+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Май 2021, 16:30

Тамара ТАНҺЫҠҠУЖИНА, етенсе тапҡыр халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы!

Донъя чемпионының аҡыл кимәленең юғарылығына ҡарата бер ваҡытта ла шик тыумай ине, әлбиттә. Әммә бөтәһенән элек беҙҙе уның ихласлығы, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге хайран итте һәм итәлә!Ҡатын-ҡыҙ логикаһы хаҡында күп бәхәстәр йәшәй. Ир-ат шовинизмы гүзәл затта логиканың бөтөнләй булмауы хаҡында һөйләй. Әммә һин үҙеңдең күп йыллыҡ хеҙмәтең менән бының киреһен иҫбатлайһың. Нисек уйлайһың, Тамара, тормошта ҡатын-ҡыҙ логикаһына урын бармы, юҡмы?Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың бер-нисә һорауға ихлас яуаптары сайтыбыҙҙа:

Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән йомшаҡ зат. Шуға ла уларҙа хис тойғолар өҫтөнлөк итә. Әлбиттә, был фекерҙе ер йөҙөндәге барлыҡ инә енес вәкилдәренә ҡарата ҡулланырға ярамай. Ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да төрлөһө осрай. Ғөмүмән, нәфис зат менән логика төшөнсәһе бер-береһенән алыҫ тора тип әйтеү урынһыҙ. Сөнки һуңғы ун йыллыҡта сәйәсмәндәр, миллиардерҙар һәм спортсылар араһында ла ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта.
Һине сит илгә саҡырғандары булдымы? Һәм ҡайҙалыр күсеп китеүең ихтималмы?
Китергә теләһәң – юл асыҡ. Дәүләт ярҙамы ла бар. Бының өсөн хатта саҡырыу ҙа мотлаҡ түгел. Әммә алдыма ундай маҡсат ҡуймағанмын.
Сер булмаһа әйт әле, һине бында нимә тота?
Ете-ят тарафҡа күсеп йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Берҙән, сит илдәге һәм беҙҙәге килемдең дәүмәле бер үк кимәлдә. Икенсенән, матди байлыҡты башҡа ҡиммәттәрҙән өҫтөн ҡуйырға ярамай. Минең өсөн үҙемде уратып алған мөхит ҡәҙерлерәк. Дуҫтарымдан, туғандарымдан, коллегаларымдан айырылырға теләмәйем.
Ситтә йөрөгәндә үҙеңде башҡорт милләтенән тип танытаһыңмы?
Әлбиттә. Бөтә ерҙә лә башҡорт булып йөрөйөм. Спортсылар даирәһендә башҡорт шашка мәктәбе тигән төшөнсә лә бар бит. Ул күренеш киңәйгәндән киңәйә хәҙер. Халыҡҡа Олеся Абдуллинаның, Айнур Шәйбәковтың исемдәре лә яҡшы таныш. Әлиә Әминева, Айгөл Иҙрисова, Гөлназ Әбүбәкирва, Артур Байгилдин, Арыҫлан Мусин, Руфина һәм Регина Әйүповалар, һ.б. ошо өлкәлә уңышлы эшләй. Үҙенсәлекле тарихлы, бай традициялы, зыялы милләт вәкиле булыуым менән ғорурланам. Һәм үҙебеҙҙең республикаға бәйле пессимистик ҡарашты бүлешмәйем. Донъя тарихына күҙ һалһаң, буш ерҙән күтәрелер өсөн дә 20 йыл самаһы ғына ваҡыт талап ителеүен аңлайһың. Һуғыштан һуңғы Германияны, Японияны, Израилде, Сингапурҙы, йәки Ҡытайҙы ғына миҫалға килтерәйек. Бөгөн Башҡортостанды билдәле бер критерийҙар буйынса алдынғы илдәрҙән артта ҡалған тип иҫәпләһәләр ҙә, төшөнкөлөккә бирелмәйем, ваҡыт уҙыу менән хәлдәр мотлаҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрер тигән фекерҙәмен.
Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: