– Ниндәйҙер ҡатынды алып ҡайтҡан. Уныһы сығып өлгөрмәгән. Әһ-һә, тотолдо!
– Юҡ, мин белмәгән берәй туғаны килгән.
Был вариант тап килмәгән һымаҡ. Ирем менән инде биш йыл йәшәйбеҙ, туғандарын белеп бөттөм, ахыры. Тимәк, беренсе вариант!
Башымда уйҙар ҡайнаған арала күҙҙәрем ишектәге һанға “йүгерҙе”. Аһ-һ-һ, был бит беҙҙең фатир түгел! Был бит аҫтағы күршенеке! Мин үҙем йәшәгән ҡатҡа күтәрелеп етмәгәнмен икән дә! Тиҙ генә “айнығып” киттем.
– Ғәфү итегеҙ, фатирҙарҙы бутап торам бит, – тип өҫкө ҡатҡа күтәрелдем.
Унда мине сәй ҡайнатып ирем көтә ине...