-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
9 Апрель 2025, 20:05

ҺЫНАУ

Ер шарында күпме йәшәйем, әммә барыбер ҡатын-ҡыҙға һоҡланып та, аптырап та бөтә алмайым... Социаль селтәрҙә дуҫтарға бер ҡыҙ өҫтәлде. Ундай исем-шәрифле, ҡиәфәтле танышым булмағас, ҡабул итмәнем. Етмәһә, мин – өйләнгән ир, ҡатынымды яратам, башҡаларға әйләнеп тә ҡарағым килмәй.

ҺЫНАУ
ҺЫНАУ

Әммә был ҡыҙ ныҡыш булып сыҡты, кис миңә: “Сәләм, һин миңә оҡшаның, әйҙә, танышайыҡ?” – тип яҙҙы. Уға: “Хәйерле кис! Юҡ, мин өйләнгәнмен, танышмайым”, – тинем. Шуның менән һөйләшеү тамамдыр тиһәм, яңылышҡанмын. Эй, яҙа ла яҙа, яҙа ла яҙа! Нимә генә тимәне: “Ҡатының белмәҫ”, “мин унан йәшерәк, сибәрерәк”, “исмаһам, дуҫтар ғына булайыҡ”, “миңә етди мөнәсәбәттәр кәрәкмәй, аҙнаһына бер төн күрешеп торһаҡ та еткән...” Юҡ тигәнде аңламаҫ бәндә булды бит! Йәнгә тейгәс, тоттом да һүгеп-һүгеп ете диңгеҙ аръяғына барып ҡайтыуын һораным.
Шул мәл эргәмдә телефонда соҡоноп ултырған ҡатыным миңә уҫал ҡараш ташланы ла, илап ебәрҙе. Баҡтиһәң, ул ошо аккаунтты асып, ҡыҙ исеменән яҙышып ултырған. “Барыһын да дөрөҫ эшләнем бит? Миңә башҡалар кәрәкмәй, һине генә яратам. Ниңә үпкәләйһең?” тип һорауыма, ул: “Һин миңә һүгенеп тороп, ҡаты яуап бирҙең”, – тине. Икенсе көн һөйләшмәй йөрөй. Үсегергә уйлаған ҡатын, барыбер сәбәп таба икән...

З. Хәсәнов.

"ҺӘНӘК" журналынан.
Автор:
Читайте нас