+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Сентябрь 2021, 15:00

Башҡортостан 2030 йылда Олимпия уйындарын ҡабул итә алырмы?

-

Башҡортостан 2030 йылда ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул итә алырмы? «Комсомольская правда — Уфа» баҫмаһы журналисы Павел Крайнов тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығына шундай һорау бирҙе.

Һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров ул Башҡортостанда Олимпиада тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәүен, ләкин ошо темаға фекер алышыуҙар булғанын белдерҙе.

«Кемдер ваҡытынан алда ошо хаҡта һөйләй башланы. Әйткәндәй, был йәһәттән беҙгә ҙур ярҙам да күрһәтмәне, яҡшылыҡ та эшләмәне, — тип билдәләне ул. — Беҙ даими рәүештә бер нисә йылға алдан уйлайбыҙ, ысынлап та, ошондай фекер алышыуҙар булғайны. Беҙҙең ҡышҡы инфраструктура Уйын стандарттарына яҡыныраҡ, йәйгеһе — юҡ. Был хаҡта уйларға кәрәк».

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Токиола уҙған Олимпия уйындарында рапирасы Аделина Заһиҙуллина команда иҫәбендә олимпия «алтын»ын яуланы, уның коллегаһы Тимур Сафин да команда менән сығыш яһаған өсөн көмөш миҙал алды.

 

https://www.bashinform.ru/news/1641681-mozhet-li-bashkirii-prinyat-zimnie-olimpiyskie-igry-2030-goda/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Башҡортостан 2030 йылда Олимпия уйындарын ҡабул итә алырмы?
Башҡортостан 2030 йылда Олимпия уйындарын ҡабул итә алырмы?
Автор:
Читайте нас: