-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
28 Сентябрь 2025, 13:16

ҠАПАҠ (Юмористик хикәйә)

Һәр ауылдың була үҙенең икенсеһе, сәс алыусыһы, тегенсеһе, быйма төпләүсеһе, һалабаш һалыусыһы, сана яһаусыһы - ғөмүмән һөнәрле кешеһе! Шулай уҡ берҙе - биш итеп һөйләргә яратҡан ғәйбәтселәре лә етерлек. Улары хатта ир-ат араһында булыуы бик мөмкин. Мәрүән дә тап шундай бәндә. Үҙен исеме менән әйтмәйҙәр - "Ҡапаҡ" - ти ҙә ҡуялар.

ҠАПАҠ (Юмористик хикәйә)
ҠАПАҠ (Юмористик хикәйә)

Шул Ҡапаҡ бер ваҡыт, аҡса алмашына икән, тигән хәбәр таратҡан. Бөтә тирә яҡ ауылдары халҡы булған аҡсаларына ҡалаға барып, кәрәк-кәрәкмәгән әйберҙәр алып бөткәйне аҡса әрәм булмаһын тип. Ҡасандыр аҡса ҡапыл осһоҙланып, халыҡ һемәйеп тороп ҡалғайны шул. Йыйған ғына аҡсалары әрәм булды, кәрәкмәгән ҡағыҙға әйләнде. Аҡсаһын теләһә ниндәй тауарға әйләндергән кешеләр Ҡапаҡты бәреп үлтерерҙәй булдылар. Ҡапаҡтың әсәһе Ғәлимә лә шундай ине, тейҙәр. Йәй етеп, туғайҙа емеш-еләк бешә башлаһа: "Төрмәнән ҡасҡын ҡасҡан, беҙҙең ауыл тирәһендә йөрөй икән", - тип хәбәр тарата. Үҙе иһә, көтөү ҡыуыу менән биҙрәһен эләктереп, бәрәңге баҡсаһы аша еләккә һыпырта.
Ауылдың аҡһаҡалы Ғарифулла ҡарт китеп барған икән, тигәнде ишеткәс, ирҙәр кисләтеп мәйет ҡарауылларға йыйылды. Әлбиттә, бер нәмәнән дә ҡоро ҡалмаған Ҡапаҡ та килгәйне. "Әле генә һин дә мин йөрөгән кеше ине, нишләп ҡапыл үлеп китте икән, йүнләп ҡарау булмағандыр инде", - тип һөйләнде Ғарифулланың балаларына ғәйеп ташлағандай итеп.
"Көфөр хәбәр һөйләп ултырма инде, ағайҙың ғүмере бөткән дә, ерҙән уҙған", - тине ауыл муллаһы Сәлимйән. "Мәйет янында телеңде тыйыбыраҡ торһаңсы, Мәрүән". "Минең район балницаһында ятҡанды күреп, Хәмит үлергә ята унда, тип ҡапаҡ һуҡҡанһың. Туғандарым илашып, шылтыратып бер булдылар", - тип һүҙгә ҡушылды Хәмит.
Ҡапаҡ, үҙенә ҡаршы һөжүм башлағанда һиҙеп, хәбәрҙе ситкә борорға ашыҡты: "Ана, Ғарифулла ағайҙың йәне тәненән айырылып осоп сығып китте"' - тигән булды күргәндәй итеп.
- Юҡты һөйләп ултырма әле, - тине Сәлихйән мулла, - башҡалар күрмәгәнде һин күрә булаһыңмы инде. Йәне ҡайҙа осҡанын бер Хоҙай ғына белә.

Бесән әҙерләп бөтөп, бер аҙ эштән бушағас, Ҡапаҡ, бисәһе менән Һамар өлкәһендә хеҙмәт иткән улы Юнирҙе күреп ҡайтты. "Улым, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Буйға ныҡ үҫеп, мыҡтыланып киткән беҙҙең Юнир. Ул яурын киңәйгән, метр ярым булып киткән!" - тип ҡоласын мөмкин тиклем нығыраҡ йәйеп күрһәтеп маҡтанды осраған бер кешегә Ҡапаҡ. Ниһайәт, Юнирҙәре хеҙмәтен тултырып ҡайтып төштө. Яурыны әллә ни киңәймәгән. Әммә кешегә етә ҡалды - Юниргә "Яурын" тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды.

Харис ШӘРИПОВ.

Йософ Зарипов фотоһы.

Автор:
Читайте нас