0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
29 Октябрь , 19:28

Лаҡаптар

Урыҫса һөйләшәләр, йәнәһе… Элек-электән хужалығыңда үҙеңдән артҡанын һатып, юҡ-бар алыу ғәҙәте бар. Ауылдың ике инәйе баҙарға килә. Һатырға май, йомортҡа, йөн алалар, тауар һатылып, арыу аҡса булғас, магазинға инеп, үҙ йомоштарын йомошлай­ҙар. Береһе һатыусынан:− Грязное мыло есть? − тип һорай. Йәнәһе, кер һабыны бармы?

Икенсеһе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Һатыусынан:
− Хлеб какуй размер? – тип ебәрә. Йәғни, икмәк нисә һум тора?
Был инәйҙәр күптән мәрхүмә инде, ә һүҙҙәрен әле һаман халыҡ онотмай.

«Мулла әле отпускыла»

Элегерәк көҙ картуф ҡаҙа башлау менән Урта Азия халҡы ауылдар буйлап үҙ тауарҙарын картуфҡа алмаштыра башлай ине.
Улар шулай бер ауылға килеп инә. Үҙҙәре ауыл кешеһенә иҫтәре китеп һөйләнә икән. «Һеҙҙә ҡатын-ҡыҙ хәтәр ул. Ҡайһы ғына өйгә инмә, арҡаларына бер тоҡ картуф йөкмәп, машинаға ташый. Унан он, шәкәр йөкмәп өйҙәренә инеп китә. Ә ирҙәре әллә юҡ, әллә эсеп йөрөй. Нимә, әллә ауылығыҙҙа эскене тыйырҙай мулла юҡмы ни?» – тип һорап ҡуялар. Мулла ни, бар, ана ла үҙе тора, тип бармаҡ төртөп күрһәтәләр. Ә эргәләге баҡса рәшәткәһенә һөйәлеп мулла тора, ти. Быларҙың һөйләшкәнен ишетеп ҡала ла былай ти икән:
– Мулла әле отпускыла…

«Һалғанды ла көтмәгәндәр»

Әлеге герой хаҡында яҙыуымды дауам итәйем әле. Әбейе менән һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, өйҙәренә ҡомаҡтар эйәләшә. Ҡапҡан да ҡуялар, ағыу ҙа һалалар – файҙаһыҙ. Бер көн ҡыҙынан ҡаланан «эффективныйырағын» һорағас, уныһы алып ҡайтып, ишек төбөнә мөйөшкә һалып тора ла онота.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, бабай ҡыҙынан ағыуҙы һораһа, уныһы ишек төбөнә һалғанын әйтә. Ҡараһа, теге дарыуҙың бер мөйөшөн ҡомаҡтар сәйнәй ҙә башлаған. Бабай, асыуланып:
− Үәт, ҡоромағырҙар, исмаһам, һалғанды ла көтмәгәндәр, − тип үҙенсә ас ҡомаҡтарҙы һүгә икән.

Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: