"Мәктәп бөтөрөп, училещеға керергә йөрөйбөҙ" - тип һөйләп китте ул. 'Ҡурҡып ҡына приемныйға керҙек. Ауылдан сығып йөрөгән юҡ бит. Беҙгә: "Тултырығыҙ - тип, анкета тотторҙолар. - Алдыҡ." - ти күрше. "Фамилия, имя тигәндәрен тултырҙыҡ. Год рождения тигәнен дә бик эшлекле ҡиәфәттә генә яҙып ҡуйҙыҡ. Ҡарайым, "пол" тигән һүҙ бар бит" - ти. "Бергә килгән малайҙан һорайым: Пол нимә ул? И-и-и теге көлгән була.Полдың нимә икәнен белмәйһең штули, иҙән бит. "Крашеный - тип яҙ, - әтеү, хәйерселәр тип алмаҫтар."- ти был. Мин әйтәм: "Беҙҙең иҙән буялмаған бит, алдағанды белһәләр, ҡыуып ҡайтарырҙар."- тим. "Улайһа, половина крашеный, половина не крашеный тип яҙ." - ти иптәшем. "Бына, күршеләр, шул половина не крашеный менән, боцман булып бөтөн донъяны гиҙҙем. Иҫкә төшһә, үҙем дә көләм." - тип, беҙҙе рәхәтләнеп көлдөргән ине. Хәҙер балалар ауылда ла урыҫса һөйләшәләр. Беҙ, ауыл балалары, бер ауыҙ урыҫса белмәнек шул. Әммә, күршем әйтмешләй, төшөп тә ҡалманыҡ. Бына шулай... Ғәйеп итмәгеҙ. Бер аҙ йылмайып алһаҡ та ярар.