+15 °С
Ясно
Сатира һәм юмор
6 Апреля 2025, 15:42

Боронғо көләмәстәр

Кинәйәне аңлаған кеше өсөн бер боронғо көләмәс яҙам әле:

Боронғо көләмәстәрБоронғо көләмәстәр
Боронғо көләмәстәр

Бер ҡатындың ире нимәгәлер хәтере ҡалған да, күршеһе менән һуғышып киткән.
Ҡайтҡас, ҡатыны һорай ти:
- Йә, кем еңде?
- Кем булһын, мин инде! Тегегә буш тоҡ менән тондорам - ҡап-ҡоп итеп тауышы әллә ҡайҙа китә. Ә ул миңә,һии, балта төйҙәһе менән һуҡҡан була - бер тауышы ла сыҡмай...

Бына шул буш тоҡ менән ҡап-ҡоп һуғышҡан ирҙәргә ҡарайым да, ҡайҙа беҙҙең бер әйтеп, берәгәй әйткән аҡһаҡалдар, тип әсенәм...

Гузаль Ситдыкова

 

Тағы бер боронғо көләмәс:

Бер башҡорт байы ауырып киткән. Татар кешеһе быныға ҡан доноры булырға ризалашҡан.Бай һауыҡҡас донорға бер өйөр йылҡы, ҙур тирмә бүләк иткән.

Бер йылдан һуң шул уҡ хәл. Бай тағы ауырып киткән. Татар тағы донор булған. Һауыҡҡандан һуң башҡорт татарға бер ҡап сәй генә биргән.

- Һуң үткәндә бит һин миңә бер өйөр йылҡы, тирмә биргәйнең...

- Хәҙер беҙ бит бер туғандар...

 

Дуҫтар, комментарийҙарҙа һеҙҙән дә элекке көләмәстәр көтәбеҙ. Ялығыҙ матур үтһен.

Автор:
Читайте нас