-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
16 Ноябрь , 19:21

Ял ялмы ни инде ул - рәхәтләнеп бер көлмәгәс

-

Ял ялмы ни инде ул - рәхәтләнеп бер көлмәгәс
Ял ялмы ни инде ул - рәхәтләнеп бер көлмәгәс

Хәйбулла районында булған был хәл.
СССР осоронда ауыл мәктәбендә уҡытыусы бер уҡыусының имтиханда яҙған иншаһын тотоп, директорға килгән. "Уҡығыҙ, ни эшләйек", тип. Иншала - хап-хаталы биш кенә һөйләм ти: "Аттестат бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә, мин Әнүәр ағай кеүек тракторист булам. Миңә "икеле" ҡуйған уҡытыусыларға утын-бесән килтермәйем". Директор уҡытыусыға: "Хаталарын төҙәтеп, "өслө" ҡуй. Киләсәкте уйлайыҡ", - тигән.

***

Туҡталышта автобус көтөп торған ир янына урта йәштәрҙәге сибәәәр генә бер ҡатын килеп баҫа ла, һүҙ ҡуша:
- Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең балаларымдың береһенең атаһы шикелле, яңылышмаһам...
Ҡото осҡан ир, янында тағы ла берәйһе юҡмы, уға өндәшәләрме тип:
- Мииин! Минме!? Мин һеҙҙе...
- Тынысланығыҙ! - ти теге ҡатын, - Мин - уҡытыусы!

***
Төн уртаһында уҡыусы бала "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" уҡытыусыһына шылтырата:
- Эйе, Морат. Нимә булды?
- Һаумыһығыҙ, һеҙ йоҡлай инегеҙме?
- Әлбиттә! Төнгө өстә йоҡламай нимәшләргә була һуң?!
- Шиғыр ятларға...

***
Ир эшенән еппәртә һуғып ҡайтып инә лә, ҡатынын ҡулынан етәкләп, һөйрәкләп тигәндәй, йоҡо бүлмәһенә индереп карауатҡа ауҙара... Ҡатыны шаҡ ҡатҡан! 20 йыл тороп та бындай хәлдең булғаны юҡ!..
Артабан ире ҡатынының өҫтөнә юрған ябып ебәрә! Ике-өс секундтан юрған аҫтына үҙе лә килеп инә лә:
- Ҡара! Дисплейы яна торған сәғәт һатып алдым! - ти.

***
Ике рядовой полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барғандар ҙа, аҙ-маҙ хәлде асыҡлағас начальниктарына шылтыраталар, ти.
- Нимә булған унда һеҙҙең?! - тип екерә начальник.
- Үлтерергә маташыу. Ир, 38 йәштә, әле генә йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн бисәһе алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан... Ашығыс ярҙам хеҙмәте ирҙе дауаханаға алып китте әле генә...
- Бисәһен ҡулға алдығыҙмы?
- Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!

***
Фатирға саң һурҙырғыстар рекламалаусы килеп ингән дә, ишек эргәһендә үк иҙәнгә үҙе менән тотоп ингән сүп-сарҙы туҙратып ебәргән:
- Әгәр саң һурҙырғысым тап-таҙа итеп һурҙырмаһа, ашап бөтөрәсәкмен!
Хужа ҡатын аш-һыу бүлмәһе яғына атлағанын күреп, сос егет:
- Ханым! Ханыыыым, ҡайҙа киттегеҙ? - тип һорай. )))
- Ҡайҙа-ҡайҙа, аш ҡалағы алып киләм! Кисәнән алып өйҙә ут юҡ!..

***
Ике әбей әхирәттәренә ҡунаҡҡа барған, ти. Уныһының хәтере насар икән. Шуға ул, онотмаҫ өсөн, аш-һыу бүлмәһенең ишек башына "сәй эсергә" тип яҙып ҡуйған. Әхирәттәренә бер тапҡыр сәй эсергәс, яҙыуҙы күреп тағы ла эсерә икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Әхирәттәре сәй эсеп, ҡайтырға сыҡҡан. Беренсеһе икенсеһенән:
- Әнисә ни эшләп беҙгә сәй эсермәне икән ул?!
- Атағатаҡ! Беҙ Әнисәлә булдыҡмы ул?

***
Бер ир бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.
– Ҡотлайым! Һеҙҙең малай! 4200 ...
Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:
– Ҡарале, 4200 генә! Зәрә ҡиммәт тә түгел!

***

Профессор аудиторияға һорау "ырғыта":
- Кемегеҙ әйтә: Салауат Юлаевтан да батырыраҡ, Зәки Вәлидиҙән дә зирәгерәк, Мөжәүир хәҙрәттән дә ғәҙелерәк, Аҡмулланан да намыҫлыраҡ, Байыҡ сәсәндән дә үткерерәк – ул кем?
Арттағы рәттән, башҡаларҙан олораҡ күренгән бер ир тауышы:
- Минең бисәнең беренсе ирелер ул!!!

***

Самолетта депутат Шәкирыв, беренсе класс уҡыусыһы Сабир һәм Рәфҡәт мулла осоп баралар, ти. Бына бер ваҡыт самолеттың ике двигателен дә янғын солғап ала, дөрһөлдәп яна башлай. Ә бортта парашют икәү генә.
Депутат, алға сығып халыҡты барлай ҙа, телмәр тота:
- Мин - депутат! Халыҡ ҡоло! Ишеү ҙә мин иң аҡыллыһы. Мин халҡыма кәрәк! - ти ҙә, парашютты тиҙ генә кейә һалып һикерә.
Мулла, сабыйға ҡарай ҙа:
- Йә, улан. Мин инде тормошто күргән кешемен. Ә һин әле йәшһең, йәшәйһе лә йәшәйһе! Парашютты эләктер ҙә, бар, тиҙерәк һикер! - ти.
- Икәүләп һикерәбеҙ, мулла бабай. Парашют бит икәү! Иң аҡыллы кеше минең портфелде тағып һикерҙе бит! 

***

- Улым, ниңә математичка менән физруктың үбешкәнен барыһына ла һөйләп бөттөң?
- Һуң, математичка үҙе һораны ла инде...
- Нисек инде үҙе һораны?!
- Дәрестә ултыра инек, миңә: "Зәкир, ниңә көлөп ултыраһың унда. Әйҙә, бөтәһенә лә һөйлә, беҙ ҙә көләйек!" тине.

***

10 сентябр. Һайлау часткыһына оло ғона йәштәге бабай килеп инә.
- Минең әбей һайланымы ул?
- Әбейегеҙҙең исеме кем була, бабай?
- Мөхөпямал Аллаяр ҡыҙы.
- Эйе. Иртәнге 9.00 тигәндә үк һайлап сыҡҡан...
- Бергә йәшәмәйһегеҙме әллә бабай, әбейегеҙ менән ?
- Йәшәнек, ҡыҙым, йәшәнек... Тик ун биш йыл элек ул гүр эйәһе булып ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан йыл да һайлауҙарҙа ҡатнаша, осрата алмайым да ҡуям!..

***

Бер башҡорт адвокатҡа килгән дә, кәңәш һорай:
- Күршемдең миңә 30000 һум бирәсәге бар. Ҡайтарырға уйламай. Нисектер суд аша булһа ла хәл итеп булырмы икән?..
- Була, тик бының өсөн ҡулығыҙҙа бурысы барлығын иҫбатлаусы яҙма документтың булыуы мөһим. Бармы?
- Уйй... Юҡ шул! Былай ғына тотторғайным ҡулына.
- Улайһа күршеңә ватсаптан "Алып торған 70 мең һумды ҡайтар!" тип хәбәр яҙ.
- 70 түгел дә инде, 30 мең һум...
- Күршең дә һиңә тап шулайтып яуап ҡайтарасаҡ, ә һинең ҡулыңда - иҫбат! 

***

Урман буйлап мышы китеп бара икән, ти. Бара торғас бер яланға килеп сыҡҡан. Ә унда терпе геү килеп яланды уратып йүгереп йөрөй, етмәһә "Уууф, рәхәәәт! Үәәәәт рәхәәәәт!" тип көлә икән был. Мышы уны туҡтатҡан да:
- Эй, терпе, ниңә яланды уратып йүгерәһең? - ти.
- Аңлатырға ваҡытым юҡ, әйҙә минең арттан йүгер!" - тигән дә, артабан сапҡан. Уның артынан мышы ла.
Эй ялан уратып йүгерәләр, эй йүгерәләр ти былар, бахыр мышы инде хәлдән тайған.
Хәле бөткәс теге йүгерек терпене туҡтатҡан да:
- Йә, шунан, бында ни ҡыҙығын күрәң, нимәһе рәхәт инде??! - тип һорай, ти.
Терпе аптырап китеп:
- Аһ-аһ, һинең эсеңде үлән ҡытыҡламаймы ни? - тигән була, ти.

***

Көҙ. Һыуыҡ. Ҡарлы урман буйлап ат китеп бара. Бына ҡаршыһына ас-яланғас бүре килеп сыҡмаһынмы!
- Үәәәәт, бәхееет! Туйғансы ит ашар көнөм дә бар икән! - ти, бүре.
- Ашыҡмай тор әле, бүре. Башта минең артҡы уң яҡ тояҡтағы яҙыуҙы иғтибар менән уҡы!..
Бүре уҡыйым тип эйелгән арала ат бының маңдайына ныҡ ҡына итеп тибеп тә ебәрә. Бер-ике сәғәт иҫһеҙ ятҡандан һуң бүре аңына килеп:
- Ахмаҡ! Нәмә тип уның тояғы аҫтына инеп бараммы икән?!!! Уҡый белһәм бер хәл...- тимәһенме.

***

Бабай әбейен етәкләп aэрoдрoмға килгән. Бабай уңайлы мәлен ҡарауыллап, летчикты туҡтатып:
— Улым, иҫәнме? Ҡарале, беҙ ҡарсыҡ менән 70 йыл бергә торабыҙ. Берҙе лә самолетта осҡан юҡ... Берҙе булһа ла йөрөтөп килмәҫһеңме беҙҙе?
Лeтчик:
— Ярар, бабай. Бер шарт менән. Әгәр ҡурҡышыңдан ҡысҡырһаң - миңә 12 мең һум түләйһең! Килештекме?
— Килештек! — ти, ҡарт.
Һауаға күтәрелгән былар. Летчик самолетын тегеләй ҙә былай борғослай башламаһынмы! Бер менә, бер төшә, әйләндереп сығара, ҡыҫҡаһы. Тик ҡарт ҡына шып-шым!.. Ялҡҡас, самолетын ултырта был, шунан бабайҙан һорай:
— Саҡ ҡысҡырып ебәрмәгән берәй мәл булдымы, исмаһам, бабай?
— Булды, улым.
— Ҡайһы мәлендә?
— Әбейем төшөп ҡалған мәлдә!.. 

***

Әбей менән бабай төшкө аш ашап ултыралар. Әбей ашағанда ауыҙы шапылдығы сыға, ти. Бабай түҙә алмай тимер ҡалағы менән уның маңлайына берҙе "Шаҡ!" итеп һуғып ебәрә.
Әбей:
– Нимә эшләйһең һин, ә?!
– Ауыҙыңды шапылдатмай ғына аша!
Әбей шапылдауҙан туҡтай. Тик бер аҙҙан бабай тағын әбейҙең маңлайына һуға...
– Нимә булды тағын? Шапылдамайым да инде!..
– Баяғы шапылдағаның иҫемә төшә лә йәнем көйөп китә!

***

Аҡылдан яҙғандар йортонда комиссия тикшереүе бара. Баш табип бүлмәһенә арыуыраҡ өс ауырыуҙы саҡырып алғандар:
- Кем өс көн эсендә өс томлыҡ роман яҙа - шул иреккә сыға, - тигәндәр.
3 көн үткән. Беренсе ауырыу 1 бит кенә яҙған, икенсеһе 12 бит. Өсөнсөһө 3 том тотоп ингән, ти.
Комиссия ағзалары романдың беренсе битен уҡыһа, былай тип башланған ти: «...Әкрәм Валиивищ атҡа менде...”, шунан иң аҙаҡҡы битен асҡандар - “Әкрәм Валиивищ "Тррррр!" тип атын туҡратты ла, әкрееен генә атынан төштө...» тип яҙылған. Туҡта, был нимә тураһында яҙҙы икән тип, урта биттәрен уҡып ҡараһалар, унда бер-бер артлы өс том буйына «тектегедек тегедек тегедек тегедек тегедек..." тип яҙылған ти.

***

Егеттең туйы булырға тора. Атаһына өндәшә:
- Атай, эш күбәйеп китте, күрше ҡалаға барып ҡайтырға кәрәк тиҙ генә, эш буйынса. Бына минең телефоным, ҡыйын булһа ла шундағы дуҫтарға минең исемдән шылтыратып сыҡ әле, туйыма саҡырып. 200 дуҫым бар исемлектә, билдәләнгәндәр, күрерһең. Яраймы, атай!
- Ярар, борсолма! - ти атаһы.
Атаһы, әлбиттә, 200 дуҫына шылтырата. Әммә былай ти, йәнәһе, улының ҙур проблемаһы бар, ярҙамға мохтаж. Шундай шундай көндә, шул урында, шундай коттеджда көтә һеҙҙе.
Улы ҡайтып төшөү менән туй мәжлесенә һыпырта.
Килһә, ни бары 15 кеше йыйылған )).
- Атай, һуң мин вис дуҫтарымды саҡыр тигәйнем бит!!! - ти, ялбарып.
Атаһы:
- Улым, күпте күргән атаңа ышан, булған дуҫтарың, бына, саҡырыуыңа килгәндәр. Тегеләре тураһында онот! - ти.

***

Әрмелә һалдаттарҙың казармаһына майор килеп инә лә:
- Рядовой Хәсссәнов! - тип ҡысҡыра.
- Мин таварищ майор! - ти Хәсәнов.
- Һин, нисек итеп әйтергә икән?.. Һин үлемдән һуңғы тормошҡа ышанаһыңмы?
- Юҡ, таварищ майор!
- Йәл, бииик йәл. Ана, КПП-ла үткән аҙнала ерләргә тип ҡайтып килгән өләсәйең көтөп тора һине.

"КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ"НАН: @kolemester

Автор:
Читайте нас: