- Ай тирәһе күренмәнең, әллә ял йортонда булдыңмы? - тип һорай икән подъездаштары ул ҡайтҡас.
- Ниндәй ял йорто ти, ул тиклем аҡса туҙҙырырға мин миллионермы ни, ауылда туғандарҙа булдым. Ауылға йәшәргә күсергә уйлайым әле. Унда йәшәү арзан, анһат. Ай буйы 16 һумға ғына йәшәнем. Келәттәренә инһәң бау-бау һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт ите - йәнең теләгәнен бешер. Баҙға төшһәң тоҡ-тоҡ картуф, сөгөлдөр, кишер, банка-банка үәринйә, тоҙло-моҙлоһо, өйҙә һыуытҡысты асһаң һөтө-майы, ҡаймаҡ-ҡатығы тулып ултыра, - тип һөйләй икән ағай кеше.
Мөгәрәптәр тулған, ҡош-ҡорттар йолҡолған. Һуғымдар һуйып эләһе генә ҡалды инде, эйеме? Һыуыҡтар төшөп, ҡар ҙа яуып ебәрһә, улары ла һәләт һуйып эленер әле, ибет. Унан ҡырын төшөп, арзан ит-май ашап ҡына ҡыш үткәрербеҙ, Аллаһ бирһә.
https://vk.com/wall-39367561_110940
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!