Уларҙы саҡ күтәреп касса янына килтереп һала. Кассала ултырыусы ҡыҙ:
– Зачем так много берете? Эти конфеты у нас всегда есть, – ти икән. Инәй русса бик яҡшы белмәһә лә, мәрйәләр менән «уҡытып» һөйләшә:
– Бускай, бускай, һана! Ейән-ейәнсәрҙәрем күп, – тип яуап биргән. Ҡыҙ һанап бөткәс:
– 15 тысяч, – тигәс, ике күҙе биш булған Мөслимәнең.
Ул ваҡытта уның пенсия аҡсаһы өс мең һум да юҡ ине әле.
Мөслимә инәй:
– Хәҙер, – тигән дә, бөтә нәмәһен ҡалдырып, малайы эргәһенә йүгергән.
– Кәнфиттәр арзан булғанға, балалар килгән һайын бирермен тип, бер сумка кәнфит алғайным, мине ауыл бисәһе тип, алдамаҡсы булды, ахыры! Әллә яңылыш һананымы икән? Бар әле, киренән һанат! – тип улын индереп ебәргән.
Баҡтиһәң, кәнфиттәрҙең аҫтына йөҙ грамдың хаҡы яҙылған булған икән!
Таптыгин тигән итектәр сыҡҡан мәл. Әбейҙәр әйтмешләй "мутный итек". Шулай бер инәй ҡалаға барған да, баҙарҙа һорай икән :
- Доченька, у вас есть Потапыч?.. - тип.
Һатыусы бик аҡыллы булып сыҡҡан, матур ғына йылмайып:
- Таптыгин наверное, - тиган
- Эйе, эйе, доча, путать иткәнмен ….
- Да, я привыкшая уже, за кем только не приходили. И, Хоттабыч, и, Катапыч, и даже был Горыныч - тип көлөп ҡуйған ти.