Бер ай үтә, ике ай, хаты килеп торһа ла, егеттән туй-фәлән тип бер хәбәр ҙә юҡ.
- Был малай кеше балаһының башынан көлөп йөрөмәһен әле, - тип әсәһе, ире менән кәңәш-төңәш иткәс, бер күрмәгән алыҫ районға, Зөлфиәнең ата-әсәһенә сығып китте. Бер тәүәккәлләгәс ни, бер айҙан туй яһарға һөйләшеп, ҡоҙаларын саҡырып та ҡайтты.
Булатҡа хат яҙып ебәрҙеләр-ебәреүен. Тик уның барып етеренә ышаныс юҡ, сөнки торба һалыусылар бер киткәндә бер ниндәй бәйләнеш, почта булмаған тайгала эшләп бара ла бара.
Шунан телеграмма һуғырға булдылар. Был эште егеттең ағаһына йөкмәттеләр.
...Булат ваҡытына ҡайтып етте, Себерҙәгенән дә былайыраҡ март бураны ҡоторһа ла, алыҫ райондан ҡоҙалар ҙа килеп етте, туй бик матур уҙҙы.
Туйҙан һуң Булат көлөп хәбәрен һөйләне:
- Телеграмманы махсус рәүештә килтереп еткергәндәр. Мин һаман ҡырҙа инем. Бригадалағы ағайҙар алып ҡалған. “Йәшәп-йәшәп, күпме ошонда эшләп, бындай телеграмманы тәүләп күрәбеҙ”, - тине улар.
Ә телеграммаға Булаттың шырмый ағаһы, һүҙҙе оҙонға ебәрмәй (ҡыйбат булмаһын тип тә уйлағандыр инде), былай тип кенә яҙҙырған: “Приезжай на свою свадьбу!”