2010 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас, Вәлит ағай менән эшләй башланым. Уның менән сығыш үҙе бер бәхет булғандыр. Ысынлап та, бик талантлы артист, сығыштарын һәр ваҡыт һоҡланып ҡараным. Вәлит ағай менән гастролдәрҙә йөрөгән ваҡыттар үҙе бер китап яҙырлыҡ мажараларға ла бай булды. Мин, йәш егет, уның мәрәкәләрен тыңлап йөрөй торғас, үҙем дә уның һымаҡ һөйләшә башланым, - тине Искәндәр Ғәзизов.
Валит Илимбетов: Искәндәр Ғәзизов мин булып ҡыланып кеше көлдөрә.
Искәндәр институттан һуң 2010 йылда хеҙмәт юлын Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк эстрада театрында башлап ебәрҙе. Концерт һайын минең сәхнәлә уйнағанды ҡарап, аҡырып көлөп, мәж килә торғайны. Инде бер үк әйбер уйнағанды йөҙөнсө мәртәбә ҡарайһың, етәр инде, тием. Ҡарап туялмайым уйнағанығыҙҙы, тип алдаштыра торғайны. Маладис кеше ул.
Уның үҙ моңо, үҙ ижады, иң мөһиме - үҙ тамашасыһы бар. Тамашасы йыйып концерт ҡуйып йөрөгән Артист - бәхетле Артист ул!