-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
11 Сентябрь 2025, 13:19

Башҡорт дауаханаһы

Бер башҡорт егете әрменән ҡайтып, ары һуғылған, бире һуғылған, бер генә лә эш таба алмай икән. Шунан был үҙенең дауаханаһын асырға булған ти. Бер бина табып, яҙыу элеп ҡуйған:

Башҡорт дауаханаһы
Башҡорт дауаханаһы

"Барлыҡ сирҙәрегеҙҙелә дауалайбыҙ, бары тик 5 000 һум ғына. Әгәр дауалай алмайбыҙ икән, 10 000 һум итеп ҡайтарып бирербеҙ".
Был яҙыу үтеп барған бер йәһүдтең күҙенә салынып ҡалған һәм был, еңел генә байыу маҡсаты менән файҙаланып ҡалмаҡсы була.
Йәһүд дауаханаға килеп инә лә:
-Һаумыһығыҙ!
Шәфҡәт туташы:
Һаумыһығыҙ! Нимә борсой?
Йәһүд:
-Мин аҙыҡтың тәмен тоймайым. Зинһар, ярҙам итегеҙ! Миңә хәҙер бар аҙыҡ та бер төрлө кеүек.
Табип булып алған теге егет:
-Әнисә туташ, егерменсе номерлы һауытты алып килегеҙ ҙә пациентҡа бирегеҙ әле!
Йәһүд быны ҡомһоҙланып емергән дә:
-Тфү! Был бензин дә һуң!
Табип:
-Ҡотлайым! Һеҙ йәнә тәм тоя башланығыҙ. Һеҙҙән 5 000 һум.
Йәһүд бик ныҡлы ғәрләнеп аҡсаһын түләгән дә сығып киткән.
Бер-нисә көндән, теге биш меңде ҡайтарыу маҡсаты менән дауаханаға йәнә килгән:
-Һаумыһығыҙ! Зинһар миңә ярҙам итегеҙ! Минең хәтерем юҡ.
Табип ярҙамсыһына:
- Әнисә, 20-се номерлы, алма һутлы һауытты килтерегеҙ әле!
Был Йәһүд теге саҡтағы хәлде иҫенә төшөрөп:
-Нимә? Ул бит бензин менән.
Табип:
-Ҡотлайым! Һеҙҙең хәтерегеҙ һәйбәтләнде. Хәҙер һеҙ барыһын да хәтерләйһегеҙ. Һеҙҙән 5 000 һум.
Йәһүд тағы ла ҡатыраҡ ғәрләнеп, аҡсаһын түләгән дә сығып киткән.
Шулай ҙа, теге түләгән аҡсаны ҡайтармаҡ булып бер-нисә көндән ҡабат килгән.
Дауаханаға инеп:
-Һаумыһығыҙ! Зинһар, ярҙам итегеҙ! Мин күрмәй башланым.
Табип:
-Бик йәл. Беҙ һеҙгә ярҙам итә алмайбыҙ. Бына һеҙҙең 10 меңегеҙ. Алығыҙ!
Йәһүд ғәжәпләнеп:
Ниндәй ун мең ти? Бында бер мең генә лә инде!!!
Табип:
-Ҡотлайым! Һеҙ күрә башланығыҙ. Һеҙҙән биш мең һум!


(Вильдан Хасановтан)
© Йылмай! 😂

Автор:
Читайте нас