы матурлығың касәһенән
Мөхәббәт шарабын мин дә эстем.
Мөхәббәтем һеҙгә төшкән көндән бирле
Ғиш-ғишрәт ҡылыуымдан өмөт кистем,
Донъяла булған башҡа матурҙарҙан
Күҙ йомоп, барыһынан инде кистем.
Калебул – үҙенә бер фотограф,
Башҡа тап вә бысраҡтан булды был саф,
Ҡәлебемдә яңғыҙ һинең һүрәтең бар,
Шуны уйлап мине ҡыҙған, кыйлгылинсаф.
Күңелемдә яңғыҙ бер шул һүрәт ҡалды,
Донъяла тороуым һеҙгә бағланды,
Ғишҡыма бер дәлил һораһағыҙ:
Вәжүдем зәғиф, йөҙөм сарыланды.
Уйымда һеҙ генә һеҙ – төш вә өндә,
Һинең менән һаташамын көндә, төндә,
Мөхәббәт яфаһынан ҡотҡарсаңыз,
Һөйөклөм, яңғыҙ һинең ҡөҙрәтеңдә.
Бер генә рәт шатландыр һин мине көл дә,
Йылмайыуың шифа була был күңелгә,
Был көндә нәҡ һандуғас төҫлө булдым –
Һайраған ғашиҡ булып ҡыҙыл гөлгә...
1907
_________
1.Ғиш-ғишрәт – уйын-көлкө
2.Кыйлгыл инсаф – яҡшылыҡ
3.Вәжүдем – йәшәйешем
ЗӨҺРӘМ
Көнө-төнө хәл йыймайса, йөрөнөң
Ике ауырыу ҡарап йүгереп,
Эштән ҡайтҡанда ла ауырһынмай,
Рәхәтләнеп күңелле көлөп.
Керә инең ишектән кергәндә,
Нурлы була ине йөҙҙәрең;
Һине тағы матурлата ине
Күккә маил зәңгәр күҙҙәрең.
Рәнйемә инде, Зөһрәм, мин бик оҙаҡ
Ауырыным бит һинең ҡулыңда.
Һытыҡ йөҙөң һис бер күрһәтмәнең,
Абынып йығылһаң да юлыңда.
Нескә, ихлас күңелле Зөһрә кәрәк саҡта бик тәүәккәл дә була белә. Шағирҙың улы Әнүәр иҫтәлектәрендә, әйтәйек, шундай бер ваҡиға иҫкә алына. Көндәрҙең береһендә Ғафуриҙарға Шәриф Сөнчәләй килеп инә. Үҙенең тамам хәле бөткән, төҫө ҡасҡан. Инешләй:
– Мәжит! Харап булдыҡ! Һине ҡаҙаҡтар эҙләп килә, ҡасырға кәрәк, – ти Шәриф.
Ғафури ул көндө ниндәйҙер бер сәбәп менән типографияға эшкә бармаған була. Ике ир тирә-яҡтарына ҡараналар. Бәләкәй генә фатирҙа ҡасыр урын бармы һуң?! Үлем ҡурҡынысынан ҡотолорға бер сара ла юҡмы икән ни?! Былар тамам аптырашып торғанда Зөһрә кисә генә йыуған керҙәрен бүлмә уртаһында торған өҫтәл өҫтөнә килтереп һала ла:
– Тиҙ генә өҫтәл аҫтына инегеҙ! Ашъяулыҡ иҙәнгә тиклем төшөп тора, һеҙҙе бер кем дә күрмәйәсәк! – ти.
Бер ҡасан да үҙенең шаянлығын юғалтмаған Ғафури:
– Шундай ир-егеттәргә, дошмандарҙан ҡурҡып, өҫтәл аҫтына ҡасыу бер ҙә килешеп бөтмәй, әлбиттә. Киләсәк быуындар беҙҙең был эште хурлыҡҡа һанамаҫтар әле, – ти.
Зөһрә иһә һалҡын үтек менән керҙәр үтекләгән булып ҡылана. Бына ҡаҙаҡтар өйгә килеп инә.
– Где твой муж?! – тип бик туҙыналар. Зөһрә белер-белмәҫ урыҫсаһы менән:
– Он дома нит! Ушел работа, – ти, үҙе һаман «кер үтекләй».
Һалдаттар ҡылыстары менән шкафтарҙы, һандыҡтарҙы, карауат аҫтарын төрткөләп сығалар, йорттоң барлыҡ мөйөштәрен тентейҙәр. Ә бына өҫтәл аҫтын асып ҡарарға бер кемдең дә башына килмәй. Шаулашып сығып китәләр ҙә бер офицер кире боролоп кереп, өҫтәлгә уҫал ҡараш ташлай. Шул минутта Зөһрәнең ҡото алынып, ҡулындағы үтеген иҙәнгә төшөреп ебәрә яҙа. Ҡурҡыуын һиҙҙермәҫ өсөн, ҡулын бешергән һымаҡ, бармаҡтарына өрөргә тотона. Офицер йоҙроғон янай ҙа сығып китә.
Өҫтәл аҫтынан сыға-сыға Ғафури шаярыуын дауам итә:
– Әгәр ҙә беҙҙә лә ҡорал булһа, был хурлыҡҡа төшмәҫ инек. Һәр хәлдә, беҙ икебеҙ ҙә Зөһрәкәйгә рәхмәтле. Бөгөн ул беҙҙе үлемдән ҡоткарҙы буғай...
Мәжит Ғафуриҙың һуңғы көндәренәсә Зөһрә ханым уның өсөн янып-көйөп йәшәй. Кәрәк ваҡытта ныҡлы ҡарар ҙа сығара белә. Шағир ауырып китеп, бик нык йүткерә башлағас, уны Ҡырымға дауаланырға ебәрергә кәрәк була. Әммә Мәжит төрлө сәбәп табып: «Йә, Ҡырымға барырға мин кем ул тиклем?» тип ҡаршы төшөп, икеләнеп йөрөй. Бына шунда иренән 11-12 йәшкә кесе булған Зөһрә уны, ауырыу булараҡ түгел, шағир булараҡ ҡуҙғатырҙай һүҙҙәр таба: «Һиңә, шағир кешегә, Ҡырымды, диңгеҙҙе, һис шикһеҙ, күрергә кәрәк! Ундағы ағастарҙы, тауҙарҙы кеше маҡтап бөтөрә алмай бит!» тип, Ғафуриҙы Ҡырымға барырға күндерә. Мәжит бик ҡәнәғәт, әммә тыуған яҡтарын ныҡ һағынып ҡайта.
Зөһрә ханымдың шағир тормошо менән йәшәгәнлеген дәлилләгән ваҡиғалар тураһындағы яҙмалар улдары Әнүәр иҫтәлектәрендә күп. Шуларҙың береһе бик ҡыҙыҡлы. Ул шағирҙың нескә күңелле, кешеләр һүҙенә иғтибарлы икәнен раҫлай.
Көндәрҙән бер көндө Мәжит Ғафуриҙы уның ижадына бағышланған осрашыуға саҡыралар. Ул унан бик кәйефһеҙ ҡайта. Зөһрә ханым үтә лә һаҡ тауыш менән осрашыуҙың нисек үтеүе хаҡында һораша. Яҡшы үткәнлеген әйтһә лә, шағирҙы ниндәйҙер ауыр уйҙар баҫҡанын һиҙгән ханым:
– Осрашыуҙы матур ғына үтте, тиһең. Ә үҙең беҙгә йүнләп һөйләмәйһең дә...
Шунда Ғафури көтөлмәгән һорау бирә:
– Мин бабайға оҡшағанмынмы?
– Бына һиңә кәрәк булһа! Улай тип һиңә бер кемдең дә әйткәне юҡ бит әле! – тип ғәжәпләнә Зөһрә.
– Әһә, тимәк, миңә бабай тип әйтеп булмай! – ти ҙә, шағир нимәлер яҙырға тотона. Бер аҙҙан: – Зөһрәкәй, Әнүәр, Хәлит! Килегеҙ! Һеҙгә бер яңы шиғыр уҡыйым, – тип барыһын да саҡырып ала. – Тәүҙә бөгөн генә булып үткән бер ваҡиға тураһында әйтәм. Өйгә ҡайтып килгәндә миңә бер йәш кенә егет осраны ла: «Бабай! Пушкин урамы ҡайҙа ул?» тип һораны. Асыуымдан мин уға нимә әйтергә лә белмәнем. «Бабай», имеш. Уның миңә шулай әйтергә ни хаҡы бар? Тимәк, мин бабай тип әйтерлек төҫкә ингәнмен. Тимәк, ғүмеремдең күп өлөшө үтеп тә киткән. Юл буйына башымдан әллә күпме уй кисерҙем һәм бына ошо шиғырҙы яҙырға ҡарар иттем, – тип шағир, бабай тип әйтеүсе егеткә яуап йөҙөнән яҙылған шиғырын уҡый. Унда ошондай юлдар бар:
Яңылышалар улар миңә «бабай»
Исемен биреп былай ваҡытһыҙ.
Әгәр бабай булһам, булыр инем
Мин ялҡынһыҙ, дәртһеҙ һәм рухһыҙ.
Көрәш барған саҡта ҡартайырға
Яраймы һуң дәртле кешегә?
Мин хәҙергә бабай булғаным юҡ,
Ҡарамағыҙ минең төҫөмә!
Алдан бармаһам да ҙур көрәштә,
Барырмын мин сафта бер тигеҙ.
Шундай кеше «бабай» буламы ни,
Йәгеҙ, шуны миңә әйтегеҙ!
– Оҫта яҙғанһың! Инде һиңә бер кеше лә бабай тип әйтә алмаҫ! – тип Зөһрә ханым шағирҙы дәртләндергәс, Ғафуриҙың күҙҙәре осҡонланып китә.
Ә был ваҡытта инде Мәжит Ғафуриҙың үлеменә лә аҙ ғына ҡалған була. Уны яуыз үпкә сире тамам эстән ашай. Ә Зөһрә ханым шағирҙың һуңғы һулышынаса янында була, уның һәр һүҙен, хәрәкәтен, ым ҡағыуын иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ғөмүмән, ул уның серҙәше, йәне, йөрәге була. Ундай ханымдарҙың күләгәлә ҡалырға хаҡы юҡ. Был хаҡта билдәле яҙыусы Зариф Бәшири бына нимәләр яҙып ҡалдырған: «Зөһрә Мәжит Ғафури өсөн бер иптәш – уның рухын, әҙәби зауығын күтәреүсе һәм дә уның ижади хеҙмәтен аңлай торған ихлас ярҙамсыһы. Ул Мәжитте хөрмәт итә, уны тәрбиәләй, юҡ-бар һорауҙар менән уны борсомай. Уның уйын, фекерен әҙәбиәттән башҡа яҡҡа йүнәлтмәҫ өсөн юҡты бар итергә, барҙы тота белергә тырыша ине. Мин шағирҙар менән яҙыусылар араһында үҙенә иптәш һайлай белеүҙә Мәжит Ғафури саҡлы ҙур уңышҡа осраған башҡаны белмәйем. Бигерәк тә был мәсьәләлә үҙемдең ғүмерем зәһәрле рәүештә үткәнлектән, Зөһрәнең баһаһын, ҡиммәтен барыһынан да ныҡ аңлайым. Шуның өсөн тағы ла бер тапҡыр әйтәм, тарих Мәжиткә ни тиклем ҙур баһа бирһә, Зөһрәгә лә шундай баһа бирелергә тейешле!» («Әҙәби Башҡортостан», 1958, №5, 101-се бит).
Шулай итеп, Зөһрә ханым шағир тормошонда баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Һөйөклө һәм ҡәҙерле кешеһен юғалтҡас, Зөһрә лә оҙаҡ йәшәмәй, М. Ғафури вафатынан һуң дүрт йыл үтеүгә яҡты донъя менән хушлаша. Ни бары ҡырҡ ете йәш була уға. Шағир йондоҙға тиңләгән Зөһрәнең исеме, уның изге ғәмәлдәре туғандары, яҡындары, Мәжит Ғафуриҙы баһалаусылар хәтерендә йәшәй.
Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА
Октябрь аҙағында Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында шағирҙың хәтер кисәһе булды. Кисәлә ҡатнашыусылар шағирға бағышланған шиғырҙар уҡыны, ғаиләһенә бәйле хәтирәләре менән бүлеште. Кисә һуңында Башҡорт академия драма театры ҡаршыһындағы һәйкәленә һәм ҡәберенә сәскәләр һалынды.
Читайте нас: