-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Түңәрәк өҫтәл
13 Ноябрь 2018, 17:53

Драматургия ни хәлдә - 2

«Донъяға күп изгелек әйтә торған кафедра ул – ТЕАТР» ( Н.В.Гоголь)

Уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр, фекерҙәр
Театр ҡасандыр барлыҡҡа килгәненән алып бөгөнгө көндәрҙә лә тамашасыларға әхлаҡи, эстетик тәрбиә бирә. Актерҙар беҙгә сәхнә аша тормошто аңларға ярҙам итә. Пьесаны уҡып сығып, ролдәр бүленеп, һүҙҙәр, хәрәкәттәр өҫтөндә эш башлана, костюмдар, декорациялар әҙерләнә. Ҡыңғырау... Сәхнә... Тынлыҡ... Һәм изге, рухи донъя байытыусы ҡорам эсендә тормош башлана. Кемдер ижад иткән ул тормошто. Күңелендәге, йөрәгендәге, аң-зиһенендәге тойғолар менән һуғарып, серле бер тормошто барлыҡҡа килтергән ижадсының ҡайһы берҙә үҙе лә көтмәгәнсә яҙмыш боролоштары, характерҙары аша тамашасы илһамлана, хыял донъяһына сума, шатлана, ҡайғыра, хәсрәтләнә. Актерҙар ролдәрен башҡарған мәлдәрҙә тамашасыларға күңелдәрендә тупланған илһамды, хыялдарҙы бүләк итә. Шуны эҙләп килә тамашасы театрға.
Ә ижадсы-драматургтарыбыҙ ниндәй пьесалар тәҡдим итә? Ғөмүмән, драматургия беҙҙә ниндәй хәлдә? Был турала драматург, прозаик, шағир Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев менән журналыбыҙҙың дүртенсе һанында әңгәмә булғайны. Унда уның тарафынан бик фәһемле фекерҙәр әйтелде. Сәнғәттең был өлкәһе тураһында һөйләшеүҙе дауам итеп, «Тамаша» журналында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Был ҡорҙағы һөйләшеүҙә һүҙ пьеса яҙыу өсөн тема, яҙыусыларға Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ярҙам күрһәтелеү–күрһәтелмәүе, авторҙар менән режиссерҙар араһындағы бәйләнеш, драматургия секцияһының ултырыштары, театр ҡанундары, йәш драматургтар өсөн семинарҙар үткәреү тураһында барасаҡ.
Ҡорҙа ҡатнашыусылар менән танышайыҡ.
Сөләймән Йәнғәле улы Латипов – журналист, драматург, «Тамаша» журналының баш мөхәррире;
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев – башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе;
Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев – яҙыусы, драматург;
Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев – яҙыусы, журналист, драматург, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире;
Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин – шағир, журналист, драматург, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире;
Салауат Нәзир улы Әбүзәров – шағир, журналист, драматург,«Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире.
С.Латипов. Шулай итеп, хөрмәтле ҡунаҡтар, беҙ, «Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙең менән осрашыу үткәрергә булдыҡ. Алдағы, дүртенсе һанда билдәле драматург, яҙыусы Наил Ғәйетбай менән «Драматургия ни хәлдә?» исемле әңгәмә сыҡты, унда беҙҙең Башҡортостанда милли драматургияның бөгөнгөһө тураһында әсенеп әйткән фекерҙәр ошо осрашыуға этәргес булды.
Ҡорҙо журналист булараҡ алып барасаҡмын. Әңгәмәнебарығыҙ ҙа уҡып сыҡтығыҙ. Наил Әсхәт улының әйткәндәренә ҡушылаһығыҙмы йәки ҡаршыһығыҙмы? Уй-фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Һүҙҙе Наил Ғәйетбайҙың үҙенән башлайыҡ. Һеҙ электән, Мәҙәниәт министрлығында эшләгәндә, башҡорт драматургияһы, театрҙар эшләһен, үҫешһен, сәскә атһын, тип күп көс һалдығыҙ. Ләкин һуңғы мәлдәрҙә был мәсьәлә беҙҙе борсоуға һала, Талҡаҫта үткәрелгән семинарҙар тарихта ғына ҡалды, драматургтар эше лә һүлпәнәйҙе.
Н.Ғәйетбай. Сәбәптәре лә, бөгөнгө хәлдәр тураһында әлеге әңгәмәлә әйтелгәйне. Семинарҙарҙы беҙ нимәгә ойошторғайныҡ һуң? Башта Өфөлә ике көнлөк итеп үткәрә инек. Йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим мәсьәлә булды. Өлкәндәр яҙыуҙан туҡтаны. Ә йәштәр араһынан драматургтар күренмәй. Ул осорҙа яңы театрҙар асылды. Шуға күрә лә, министрлыҡта эшләгәс, мәсьәләне хәл итергә кәрәк, тигән уйға килдем. Сөнки Рәсәй кимәлендә йыш үткәрелеп, унда ҡатнашҡаным булды. Рузала, Переделкинола семинарҙар егерме дүртәр көн үткәрелә ине. Ике-өс көнлөк семинарҙарҙы Өфөлә, Өфө тирәһендә үткәрҙек. Нимәһе насар булды? Унда ҡатнашыусылар – бөтәһе лә йәштәр, журналистар, эшләйҙәр. Беренсе көн генә булалар ҙа, ҡайталар ҙа китәләр. Бер Актерҙар йортонда Олег Ханов, Нәжиб Асанбай, Фәрит Богдановтар менән йыйылғайныҡ, залда ике генә кеше ултыра. Шунан һуң, семинарға йәштәрҙе алыҫҡараҡ алып китергә кәрәк, тип уйланым. Талҡаҫта ойошторҙоҡ, такси ул ваҡытта юҡ. Режиссерҙарҙы ла саҡырҙыҡ. Уларға пьесалар һайлап алырһығыҙ, тигән бурыс ҡуйҙыҡ. Ике аҙна барҙы ул осрашыу, ашау-йәшәү ҙә бушлай булды. Мин унда мотлаҡ иң яҡшы пьеса булһын, тигән маҡсат ҡуйманым. Ә режиссерҙар: – Ниңә бындай пьесалар өсөн саҡыраһың беҙҙе? – тигән дәғүә белдерҙеләр. Унан һуң мин әҫәрҙәрҙе үҙегеҙ һайлап алығыҙ, тинем.
Унан һуң миңә эштән китергә тура килде, семинар эше һүлпәнәйеп, бөтөнләй туҡтап ҡалды.
2003, 2008 йылдарҙа үткәрелгән семинарҙарға яҙыусы, драматург, режиссер Николай Коляда килгәйне, унда мин дә ҡатнаштым.
Әле режиссер Зиннур Сөләймәнов йылына ике тапҡыр драматургтар менән осрашыуҙар ойоштора, ике көнгә йыйылалар. Унда йөрөүселәрҙән башҡорт телендә яҙышыусылар юҡ һанында. Мин был турала һорау биргәс, Шәүрә Шәкүрова бар бит, тигән яуап ишеттем. Әммә ул рус телендә яҙа. Һуңғы ваҡытта унда Мөнир ҙә ҡатнаша башланы. Зиннурға уңыштар теләйек!
С.Латипов. Әле Наил Әсхәт улы ошо интервьюны ни өсөн эшләнеү маҡсатын аңлатты. Бөгөн беҙ бында билдәле драматургтар, яҙыусыларҙы саҡырҙыҡ.
Н.Ғәйетбай. 90-сы йылдарҙағы хәлдәр тағы ла ҡабатлана. Хатта аяныслыраҡ та. Юҡ драматургтар. Ярай бына Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафиндар килеп сыҡты. Йәшерәктәр араһынан берәү ҙә юҡ. Шуға күрә театр сәнғәтен, драматургияны үҫтерергә теләһәк, эҙләргә, ярҙам итергә тейешбеҙ. Элек режиссерҙар: «Давай, пьеса яҙ», – тиҙәр ине. Әле беренсе шаршауы ла яҙылмаған, ә тиҙләтәләр... Бөгөн беҙҙең драматургия бик ныҡ ауыр хәлдә, шунан проза, шунан поэзия, әҙәбиәт, тел, халыҡ юҡҡа сыға башлаясаҡ бит!
Р. Кинйәбаев. Әйҙәгеҙ, кисәге хәл тураһында түгел, бөгөнгөгә күҙ һалайыҡ. 2016 йылда театрға йөрөүселәрҙең һаны 14 процентҡа артҡан, уҙған йыл – 16-ға. Тимәк, халыҡтың ихтыяжы артҡан бит. Тамашасылар театрҙарға күберәк йөрөй башлаған. Ул хәтлем кире яғын ғына күрмәйек әле. Бизмәнгә һалып ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа театр хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ла байтаҡ ҡына артты. Яңыраҡ ҡына Наил Әсхәт улы А.Мөбәрәков исемендәгеСибай дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйылған «Хазина» спектакленең премьераһынан ҡайтты. Шунан һуң, яҙ көндәрендә «Нур» татар дәүләт театры Мөнир Сәхиулла улының «Ҡояшлы яҡҡа сыҡ»пьесаһын сәхнәгә сығарҙы. Салауатҡа, миңә шылтыраталар, пьеса һорайҙар. Сөләймәндең дә яйлап ҡына пьеса ижад иткәнен беләм. Драматургияны ул тиклем дә ауыр хәлдә тип әйтмәҫ инем.
Әгәр төптәнерәк ҡараһаҡ, драматургтар бер ваҡытта ла күп булмаған. Мәҫәлән, Мөхәмәтша Буранғолов заманында бит ул ғына пьеса яҙған. Ул бик әҙ ҡуйылған. Күберәк урланған. Мәҫәлән, «Зәңгәр шәл».
Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ибраһим Абдуллин, Әсғәт Мирзаһитов, Нәжиб Асанбай, Флорид Бүләков, Фәрит Богданов – үткән дәүерҙә ижад иткәндәр. Әммәул замандарҙа уларҙың ҡәҙерен белгәндәр.
1992 йылда драматургияның секцияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгәйне. Фәрит Богданов ул саҡта ВААП-тың (Автор хоҡуҡтары буйынса бөтөн союз агентлығы) яуаплы сәркәтибе ине. Шул секцияла Флорид Бүләков «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» тигән пьесаһын тәржемә итергә миңә бирҙе, мин уны «Восход» газетаһына ебәрҙем. Ике театр ошо пьеса өсөн – академтеатр (Рифҡәт Исрафилов), Стәрлетамаҡ театры (Илшат Йомағолов менән Гөлдәр Ильясова) – ҡыҙыу ғына бәхәсләшеп йөрөнөләр.Спектакль ҡуйылһа, гонорары ла була. Был иһә үҙенә күрә стимул.
Дөйөм алғанда, хәл насар тип әйтмәҫ инем мин. Бәлки һорауҙы былай тип ҡуйырға кәрәктер: «Нимә тураһында яҙырға?» Театрға ниндәй пьеса кәрәк? Бына минең «Әбейүшкә@эт тущка.ru»уңышлы ғына кереп китте, үҙем дә көтмәгәйнем мин быны. Ваҡиға йөҙ процент тулыһынса тормоштан алынған. Нисә йыл бара Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» спектакле, Наил Ғәйетбайҙың «Бер мәл санаторийҙа» спектакле? Тойомлап ҡына әйтәм, әлеге ваҡытта халыҡ нимә көтә, шуны ҡуйырға кәрәк. Театр, министрлыҡ чиновниктары түгел, халыҡ көткәнен. Мәҫәлән, бер район башлығы бик күп матди байлыҡ урлап эләккән, уны прокуратураға йөрөтәләр, тикшерәләр, һорау алалар. Кисә генә түшен киреп, сәләм дә бирер-бирмәҫ кеше нисек итеп бындай көнгә төштө икән?
Бәлки, халыҡ көтәлер, хәҙерге тормоштағы ваҡиғалар тураһында, интернет киңлектәренән дә сюжет табырға була.
Н.Ғәйетбай.Салауат та, Мөнир ҙә иллегә етеп бара. Утыҙ йәшлектәр юҡ! Гонорар мәсьәләһенә килгәндә, элек уны министрлыҡ түләй ине, хәҙер театрҙарға йөкмәттеләр. Ә улары, беҙҙең аҡса юҡ, ти ҙә ҡуя.
З.Әлибаев.Мин Зиннур Сөләймәнов үткәргән бер нисә семинарҙа булдым. Уларҙың да маҡсаты – йәштәрҙе ылыҡтырыу. Ә тағы ла мөһимерәк мәсьәлә бар – телде белеү. Беҙ әҙәби әҫәрҙәр буйынса төрлө конкурстар үткәрәбеҙ, аптырарлыҡ: матур һөйләмдәр бик һирәк. Һутлы тел кәмей. Бына был интервьюла ике йөҙ халыҡ театры бар, тип әйтелә. Министрлыҡ кимәлендә халыҡ театрҙары өсөн семинар үткәреп, Наил Ғәйетбай, Салауат Әбүзәрҙе һәм башҡаларҙы саҡырып, улар сығыш яһаһындар. Һөҙөмтәлә эш үҙенән-үҙе алға китәсәк. Бына әленән-әле Сибайҙа, Белоретта ҡәләм тирбәтеүсе йәштәр ҙә бар. Яңыраҡ ҡына «Ағиҙел» журналында Әлиә Саматованың «Кәкүк» исемле повесы баҫылып сыҡты. Ул Инйәрҙә йәшәй, теле халыҡсан. Ауылдарҙағы, район үҙәктәрендәге һәүәҫкәр театр коллективтарында, драма түңәрәктәрендә ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә ҡатнаша. Шуның һымаҡтарҙы ылыҡтырырға, тәжрибә туплағандарҙы семинарға саҡырырға кәрәк. Ундан бер яҙыусы, драматург сыҡһа ла, бик яҡшы. Зиннурҙың эшмәкәрлеге нимәһе менән үҙенсәлекле, киләсәктә театрҙа ҡуйылырға тейеш спектаклде театр ҡанундары менән таныштыра ул. Бына унда Мөнир ҙә ҡатнашты. Һәм бик ыңғай күренештәрҙең береһе – был осрашыуҙар йәштәрҙе ылыҡтырыуҙың бер күренеше. Был эштәрҙе Министрлыҡ, Халыҡ ижады үҙәге аша атҡарырға мөмкин. Мәҫәлән, Халыҡ ижады үҙәге «Мәргән уҡсы» республика фестивале, Этно-төркөмдәр фестиваль-конкурсы, «ҠУРАЙФЕСТ» һәм башҡа бик күп төрлө форумдар үткәрә. Тимәк, аҡса бар. Драматург аламы, секция алып барған кешеме, смета төҙөгәндә, планға индереп, шул рәүештә семинарҙар башланып китһен ине. Халыҡ театрҙарының семинарҙарына мине бер нисә тапҡыр саҡырҙылар. Шуларҙың береһе фольклор буйынса, унда элек билдәле фольклорсы-ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов та ҡатнаша торғайны. Семинар аҙағында унда ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыла, ул һәр кем өсөн үҙенә күрә бер баҫҡыс. Был миҫал өсөн, шундай вариант та бар, тимәксемен.
Клубта эшләүселәр өсөн, Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡандар өсөн, йәштәрҙең инициативаһына бәйләп, ижадсылар теләген Мәҙәниәт министрлығына еткерергә кәрәк.
Бына ни өсөн Наил Әсхәт улы министр урынбаҫары булып эшләгәндә, сәнғәтебеҙҙең аҡһаған ерен үҙ өҫтөнә алып башлап ебәргән. Ә хәҙер иһә эште яңынан ойоштороп башлаусы бер кеше кәрәк.
С.Латипов. Беҙҙең Яҙыусылар союзында драматургия секцияһы бар. Уларға ошо эште йөкмәткәндә нисек була?
З.Әлибаев. Бик яҡшы була. Сөнки мин секциялар ултырыштарының бөтәһендә лә ҡатнашам. Яңы китаптар, яңы ҡулъяҙмалар буйынса әңгәмә алышыуҙар файҙалы һәм кәрәкле. Драматургия секцияһының ултырышы әлегә булғаны юҡ. Шиғри әҫәрҙәр ижад итеүселәр әүҙемерәк, күберәк булғанға йыйылыштар әленән-әле булып тора. Драматург бит пьесаһын яҙа ла, һалып ҡуя.
С.Латипов. Драматургия секцияһының ултырышы булғаны юҡ икән, уның етәксеһе итеп кем һайланғайны?
Н.Ғәйетбай. Беҙ Риф Әхмәҙиевты һайлап ҡуйғайныҡ. Ул декан, һис ваҡыты юҡ. Мин Сәрүәр Сурина менән һөйләштем, ул секцияны етәкләргә риза. Ул бик әүҙем. Сәрүәрҙе ҡуйырға кәрәк драма секцияһы башлығы итеп.
С.Латипов. Тимәк, беҙ алда Зәки Арыҫлан улы тарафынан әйтелгән тәҡдим менән драма секцияһы етәкселеген таныштырайыҡ, тапшырайыҡ, йәғни, йөкмәтәйек, ә ул үҙ сиратында Министрлыҡҡа бара.
З.Әлибаев. Хәрәкәт кәрәк. Хәрәкәт юҡ икән, алға китеш тә, идея ла юҡ.
С.Латипов. Һөйләшеүҙең бер файҙаһы булды, тиергә урын бар. Хәҙер Мөнир Сәхиулла улын тыңлайыҡ.
М.Ҡунафин. Наил Әсхәт улы дөрөҫ әйтте. Драматургия – үҙенсәлекле жанр. Бәлки, утыҙ йәштә драматургияға килеп тә булмайҙыр, килеп булһа ла, сәхнәгә менеп булмай. Башҡортостан яҙыусылар союзы эргәһендә Зиннур менән тик башҡорт телендә яҙған драматургтар өсөн түңәрәк ойошторҙоҡ, унда алты-ете йәш драматург килде. Уларға утыҙ йәштәр тирәһе. Һәммәһенә лә заданиелар бирҙек, тәүҙә ҡыҫҡараҡ текстар, диалогтар төҙөү кеүек ябайыраҡ эштәрҙе. Һәм, әйтергә кәрәк, шул алтау-етәүҙең дүртеһе ысынлап та ныҡлап тотонһа, драматургияға инеп китерлек һәләттәре бар. Һәм улар дәртләнеп тә китте. Беҙ Сәрүәр апай менән ҡарап ҡына сыҡманыҡ уларҙың эштәрен, драматургия буйынса кәңәштәр бирҙек, бөгөн нимәгә ныҡлап иғтибар итергә, театр сәнғәтендәге үҙгәрештәрҙе күрергә кәрәк икәнлекте төшөндөрҙөк. Сөнки хәҙерге театр сәнғәтендә «Ғәлиәбаныуҙар», Ғәлиәләр менән генә сикләнеп булмай. Рәсәй, донъя кимәлендәге һулыштарҙы белеп торорға кәрәк. Сәхнәгә менгән һүрәттә лә, Рәлиф ағайҙың фекеренә ҡаршы килеп шуны әйтер инем – халыҡҡа ғына оҡшаған әйбер яҙып, театр сәхнәһенә менеп булмай. Һинд кинолары менән халыҡты тәрбиәләп булмай. Сөнки хәҙер компьютер, интернет заманы. «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленә шуның өсөн дә йөрөйҙәр – заманса техник һәм яңыса режиссер алымдары. Театр сәнғәтендәге үҙгәрештәрҙе шуға ла ваҡытында аңлатып барырға кәрәк. Осрашыуҙа егет һәм ҡыҙҙар менән беренсе дәрес шулай үтте. Ә икенсеһенә уларҙы һис йыйып алып булмай, сөнки үҙҙәренең әүҙемлектәре юҡ. Хайран ҡалам уларға. Беҙ сәйнәп тигәндәй йотторорға әҙербеҙ, шуны ҡабырға ла йыбаналар. Икенсе ултырыш июнь айында булырға тейеш ине, бәлки, йәй көндәрендә төрлө мәшәҡәттәре арҡаһында килә алмағандарҙыр. Хәҙер көҙ етте. Беҙ Зиннур менән уларҙы тағы ла йыйырға ниәтләйбеҙ.
Шуны ла әйтеп үтәйем, беренсе йыйылғанда Ринат Сөләймәновтың пьесаһы бик ҡыҙыҡ ҡына һымаҡ тойолдо. Гөлнара Мостафина, Олеся Әбдрәхимова, Рәшит Зәйнуллиндарҙың эштәре лә иғтибарҙы йәлеп итте.
Әле Зәки Арыҫлан улының фекеренә ҡушылам – хәрәкәт булһа, яңы исемдәр ҡалҡып сығасаҡ. Тик төплө фекерле һәм ышаныслы булһындар. Шул алты-ете кешенең берәү-икәүһе драматург булып китә алһа, һөҙөмтә булыр, тип уйлайым мин.
С.Латипов. Эйе, режиссерҙар һайлап алырлыҡ булһын. Бына шуларҙың береһе – Салауат. Режиссерҙар уға хәҙер тынғылыҡ бирмәй, шылтыраталар ҙа шылтыраталар, пьеса һорайҙар.
Н.Ғәйетбай. Шул уҡ теманы дауам итәйем. Мин семинарҙар ойошторған заманда ла йәштәрҙе йөрөтөп булмай ине. Булды бер осор, ҡырҡ йәштәр тирәһендәгеләрҙе йыя башланыҡ. Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниевалар етди ҡарашта булып, әүҙем йөрөнөләр. Ә әҙәбиәткә яҡшылап аяҡ та баҫып өлгөрмәгән йәштәрҙе саҡырабыҙ, драматугияны бар тип тә белмәйҙәр, ҡыҙыҡһынмайҙар, йөрөмәйҙәр.
Р.Кинйәбаев. Наил Әсхәт улы әйтеп бөтөрмәне – ундағы иң ҡәтғи фекерҙе Буранбай сығара: «Наил ағай семинарына йөрөһәң, бөтөнләй пьеса яҙа алмаясаҡһың».
С.Латипов. «Йәки китабын уҡыһаң»...
Н.Ғәйетбай. Дамир Шәрәфетдинов та бер тапҡыр булды ла семинарҙа, башҡа күренмәне. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, осраттым. Ул: «Ни өсөн Буранбай семинарҙарға йөрөмәй, беләһегеҙме? Сөнки унда йөрөһәң, пьеса яҙып булмай», – тине. Мин, дөрөҫ әйткән, тим. Сөнки шиғыр яҙыусыларҙың тәбиғи таланты бар, прозаны ла тәбиғи талантҡа таянып ижад итәбеҙ. Ә драматургия – ул шундай жанр, унда ныҡлы белем кәрәк. Күпме кешенең көсө, ныҡышмаллығы, эшһөйәрлеге етешмәй. Хикәйә, шиғыр яҙыу кеүек еңел ижад итәләр, белемдәре етешмәй, шунан пьеса яҙалар, семинарға алып баралар. Ләкин ул бешеп етмәгән була, сәхнә ҡанундарын белмәйҙәр, өйрәнмәйҙәр. Анһат ҡына эш түгел бит ул. Шуны мин аңлатырға тырыштым. Буранбай: «Унда күп тырышырға кәрәк бит», – ти.
С.Әбүзәров. Наил Ғәйетбайҙың семинарҙар үткәреүе беҙҙең башҡорт драматургияһына йән өрөп ебәргәйне. Ул осорҙа кемдәр йөрөгән, әле шуларҙың спектаклдәре ҡуйыла. Бөгөнгө ошо һөйләшеүҙә режиссерҙарҙың булмауы үкенесле. Сөнки драматург бер ваҡытта ла сәхнә әҫәрен үҙе генә хәл итә алмай. Пьеса, йәғни, сеймал ғына әҙерләп биреүсе ул. Ә режиссер халыҡҡа сығара. Бында бер нисә режиссер ҡатнашһа, бик яҡшы булыр ине.
С.Латипов. Олег Зәкир улы Хановты, Байрас Надим улы Ибраһимовты, Илдар Иршат улы Вәлиевтарҙы саҡырҙыҡ, килә алманылар.
С.Әбүзәров. Ниндәй генә пьеса ижад ителмәһен, драматургтар ҙа бар, ә һаман да пьеса юҡ, ти ҙә торалар. Шуға күрә һөйләшеү уларға ла тәьҫир итер ине.
Н.Ғәйетбай. Театрҙарҙың башҡорт драматургияһына битарафлығы мәҙәниәт министрлығына бәйле. Элек обком булды, ул, әҙәбиәт булһынмы, театрға ҡағылышлы булһынмы – тейешле йүнәлештә сәйәсәтен алып барҙы. Улар репертуарҙы ҡарап, башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре ниңә әҙ, тип, милли пьесаларҙан спектаклдәр ҡуйыуҙы талап итәләр ине. Мәҫәлән, мине, ундай жанрҙа ижад итмәгән кешене, Сибайҙан режиссер Фәтхелислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов бер нисә тапҡыр шылтыратып пьеса яҙыуымды һораны. Шунан мин яҙып ҡараным, әммә ул тәүге эшем уңышлы булманы. Сөнки мин сәхнә ҡанундарын белмәйенсә, проза кеүек еңел генә яҙҙым.
Хәҙерге ваҡытта Мәҙәниәт министрлығы был тәңгәлдәге хәлдәр менән бер нисек тә ҡыҙыҡһынмай. Репертуар нисек, башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре ҡуйыламы, тип һорау биргән кеше лә юҡ. Илле проценттан кәм булһа, ниңә улай? Элек татар авторҙарыныҡы күберәк ҡуйыла башлаһа ла, ни өсөн? – тигән һорауҙар ҡуйыла ине.
С.Әбүзәров. Мөниргә саҡ ҡына ҡаршы киләм. Халыҡ яратмаған әйберҙе ҡуйыуҙан бер ниндәй мәғәнә юҡ. Сөнки театрҙарҙы ла тамашасы йәшәтә, унда йөрөүсе булмай икән, ул театр ябыласаҡ, юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә халыҡтың ихтыяжын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Әлбиттә, аралаштырырға була, замансаға яраҡлаштырылған, модаға ингән күренештәр ҙә бар. Саҡ ҡына берәй нәмә күрһәтелеп, күккә күтәрелеп маҡталһа, шуға ябырылалар. Ә үҙебеҙҙең меңәр, йөҙәр йыллыҡ әйберҙәребеҙҙе онотабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Ҡайҙа беҙҙең халыҡты тетрәтеп, илатҡан пьесаларыбыҙ? Шул уҡ «Ғәлиәбаныу», шул уҡ Мостай ағай әҫәрҙәре?!? Театрҙа билеттар булмай торғайны ул спектаклдәр ҡуйылғанда. Бер ваҡытта ла үткәнде оноторға ярамай. Мәскәүҙән ниндәйҙер режиссерҙы саҡыралар ҙа, халыҡтың менталитетын да белмәгән кеше үҙенсә ҡыландырырға тотона. Чеховтың «Туй»ын ҡуйҙылар. Нисә тапҡыр ғына ҡуйылды ла бөттө, онотолдо. Шунан, ниндәй мәғәнә булды инде? Күпме аҡса түгелде. Минеңсә, ул бөтөнләй мәғәнәһеҙлек.
Н.Ғәйетбай. Эйе, шулай уҡ «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» тигән спектакль шулай уҡ бик әҙ ғүмерле булды. Мин премьераның икенсе көн үткәрелгәненә барҙым. Ҡаҙаҡ режиссеры Нурлан сәхнәләштергәйне уны. Ул тамаша башланыр алдынан сығып, икенсе акт ҡыҙыҡлыраҡ буласағы тураһында әйтте. Баҡһаң, тәүге көн тәнәфестә бар тамашасы ҡайтып киткән! Ҡарап ултырам, әммә кешеләр беренсе акттан һуң сығып бөттө...
С.Әбүзәров. Пьеса ҡуйыуҙы кәсепкә әйләндерә башланылар шикелле.
З.Әлибаев. Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата «Урал батыр» эпосы буйынса пьеса ҡуйыр өсөн яҡут режиссерын саҡырттылар.
С.Әбүзәров. Эйе, ә ул режиссер Урал батырҙың кем икәнен дә белмәй бит инде!
З.Әлибаев. Рус драма театры «Аҡбуҙат»ты ҡуйҙы. Күпме костюмдар әҙерләнә, көс, аҡса сарыф ителә...
Н.Ғәйетбай. 1990 йылдар. Бер режиссер менән бәхәс булғайны. Мин унан: «Ни өсөн ундай спектакль ҡуяһың? Халыҡ йөрөмәй бит», – тием. Ул: «Мине халыҡтың килеү-килмәүе бөтөнләй борсомай, миңә барыбер!» – ти. «Улай булғас, тамашасының хәжәте булмағас, дүртенсе стенаны бөтөнләй ябып ҡуй», – тием. Ғөмүмән, шулай тип әйтергә яраймы икән ни? Мәҫәлән, Мона Лизаның картинаһын айға алып барып ташлаһаң, уның берәй ҡиммәте бармы? Берәү ҙә күрмәйәсәк. Шуның өсөн, тамашасы йөрөмәй икән, спектакль оҡшамай икән, теләһә ниндәй философияһы булһа ла, ундай тамашаның кәрәге юҡ!
М.Ҡунафин. Ә бына мин ул режиссер менән килешәм. Ни өсөнмө? Ул үҙенең эше, эшенең сифаты өсөн эшләй. Профессиональ кимәлдә эшләй икән, ул тамашасыға оҡшаясаҡ. Әгәр ҙә «тамашасыға оҡшар өсөн тырышасаҡмын» тип эшләй икән, спектаклдең шул өлөшө шунда уҡ беленеп торасаҡ, яһалмалыҡ китә. Режиссер үҙенең генә эшен башҡарһа, ул халыҡҡа оҡшаясаҡ. Аҡылы, фекере, ни әйтергә теләгәне тамашасы күңеленә ятасаҡ. Тик аңламауы ла мөмкин... Кимәл әҙерлегенән дә тора бит. Шул йәһәттән ҡараһаң, һәр кем Үҙенең эшен белеп башҡарырға тейеш.
Әйтәйек, Ғәлиәбаныу спектаклен алайыҡ. Ул элеккеесә ҡуйылһа, минең һис ҡарағым килмәй. Хәҙерге заманға ярашлы, яңыса формаһын табырға мөмкин. «Ай тотолған төндә»не Айрат Абушахманов ҡуйҙы бит – бөтөнләй икенсе! Шамандар кеүек оло йәштәге әбейҙәр – аҡһаҡалдар ултыра, бәлки, ниндәйҙер бәрелеш-һуғыштарҙа һәләк булып бөткәндәрҙер ҙә, өлкән йәштәге ҡарт бабайҙар урынына улар ҡалғандыр... Ә шуның һымаҡ алымдарын күпме тәнҡитләнеләр. Миңә ошоноһо, яңысаһы, бик ныҡ оҡшаны. Мәҫәлән, мин В.Васнецовтың «Өс баһадир» картинаһына ҡарағанда Сальвадор Далиҙың «Төш...» тигән картинаһында күп, бик күп мәғәнә табам, күберәк ләззәт алам. Шул картинаның эсенә инеп китәм. Ә алда әйткән әҫәр матур, әлбиттә, әммә мин ундайҙарҙы күргәҙмәнән сығыу менән онотам.
Әлбиттә, һүҙ ҙә юҡ, беҙҙең элекке осор театр сәнғәте лә йәшәргә хоҡуҡлы. Тик репертуарҙы улар менән генә тултырып ҡуйһаң, үҫеш булмаясаҡ. Араһында шул уҡ «Ғәлиәбаныу» ҙа йәшәһен. Әммә, яңылары ла, яңысалары ла булһын. Башҡаса күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Н.Ғәйетбай. Модернизм, сюрреализм тигән төшөнсәләр бар. Шуның һымаҡ нәмәләр баҫып алды. Ана, Ленин урамының осонда статуялар ҡуйылды, бер нимә лә аңлашылмай. Йәштәрҙең рухын ғына боҙа улар.
М.Ҡунафин. Миңә шул әйберҙәр ныҡ оҡшай.
Н.Ғәйетбай. Оҡшайҙыр ҙа. Мәҫәлән, сит илдәрҙә, Америкала, биш ҡатлы йортта рәссамдарҙың һүрәттәренең күргәҙмәһе эшләй, ти. Биш ҡаттың дүртеһе – реалистик, бишенсе ҡаттың бәләкәс кенә бер бүлмәһендә сюрреализм менән һуғарылған әҫәрҙәр. Тимәк, уларҙың урыны биш проценттан артыҡ түгел. Беҙҙә лә шул уҡ биш кенә процент булыуы мөмкин. Ә бында кешеләр, ул ғына ла түгел, йәштәр иң күп йөрөгән урында – Ленин урамына ҡуйғандар!
М.Ҡунафин. Булһын биш процент! Мин, мәҫәлән, Илдар Зәкәриә улы Туймаҡаевтың картиналарын һоҡланып ҡарайым. Уларҙа – йөҙләгән роман һыйырлыҡ сюжеттар бар.
Н.Ғәйетбай. Аллен Даллестың программаһын уҡығыҙ әле. Унда яҙылған бит, нисек Рәсәй халҡын юҡҡа сығарырға, шул иҫәптән сәнғәт әйберҙәре аша ла. «Сәнғәт әҫәрҙәренең насарҙарын – яҡшы, яҡшыларын – насар!» –тип баштарына һеңдерергә кәрәк, тиелә унда. Беҙҙең тәнҡитселәр ана шул ҡоротҡос эш башҡара.
М.Ҡунафин. Беләбеҙ, уҡығанбыҙ. Һеҙ кешенең ирекле фекерләй алыуына ҡаршыһығыҙ, элекке социализмда йәшәгән осорҙағы һымаҡ.
Н.Ғәйетбай. Был бит сәнғәт. Йәмһеҙлекте түгел, матурлыҡты данларға тейеш ул.
С.Латипов. Беҙ бер аҙ ситкә киттек. «Драматургия ни хәлдә?» тигән теманың тәүге өлөшөн йомғаҡлап, шуны әйтке килә. Беренсенән, Рәлиф әйтмешләй, драматург теманы үҙе һайлап алып, һәйбәт әҫәр ижад итергә тейеш. Бөгөнгө көндә халыҡҡа оҡшағаны ла кәрәк. Икенсенән, Мөнир әйтеүенсә, халыҡты алға этәреүсе әҫәр ҙә кәрәк, сөнки яҙыусы халыҡ артынан эйәрергә түгел, ә эйәртергә бурыслы. Өсөнсөнән, Драматургтар секцияһына яңы етәксе кәрәк. Һәм, дүртенсенән, минең фекерем бар, Наил Әсҡәт улы башлаған семинар туҡтап ҡалды, уны яңынан тергеҙергә мөмкинме икән? Яҙыусылар союзы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Тамаша» журналы аша йыйылышып, һөйләшеп, Программа төҙөргә, Мәҙәниәт министрлығына хат яҙырға кәрәк.
З.Әлибаев. Дауам иткәндә, бик тә яҡшы буласаҡ.
С.Латипов. Киләһе йылдың июнь-июль айҙарында үткәреү тураһында планлаштырырғалыр?
Р. Кинйәбаев. Әле киләһе йыл өсөн смета төҙөлгән инде.
Н.Ғәйетбай. Эйе, август айына смета әҙер булырға тейеш. Секция эше башланғас, Зиннур, Мөнир, Сәрүәр һәм дә башҡалар йыйылышып, план төҙөп, был мәсьәләне хәл итергә кәрәк.
С.Латипов. Яҙыусылар союзы эште башлап ебәрә, «Тамаша» журналы булышлыҡ итә, Наил ағай йәш драматургтарҙың әҫәрҙәрен һайлап ала, уға Мөнир, Рәлиф, Салауаттар ярҙамлаша– килешәһегеҙме?
З.Әлибаев. Драма әҫәре буйынса конкурс иғлан итәйек. Яҙһындар, ҡатнашһындар.
С.Латипов. «Драматургтар семинарында кемдәр ҡатнашырға теләй?» – тип беҙ һөйөнсөләйбеҙ, урынын билдәләйбеҙ. Ошонда бер һорау килеп тыуҙы: тик башҡорт авторҙары ғына саҡырыламы?
Н.Ғәйетбай. Булһын, рус, татар телендә яҙғандар ҙа ҡатнашһын.
Р. Кинйәбаев. Бәлки, яҙыусылар союзы тирәһендә генә иғлан итергәлер? Сөнки, финанс менән бәйле мәсьәлә бит, уны ҡапыл ғына хәл итеп булмаҫ.
Н.Ғәйетбай.100 йыллыҡҡа ҡағылышлы, мин яҙ көнө «Конкурс драматических произведений» кәрәк тип министрлыҡҡа хат яҙҙым. «Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә поэтик, музыкаль әҫәрҙәр буйынса конкурстар иғлан ителде» тигән яуап алдым. Ә драматургия хаҡында - ләм-мим!
С.Латипов. Оптимист булайыҡ. Бында Яҙыусылар союзы рәйесе, өс редакция журналы редакторҙары йыйылған, тамсы тама-тама ташты тишә. Урыны-еренә еткерербеҙ, тип ышанам.
Н.Ғәйетбай. Зәкиҙең эше күп. Сәрүәр Суринаны һайлағас, беҙ уға задание бирәйек. Кәңәшләшеп, иң тәүҙә секция ултырышы үткәрәйек, һорауҙарҙы барлайыҡ.
М.Ҡунафин. Мин үткән йыл Ҡазанда ойошторолған Бөтә Рәсәй драматургтар семинарында ҡатнаштым.Унда Башҡортостан, Татарстан, Удмурт, Сыуаш, Мари республикаларынан драматургтарҙы йыйҙылар. Формаһы, йөкмәткеһе яғынан беҙҙәге семинарҙарҙан бик айырылманы, яңылыҡ тойолманы кеүек, тик барыбер файҙаһы булды, яңы уйҙар, идеялар тыуыуға этәргес булараҡ, төрлө кимәлдәге семинарҙар бик кәрәк.
С.Латипов. Дөрөҫ. Шуға ла беҙ бөгөн ошо ҡорға йыйылдыҡ. Сәрүәр ханым эш буйынса йүнәлеште билдәләр. Зәки Арыҫлан улының авторитеты ҙур. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ярҙам итәбеҙ. Ошонда тағы ла бер һорау килеп тыуа. Әҫәрҙәребеҙ – ҡулыбыҙҙа.Ә режиссерҙар тәржемә әҫәрҙәрен ҡуя. Элекке һымаҡ «автор-режиссер» тигән тандем күренмәй. Ни өсөн? Мәҫәлән, Гөлдәр Ильясова менән Рәлиф Кинйәбаев, Наил Ғәйетбай менән Дамир Ғәлимов, минең менән Вәзих Сәйфуллин, Флорид Бүләков менән Рифҡәт Исрафилов эшләне. Һөҙөмтәлә, беҙҙең репертуарҙа шундай хәлдәр... Ҡарағыҙ. (Репертуарҙар планын тарата). Театрҙарыбыҙҙа халыҡ йөрөмәгән спектаклдәр күберәк ҡуйыла.
Режиссерҙар беҙ ҡуйырға теләгән пьесаны ҡуймай, беҙҙең менән эшләргә теләктәре юҡ. Икенсе юлы беҙ режиссерҙар менән үткәрергә уйлайбыҙ. Һеҙҙең фекерҙәр?
Н.Ғәйетбай. Бая әйткәнем бит, тағы ла ҡабатлайым. Яуап шул: Мәҙәниәт министрлығы талап ҡуймайынса, репертуарҙарҙа башҡорт пьесалары буйынса спектаклдәр күренмәйәсәк. Мин эшләгән йылдарҙа, беҙ комиссия йыйып, һорауҙар ҡуя торғайныҡ. Әлеге ваҡытта режиссерҙар үҙ яғын ғына ҡайғырта. Ни өсөн хәҙер тәржемә күп, сөнки актерҙар тәржемә итә. Аҡса үҙҙәрендә, театрҙа ҡала. Ә тәржемәләрҙең сифаты уйҙарға һала. Бына мәҫәлән, «Ты что? С потолка взял что ли?» тигән аптыраулы һорау «Һин нимә? Түбәнән алдыңмы әллә?» тип тәржемә ителгән. Уны бит башҡортса, ябай ғына, калькалаштырмай ғына «Һин нимә? Туҙға яҙмағанды һөйләп торма!» тиергә була бит.
Яҙыусылар союзы ошо юҫыҡта тейешле талап ҡуйһын ине. Әгәр министрлыҡ башҡортса пьесаларҙы ҡуйыуҙы талап итһә, режиссерҙар ҙа ҡыбырҙай башлаясаҡ. Тотонмай икән – хәл шул көйө урынында ҡаласаҡ.
Һуғыштан ҡайтҡан осор, бер мәл Мостай Кәримде Вәли Ғәлимов тотоп алып: «Пьеса яҙ!» – тип ныҡыша. Һөҙөмтәлә «Туй дауам итә» тигән пьеса яҙа Мостай ағай.
З.Әлибаев. Мин килешәм. Тәржемәселәр өлкәһендә белгестәр юҡ, уныһы билдәле. Репертуар тураһында һүҙем шул: театрҙар менән эш итеүсе Әлфиә Ҡолһарина менән һөйләшергә кәрәк. Барыбер финанслау Мәҙәниәт министрлығы аша бит. Мәҫәлән, ул оперативка барышында, йәки айырым һөйләшеүҙә, башҡорт театрын, башҡорт драматургияһын үҫтерергә кәрәклеге тураһында министрға белдерҙе икән, билдәле бер аҙымдар яһалырға тейеш. Быны республиканың 100 йыллығы менән генә бәйләргә түгел, кәрәкле эш, тип башҡарыу мөһим.
Н.Ғәйетбай. Хат әҙерләйек.
Р.Кинйәбаев. Бәхәсләшәйемме икән, тип ултырам. Баҙар иҡтисады шарттары, беренсенән. Икенсенән, үҙебеҙҙең паспорттарҙы алайыҡ, «милләте» тигән графа алып ташланылды. Уны ҡалдырыу өсөн күпме көрәшелде! Һәм тағы ла, эшкә алынғанда анкетала ла милләт тураһында пункт юҡ.
Мин йөҙ процент һеҙҙең яҡлымын. Әммә, өҫтә ултырған чиновник әйтәсәк: «Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Гражданин РФ тигән пункт ҡына тора, ниндәй милләт тигән һүҙ алып бараһығыҙ?!?» – тип яуаплаясаҡ.
С.Әбүзәров. Беҙ – Башҡортостан тигән илдә йәшәйбеҙ. Башҡортостан – беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған төйәк. Беҙ башҡортлоҡто алға һөрөргә тейешбеҙ. Бында ҡайҙандыр ситтән килмәгәнбеҙ. «Баҙар иҡтисады» тип ятһаҡ, илдән дә ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ.
С.Латипов. Туфан Миңнуллиндың һүҙҙәрен ҡабатланың. Афарин! Рәхмәт!
Р. Кинйәбаев. Салауат, Наил, Сөләймәндең, минең пьесалар ошонда ғына ҡуйыласаҡ. Башҡа бер илдә, республикала ла түгел.
Гүзәл Яхинаның китабын да уҡып сыҡтым, спектаклен дә ҡараным.Киноһын да төшөрә башлағандар, төп ролдә Сулпан Хаматова уйнай. Минең был әҫәр тураһында үҙемдең фекерем бар, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева әҫәрҙәрендә лә ҡатын-ҡыҙҙың шундай шарттарҙа ла ҡатын-ҡыҙ, кеше булып ҡалыуы. Тик ауыҙ һыуын ҡоротоп, икенсел материалды күпертеп маҡтауҙары оҡшамай. Шул уҡ элементтар бар, хатта ҡайһы бер өҙөктәр ҡабатланған да кеүек.
1925–26 йылдарҙа Хәйбулла, Йылайыр яҡтарынан Енисей йылғаһы яҡтарына һөргөнгә ебәрелгән бер ҡатын үҙенең башынан үткәндәрҙе яҙғайны, «Башҡортостан» гәзитендә уның иҫтәлектәре 2003–2005 йылдарҙа баҫылып сыҡҡайны. Ул йылға шул тиклем киң, унда бейеклеге туғыҙ ҡатлы йортҡа тиң караптар йөҙә – күҙ алдына килтереп, самалағыҙ. Һөргөнгә ҡыуылғандар шул йылға аша йөҙөп сығырға тейеш булғандар, уларҙы ҡаршы яҡ ярҙа көтөп торғандар. Шул тиклем тетрәндергес итеп бәйән ителгәйне. Шуға ла мине «Зөләйха...» артыҡ «һелкетмәне» лә.
Яйлап тәржемә мәсьәләһенә күскәндә, ул киҫкен тора. «Әбейүшкә түшкә ру» пьесаһын БДАДТ-ҡа алып барғайным, Олег Закир улы уҡып сыҡҡан да миңә: «Ҡайһылай телең матур, миңә Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход»ын тәржемә итеп бир әле», – тип шылтырата.– Андрус Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» пьесаһын да тәржемәләргә кәрәк ине», – ти. Был бит төшөмлө эш, кем булһа ла ҡуш ҡуллап тотонор ине. Әммә мин баш тарттым, сөнки мин тәржемәсе түгел, мин – мөхәррир. Был турала уға әйттем һәм, тәржемә итһәләр, мөхәррирләп бирермен, тип вәғәҙә бирҙем. Факил Мырҙаҡаевтың оҫта эшләйәсәге тураһында әйттем. Бына шунан һуң күп кенә әҫәрҙәрҙе Факил Сәлих улы күп тәржемәләне, шул иҫәптән Софоклдың «Антигона»һын да.
З.Әлибаев. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙә өҫтә нимә ҡушалар, шуны ғына үтәп өйрәнгәндәр. Һуңғы осорҙа бик популяр булып киткән «Ҙур китап» Россия милли премияһына лайыҡ булған «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы Гүзәл Яхина менән осрашыуҙа булғайным, унда яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Дамир Шәрәфетдиновтар ҡатнашты. Күҙ алдына килтерегеҙ – чиновниктарҙың бөтәһе лә тиерлек китапты уҡымағандар, быны улар хатта йәшермәйҙәр ҙә, ә «үлтереп» хуплайҙар! Һәм осрашыуҙың иң аҙағында бөтә китаптарҙы ла һатып алып бөттөләр! (1700 һумлыҡ китапты алалар, ә үҙебеҙҙең башҡорт матбуғатына яҙылыу тураһында һүҙ барһа, әүҙемлек күрһәтеүсе юҡ). Аптырарлыҡ хәл. Ә бит беҙҙең әҫәрҙәребеҙ араһында мәктәп программаһына индерелгән һәм уларҙың барыһы ла уҡыған Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишеваның романдары бар. Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй генә шарттар булмаһын, үҙ асылын юғалтмауы, кеше булып ҡала алыуы темаһы беҙҙә күптән асылған! Мин был турала сығыш яһағанда әйттем.
Ул әҫәр буйынса спектаклде ҡуйырға Айрат Әхтәм улына тәҡдим ителгән. Әммә Айрат ул шундай талант эйәһе, теләһә ниндәй әйберҙән кәнфит яһай ала! Шуға күрә, минең уйлауымса, Мәҙәниәт министрлығының театр бүлеге етәксеһенә еткерергә кәрәк, улар репертуарҙарҙы ҡарап, беҙҙең авторҙарҙың пьесаларын да тәҡдим итергә тейештәр. Ысынлап та, кадрҙар менән етди эшләргә кәрәк. Өфөлә эшләүсе милли кадрҙарҙы үҫтереү мәсьәләһе лә киҫкен хәлдә.
М.Ҡунафин. Милли театр икән, әлбиттә, репертуарҙа милли авторҙарҙың әҫәрҙәре ҡуйылырға тейеш. Был турала һүҙ ҙә, бәхәс тә булырға тейеш түгел. Мин икенсә нәмә тураһында әйтергә теләйем. Бына беҙ режиссерҙар менән эшләйбеҙ. Йәштәр араһынан Айҙар Зарипов, Зиннур Сөләймәнов һәм башҡалар Мәскәүҙә уҡып ҡайталар, йәки уҡыуҙарын дауам итәләр. Улар шул тиклем интеллектуаль яҡтан ныҡ үҫешкәндәр, донъя әҙәбиәтен яҡшы беләләр, креатив фекерләйҙәр, тип әйтер инем.
Уларҙың шулай күп белеүҙәренә хайран ҡалам, милли колоритты ла онотмайҙар. Ләкин ул йәштәр милли сәнғәткә күберәк иғтибар итһендәр ине.
С.Әбүзәров. Мин дә өҫтәп китәйем әле. Мәскәүҙә хәҙер театрҙарҙа килешмәгәнде килештерергә тырышалар, әхлаҡи яҡты уйлау юҡҡа сыға бара, сәхнәгә шәрә килеш сығыу күренештәре бар. Баҙар иҡтисады, аҡса менән бәйле, нисек тә булһа тамашасыны йәлеп итергә кәрәк, тигәндән сығып ҡына эшләнә бит инде ундай мәхшәр. Беҙгә лә килеп етмәҫ, тимә...
С.Латипов. Мөнирҙең һүҙҙәренә ҡушылып шуны әйтер инем, ул йәш режиссерҙар алған белемдәрен милләтебеҙ өсөн файҙаланһындар, сәнғәтебеҙгә йөҙ менән боролһондар ине.
Наил Әсхәт улының теләктәрен тормошҡа ашырыр, мәсьәләне хәл итер өсөн, Мәҙәниәт министрлығына яҙырға кәрәк.
Әле һүҙ барышында бер нәмә асыҡланды: беҙгә реклама етмәй. Мәҫәлән, шул уҡ бая әйтеп үтелгән пьеса буйынса реклама нисек әүҙем барҙы! Ә бына беҙ үҙебеҙҙең әҫәрҙәребеҙҙе ул тиклем тарата белмәйбеҙ. Артыҡ тәрбиәлелекме, баҫалҡылыҡмы был? Улай тиһәң, йәш яҙыусылар араһында, исемдәрен әйтеп тормайым, бар бит әүҙемлек күрһәтеүселәр. Мостай Кәримдең һүҙҙәрен дә миҫалға килтереү урынлы булалыр, ул «Шыңшымаҫҡа, хәрәкәт итергә кәрәк!» тип ҡабатларға ярата торғайны.
Һәм бына, һөйләшеүҙең өсөнсө өлөшө – тәржемә тураһында. Ул шул тиклем дә кәрәкме икән – сит-яттарҙың әҫәрҙәрен тәржемәләп милли сәхнәләргә сығарыу? Театрҙа барған тамаша – ул тормош мәктәбе, рухи мәктәбе.
Бынан бер утыҙ йыл элек Фидан һәм Нурия килеп сыҡты. Халыҡ уларҙың бергә ҡуйған спектаклдәрен яратты, тамашасыларға ике актер матур тойғоноң кешегә йоғонтоһон бик оҫта күрһәтә алды, күпме балаларға исемдәре ҡушылды. Халыҡ театрҙарға йөрөп, тәрбиә, белем ала, һәм шул спектаклдәрҙе ҡарап үҙен тәрбиәләй.
Өсөнсө өлөштө йомғаҡлайбыҙ. Беренсеһе драматургтарҙың хәле. Икенсеһе репертуар мәсьәләһе. Өсөнсөһө – спектаклдәребеҙгә реклама.
З.Әлибаев. Тәржемә тураһында өҫтәп әйтәйем, үҙебеҙҙең авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен рус һәм башҡа телдәргә тәржемә итергә кәрәк. Республикала ике рус театры бар, халыҡ театрҙары ла эшләп килә, улар ҙа ҡуя ала тәржемә ителгән милли ерлектәге пьесаларҙы.
С.Әбүзәров. Баҙар иҡтисады шарттарында театрҙың үҙенә үҙе аҡса эшләгеһе килә икән, ул үтемле тауарҙы ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тырышасаҡ. Аҡса килтергән әйберҙән берәү ҙә баш тартмаясаҡ.
Н.Ғәйетбай. Дөрөҫ, мин дә шуны әйтергә уйлағайным. Драматургтың бөтә эше – яҙыу.
С.Әбүзәров. Мин фекеремде әйтеп бөтмәгәйнем. Театр пьесаны алды, ҡуйҙы, ти. Ә авторға бер ниндәй ҙә түләү юҡ икән, был осраҡта нимә эшләргә мөмкин? Мәҙәниәт министрлығы, яҙыусылар союзы театр етәкселегенә хат яҙып мөрәжәғәт итә аламы? Шуны хәл итергә кәрәк.
С.Латипов. Хәҙер инде гонорар мәсьәләһе килеп тыуҙы. Һөйләшеүҙең яңы темаһы башлана, тимәк. Фекерҙәр ниндәй булыр?
С.Әбүзәров. Яҙыусыға ла ниндәйҙер стимул булырға тейеш. Ул яҙа, эшенең емеше – әҫәрен баһалауға өмөт итә.
Р. Кинйәбаев. Был кәрәкле һөйләшеү, ваҡыты еткән, бөтәбеҙ ҙә көткән тема. Борондан эштең башы һәр ваҡыт аш булған. Һәр ауылда өмә булһынмы, колхоздар булған замандарҙа ла эш шунан башланған. Һәйбәт түләһәләр, һәйбәт яҙасаҡтар. Пьеса яҙам икән, ә ул ятһа, бер кемде ҡыҙыҡһындырмаһа, нимәгә кәрәк ул? Һәр бер театр, режиссер менән килешеү төҙөргә кәрәк.
С.Латипов. Йәғни, Мостай ағай әйтмешләй, стимул кәрәк. Мәҙәниәт министрлығы минең «Көнләш, Америка, көнләш!» пьесаһы өсөн түләмәҫкә иткәйне, Мостай ағай: «Көрәш!» –тине. Мәҫәлән, пьеса бер йыл буйына яҙыла, ти. Уртаса иҫәпләү менән 80 мең һумлыҡ баһа булһа, уны ун ике айға бүлгәндә 6-7 мең һум килеп сыға. Гонорар бирелгән осраҡта ла, уны РАЙ (Рәсәй авторлыҡ йәмғиәте) тотоп алып ҡала. Был хаҡ беҙҙә драматургтар эшен нисек баһалауҙарын күрһәтә. Икенсенән, күрше Татарстанда нисек икән был хәл?
Р. Кинйәбаев. Минең ике пьеса ҡуйылды. Түләүҙәр ТАИС аша булырға тейеш ине. Ул аҡсалар янды. Туймазы театрында ете йыл самаһы бара минең бер спектакль, бер нисек тә түләгәндәре юҡ, һорағаным да булманы.
С.Әбүзәров. Миңә, нишләптер, түләнеләр. ТАИС аша авторлыҡ йәмғиәте үҙе йөрөп, үҙе юллап аҡса күсерҙе.
С.Латипов. Быуа театрында министрлыҡ менән килешеү төҙөргә кәрәк, тинеләр, бер ниндәй ҡытыршылыҡһыҙ аҡса күсерҙеләр. Тик әлеге мәлдә автор менән министрлыҡ түгел, театрҙар иҫәпләшә. Белеүемсә, әлеге мәлдә БДАДТ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нур театрҙары авторға һәр спектаклдән процент түләй.
М.Ҡунафин. «Нур» театры минең менән тиҙ генә иҫәпләште. Ул яҡтан уларға рәхмәт.
С.Латипов. Быуа театры минең балалар өсөн «Ҡараҡ бесәй» спектаклен ҡуйҙылар. Театрҙың директоры Шамил Закиров мине бик яҡшы ҡабул итте. Тамаша өсөн гонорарҙы ла бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ бирҙеләр.
Ҡайһы бер театрҙар ҡәҙерҙе беләләр, тип әйтергә теләйем.
Р. Кинйәбаев. Драматургҡа насар ҡараш, тимәҫ инем.
М.Ҡунафин. Директорҙан тора.
С.Әбүзәров. Министрлыҡ аҡса мәсьәләһен театрҙарға тапшырып ҡуйҙы.
З.Әлибаев. Шуға ла театрҙар пьесаларҙы үҙҙәре тәржемә итә башланы ла инде.
Н.Ғәйетбай. Министрлыҡтың планлаштырыу бүлексәһе бар.
Р. Кинйәбаев. Смета төҙөгәндә «Яңы пьесалар һатып алыу» тигән пункт та бар.
С.Латипов. Рәлифтең өмә алдында ризыҡ тора, тигәйне. Был бик дөрөҫ әйтем. Миҫал өсөн, Татарстанда «Яңы татар пьесаһы» тигән конкурс иғлан ителеп, беренсе урынға машина вәғәҙә ителде. Икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста еңеүсегә 500 мең һум бирелде. Ә беҙҙә шундай уҡ конкурста 10 мең... Был әлеге мәлдә беҙҙең драматургияға ҡарашты, баһаны күрһәтә. Заманында күршеләр Рәлифтең, Наил Ғәйетбайҙың, минең пьесаларҙы һорап алалар ине, сөнки уларҙа, Туфан Миңнуллиндан башҡа нишләптер үҙ драматургтары булманы. Конкурстар, семинарҙар ойоштороп, үҙҙәренекен үҫтереп алдылар, хәҙер уларҙың пьесалары бөтөн Рәсәй буйлап ҡуйыла.
Беҙҙә ошо семинарҙар үткәрелмәй башлағас, драматургтар эше һүнеп ҡалды. Шуға был эште йәнләндереп ебәрергә кәрәк. Конкурстар, семинарҙар үткәреү мөһим. Милли телебеҙҙә әҫәрҙәр әҙерләү тәҡдиме менән Мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, Республика халыҡ ижады үҙәгенә хат яҙайыҡ. Кемдер беҙҙең өсөн нимәлер эшләгәнен, тәҡдим иткәнен көтөп ятмайыҡ.
Халыҡ араһында осрашыуҙарҙа йөрөгән саҡтарҙа «Беҙҙең мәктәп, клуб ябыла, нимә эшләргә?» – тип борсолоуҙарын белдерә башлайҙар. Мин уларға ҡаршы һорау бирәм: «Ә мәктәбегеҙ, йәки мәҙәниәт усағын яптырмаҫ өсөн һеҙ шәхсән үҙегеҙ ниҙәр ҡылдығыҙ? Ҡайҙарға барҙығыҙ? Кемдәргә нимә тип мөрәжәғәт иттегеҙ?» – тим. Улар хатта оялып китә. Беҙҙең үҙебеҙгә әүҙем булырға кәрәк, ситтән ярҙам көтмәйек, улар ярҙан этергә лә күп һорап тормаҫтар.
Р. Кинйәбаев. Теүәл бер йылдан йыйылышып, ошо ҡорҙоң һөҙөмтәһен күрәйек.
З.Әлибаев. Мәктәп тигәндән, бер миҫал килтерергә булдым. Белорет районының Мәхмүт ауылында балалар һаны етмәй, тип мәктәпте ябырға булалар. Директор (үҙенең дүрт балаһы бар) балалар йортона барып уллыҡҡа өс бала алып ҡайта. Мәктәп ябылмай ҡала. Ул директорҙың үҙенең ҡатыны ла уҡытыусы, тимәк, үҙҙәре лә эшен юғалтмай, ауылда ла мәктәп гөрләп эшләп тора. Бик егәрле ғаилә, мал да аҫырай улар, техникалары ла етерлек. Шундай ғаиләләребеҙ булғанда өмөт бар. Бөрйән районында ла бер мәктәп тә ябылмаған. Яңы Уҫман ауылында булырға тура килгәйне. Шул бәләкәй генә ауылда йөҙ ҙә алтмыш бала уҡый икән, был да бит бик шәп күрһәткес. Ә бына Инйәрҙең 2-се мәктәбенә 80 километр алыҫлығындағы ауылдарҙан килеп уҡый балалар. Был күренеште туҡтатыу юлдары барҙыр, тип уйлайым.
Н.Ғәйетбай. Хәйбулла районында ла бер ауыл мәктәбе ябылырға тейеш булғас, егермеләп баланы балалар йортонан алып ҡайтҡандар. Яңыраҡ Ноғман ағай янында булып киткәйнем, тыуған ауылындағы мәктәптә өс бала уҡый, киләһе йыл тағы ла өс бала киләсәк, тимәк, мәктәп ябылмаясаҡ, тип ҡыуанып ултыра. Ә ҡайһы бер райондарҙа – битарафлыҡ...
Бына шулай, драматургтарыбыҙҙың түңәрәк өҫтәл артында ойошторолған әңгәмәһе бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа килеп тамамланды. Мәғарифҡа килеп терәлде ул. Тәү ҡарамаҡҡа урынлы ла түгел кеүек. Әммә, төптән уйлап ҡарағанда, уларҙың башҡорт телендә яҙған пьесаларын кемдәр уҡыр киләсәктә? Ошо һәр ябылмаған, ябыла яҙған мәктәп уҡыусылары бит. Ә ун, егерме йылдан кемдәр үҙ телебеҙҙә әҫәрҙәр ижад итер? Әлбиттә, ошо уҡыусыларыбыҙ араһынан үҫеп сығыр улар! Тимәк, алдағы ҡор – режиссерҙарыбыҙ менән ойошторолһа, унан һуңы – мәҙәниәт һәм мәғариф етәкселәре менән берлектә ҡоролғаны булыр. Был ике тармаҡты берләштерер маҡсаттар, башҡарылаһы уртаҡ эштәр бихисап, юғиһә, арала берҙәмлек, ниңәлер, һиҙелмәй. Бәлки, ваҡыттыр?..
Ә әлеге һөйләшеүгә килгәндә, Уҙған йыл сентябрь айында башҡалабыҙҙа үткән VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә әйтелгән бер фекер иҫтә ҡалған: заманалар ҡатмарлашҡан мәлдә нәҡ театр сәнғәте ныҡлап үҫешә, бынан хатта бер нисә йөҙ йыллап элек ҡуйылған әҫәрҙәргә иғтибар йүнәлтелә, тамашасы спектаклдәр ҡарарға күпләп йөрөй башлай... Әлеге мәлдә драматургтар әҙ, хөкүмәт тарафынан уларға иғтибар юҡ кимәлендә (сөнки 133-сө Федераль законға ярашлы, сәнғәт учреждениеларының һәр ҡайһыһы тулыһынса йәки өлөшләтә, урындағы үҙидаралыҡ принциптарына таянып,үҙен-үҙе хеҙмәтләндерә, финанслай). Шулай ҙа, ижад, сәнғәт менән бәйле эштәр, аҡыл һәм күңел, йөрәк хеҙмәтенең емешен коммерцияға әйләндереп ебәреү – йәмғиәтебеҙҙәге хата күренеш, һәм ул оҙаҡҡа бармаҫ. Юғары сәнғәт, матурлыҡ донъяһына өҫтөнлөк бирелгән хәлдә генә тормошобоҙҙа алға китеш буласаҡ. Социализмды ни тиклем генә хурламаһындар, унда халҡыңа хеҙмәт итеү, кешелектең иң күркәм сифаттарын данлау кеүек идеялар арҡаһында күпме матур әҫәрҙәр, йырҙар тыуҙы, пьеса, роман, кинофильмдарҙағы шәхестәргә һоҡланып үҫте беҙҙең быуын. Ә авторҙар – шул осор кешеләре.
Драматургтарға иғтибарҙы арттырырға, бының өсөн, бөгөнгө ҡорҙа ҡатнашыусыларға, улар менән бергә ижад итергә теләүселәргә берҙәм булырға, театр коллективтары менән осрашыуҙар, үҙ-ара төрлө кимәлдәге семинарҙар үткәрергә кәрәк. Классик әҫәрҙәрҙе оноторға ярамай, әлбиттә. Әммә бөгөнгө тамашасыға, үҫеп килгән йәш быуынға сәхнәләрҙән бөгөнгөбөҙ әйтелһә, күрһәтелһә, иҫкәртелһә – ни тиклем дә яҡшы булыр ине.
Тәбиғәткә, урманға ҡарайыҡ – ул һәр ваҡыт йәшәй, ул һәр ваҡыт мәңге. Унан үрнәк алайыҡ. Үҫентеләргә – ҡояш, ижадсыларға – илһам кәрәк. Ә илһам ул – күңелдәге ялҡын. Ялҡын дөрләп янһын – яңы әҫәрҙәр тыуһын!
Сәриә Ишемғолова әҙерләне
Читайте нас: