+10 °С
Ясно
Сатира һәм юмор
12 Сентября , 11:58

Әхмәр ағай әкәмәттәре

;-))

Әхмәр ағай әкәмәттәреӘхмәр ағай әкәмәттәре
Әхмәр ағай әкәмәттәре

Йүгерек батыр

Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙан китеп барам. Ҡараһам, ҡаршыма Әхмәр менән Рәсүл ағайҙар килә ята. Ә скверҙа студенттарҙың физкультура дәресе бара ине, күрәһең. Улар старт һыҙығына баҫалар ҙа, уҡытыусылары һыҙғырыуы була, йән-фарманға йүгереп китәләр. Шуларҙың тапҡырына етеүгә, уҡытыусы йәнә һыбыҙғыһын сырылдатып ебәрҙе. Әхмәр ағай ҙа студенттар менән бергә уҡ кеүек алға ынтылды. Күҙ асып йомған арала, барыһын да артта ҡалдырып, эргәмә килеп тә етте. Мин, һоҡланыуҙан бигерәк, аптырап: "Әхмәр ағай, ҡайһылай шәп йүгерәһең", - тинем. Ул, тамағын ҡырып, күкрәген кирә бирҙе лә: "Еңгәң йәш бит", - тип яуапланы.

Һағыныу сере

Төш мәлендә йәнә Әхмәр, Рәсүл ағайҙар менән осраштыҡ. Гәпләшеп китеп барабыҙ. Минһажев менән 8-се март урамы киҫелешенә еткәс, Әхмәр ағай: "Әйҙә, "Киске Өфө" гәзите редакцияһына барып киләйек, күптән күргән юҡ бергә эшләгән иптәштәрҙе", - тине. Өсәүләп шул яҡҡа табан юл тоттоҡ. Яҡынлашҡан һайын, Ә. Үтәбай шәберәк атлай башланы. Беҙ, ныҡ күргеһе килә икән, тип көләбеҙ. Редакция эргәһенә етәрәк, Әхмәр ағай ике ҡулын алға һуҙып: "Эй, һағындым бит һеҙҙе", - тип, йүгереп инеп китте. Эскә кергәс, ҡарайбыҙ-ҡарайбыҙ, бер ҡайҙа ла күренмәй ағайыбыҙ. Бүлмәлә В. Бәҙретдинов, А. Батыршин менән әңгәмәләшеп ултырабыҙ. Бер аҙҙан Әхмәр ағай: "Уф, рәхәәәәәт булып ҡалды", - тип килеп инде. Баҡтиһәң, унан алда ғына күп итеп сәй эскән дә, һағыныуҙы һылтау итеп үҙ мәшәҡәте менән ҡабаланған икән. Шулай итеп, һағыныуҙың тағы бер төрө асыҡланды.

Хәмит Карамалинский

https://vk.ru/wall32431316_656

 

Автор:
Читайте нас