-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ноябрь 2020, 13:30

ЯЛ КӨНДӘРЕ

БОҘ ӨҪТӨНДӘ ТИМЕР ШЫУҒЫС МЕНӘН ЕЛЕП...Рус һүҙе “коньки” – “конь” һүҙенән барлыҡҡа килгән. Улар ат кеүек шәп елгән өсөн түгел, ә

Конькиға тәү тапҡыр баҫҡанда бөтәһе лә ҡурҡалыр ул? Ә инде саҡ ҡына өйрәнеп алһаң – төшкө лә килмәй. Ат өҫтөндә елгән дәй... Рус һүҙе “коньки” – “конь” һүҙенән барлыҡҡа килгән. Улар ат кеүек шәп елгән өсөн түгел, ә элек конькиҙың алғы яғын ат башы менән биҙәгән өсөн шулай аталған. Конькиҙа борондан уҡ йөрөгәндәр икән. Археологтар Одесса ҡалаһынан йыраҡ түгел иң боронғо ике пар тимер шыуғыс таба. Уларға өс мең йылдан ашыу йыл була! Морж тешенән һәм хайуан һөйәктәренән эшләнгәндәр. Тәүгеләре саңғыға оҡшаш. Конькиҙарҙы нимәнән генә яһамағандар! Ҡытайҙа аяҡ кейеме табанына бамбук киҫәктәре нығытҡандар. Себерҙә – морж тештәре, Ҡа ҙағ станда ат һөйәктәре менән шыуғандар. Ваҡыт үтеү менән уларҙың формалары ла, яһалған материалы ла алмашынған. 17-се быуатта ағастан эшләгәндәр, ә аҫтына тимер ҡаҡҡандар. Ә 18-се быуат башында Европала тәүге тимер конькиҙар етештерелә башлай. Тик уларҙың нығытмаһы ышаныслы булмай, боҙ өҫтөндә шыуырға яратыусыларҙың аяҡтарынан йыш ысҡынып торған. Голланд халҡын Петр I аптырата. Аяҡ кейеме һәм тимер шыуғыстар бер бөтөн булырға тейеш тигән һығымта менән, ул тимерҙәрҙе нәҡ итектең үҙенә бороп ҡуя. Петрҙың әмере менән Тула ҡалаһында конькиҙар етештереүсе Рәсәйҙәге тәүге фабрика булдырыла. Тик Петр үлеү менән рәсәйлеләрҙә конькиға ҡыҙыҡһыныу ҙа юғала. 1604 йылда Шотландияның Эдинбург ҡалаһында конькиҙа йүгереү буйынса тәүге клуб асыла. Клуб ағзаһы булырға теләүселәр өсөн шарттар ҙа булдырыла: бер аяҡта әйләнем яһау, өҫтө-өҫтөнә ҡуйылған өс эшләпә аша һикереп сығыу һәм шәп тиҙлектә шыуып барышлай боҙ өҫтәндә ятҡан тимер аҡсаны күтәреү. 1888 йылда Норвегияла йүгереү өсөн нәҙек лезвиялы конькиҙар уйлап табыла. Конькиҙа тиҙ йүгереү буйынса тәүге донъя чемпионы рус спортсыһы Александр Паншин була. Бөгөн боҙҙа фигуристар нимә генә эшләмәй. Әлбиттә, уларҙың конькиҙары ла ябайҙан түгел. Бөгөн һәр спорт төрөнә тәғәйен конькилар ҡаралған: йүгереү өсөн, шорт-трек, хоккей, фигуралы шыуыу.
Читайте нас: