-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
6 Ноябрь 2025, 14:46

Гөлзәмиә СИТДИҠОВА: Тормошта уйнаған кеше сәхнәлә булдыра алмай.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ғүмеренең 39 йылын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына бағышлаған Гөлзәмиә Мазһар ҡыҙы СИТДИҠОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Гөлзәмиә СИТДИҠОВА: Тормошта уйнаған кеше сәхнәлә булдыра алмай.
Гөлзәмиә СИТДИҠОВА: Тормошта уйнаған кеше сәхнәлә булдыра алмай.

— Һеҙҙең тыуған яҡ кешеләрен, тәтешлеләрҙе, башҡаларҙан айырып торған сифат бармы?
— Тәтешлеләр тигәндә, һәр ваҡыт Әнғәм Атнабаевтың шиғыры иҫкә төшә: “Беҙҙең яҡта шыршылар күп, елдәрҙә бөгөлмәйҙәр, дауылдарҙа һығылмайҙар...” Шуның һымаҡ тәтешлеләр ҙә ғорур, һынып бармай. Ғорурҙарға, әлбиттә, тормошта бик еңел түгел, һығыла-бөгөлә белгәндәргә йәшәүе күпкә уңайлыраҡ. Әммә шундай сифатыбыҙ бар. Тағы ла тура һүҙлебеҙ, үҙ фекеребеҙҙе күҙгә ҡарап әйтә беләбеҙ.
— Күп йылдар юмор жанрында сығыш яһайһығыҙ. Халыҡ башлыса ниндәй шаяртыуҙарҙан көлә?
— Бөгөн сәхнәлә эшләүсе йәш юмористар юҡ тиерлек. Беҙҙең быуын артистарынан данлыҡлы коллегаларым әле лә уңышлы сығыш яһай. Халыҡ хәҙер интернеттан теләһә нәмә ҡарай, шуға ла йүнһеҙ, примитив әйберҙәргә өйрәнде. Беҙҙең заманда улай түгел ине. Һәр бер яңы әҫәрҙе худ. советта иләктән үткәреп сығара торғайныҡ. Фекере, көнүҙәк темаһы, мәғәнәһе бармы икәнен, был әҫәр менән нимә әйтергә теләгәнлегебеҙҙе тикшерәләр ине.

— Сәхнәлә ҡыҙыҡ хәлдәргә тарығанығыҙ булдымы? Ул хәлдәрҙән нисек сыҡтығыҙ?
— Ғүмер буйы сәхнәлә, гастролдәрҙә йөрөгәс, ундай хәлдәр ғәләмәт күп булды. Бер-икеһен һөйләп китәйем. “Тайский массаж”ды сәхнәләштергәндә, берәй тамашасы менән уйнарға тейешмен. Уртаға олпат, фил кеүек кәүҙәле бер ирҙе саҡырҙым. Ул ҡыҙыҡ итәм тинеме икән, иң аҙаҡтан мине күтәреп алды ла, сәхнәнән йүгереп сығырға булды. Әммә, эләгепме, башҡа сәбәптәнме, мине ҡаты сәхнәгә төшөрөп ебәрҙе һәм үҙенең ауыр кәүҙәһе менән өҫтөмә ҡоланы. Үлә генә яҙҙым инде! Бер ай буйы аҡһап, сәхнәгә сыға алмай йөрөнөм.
Икенсе хәл Асҡын районында булды. Концерт башында сәхнәгә зал аша йырлап, һөйләп инәбеҙ. Шунда мине бер ир ҡосаҡлап алды ла, ебәрмәне лә ҡуйҙы. Хатта костюмы эсенән ҡыр сәскәләре сығарып, бүләк итте. Тик ебәрмәй ҙә ҡуя! Мин булмағас, концертты ла башлай алмайҙар. Халыҡ көлә, артистар ҙа тәгәрәп йөрөй. Егерме минут буйы ысҡына алмай торҙом. Аҙаҡ ул кеше кем икәнен һораштым. Баҡтиһәң, күңеле менән шул тиклем матур, әммә ауырыу ир икән.

— Актерлыҡ һәләтен тормошта ҡулланаһығыҙмы?
— Актерлыҡ һәләте, әлбиттә, ярҙам итә. Бер хәлде һөйләйем әле. Магазинға сығып барғанда миңә ике сиған ҡатыны бәйләнде. Башта аптырап ҡалдым. Торҙом-торҙом да, телһеҙ кеше булып ҡыландым. Сиғандар шунда уҡ китте. Дуҫтар ҙа, берәй нәмә һөйләй башлаһам, эләкләп һөйләйем, тип әйтә. Әммә мин үҙемде етди кеше тип һынайым. Сөнки тормошта уйнаған кеше сәхнәлә булдыра алмай.

— Сәхнәлә кешене көлдөргәндәр тормошта йыш ҡына шаян түгелдәр, тиҙәр. Шулаймы?
— Ысынлап та, юмор өлкәһендә эшләгән кешеләр үҙҙәре шаян түгел. Бына Әхәт ағай Уразмәтов тормошта шаярып-көлөп йөрөмәне. Йомоҡ, артыҡ һөйләшмәүсән булды. Мин дә шулаймын. Ни өсөн икәнен белмәйем. Бәлки бөтә көсөбөҙҙө сәхнәгә биргәнгәлер...

— Һорамай булдыра алмайым. Исемегеҙ бик үҙенсәлекле һәм һирәк осрай. Кем ҡушҡан? Яңы таныштарығыҙ шунда уҡ хәтерендә ҡалдыра аламы?
— Исемемде үҙем дә бик яратам. Инәйемә рәхмәт! Ул беҙгә шул тиклем матур исемдәр ҡушҡан: апайым – Зәмзәмиә, һеңлем – Гөлсәриә. Беҙҙең яҡта, ғөмүмән, гел боронғо исемдәр. Ә кемдең хәтерендә ҡалмай – был уның проблемаһы!

— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!


Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

Александр Королев фотоһы.

2023 йылғы яҙма.

Автор:
Читайте нас