+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
29 Октябрь , 19:20

КУВЫРКАЮСЬ

Бер егет яңы ғына мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға барған. Автобусҡа ултырып ҡайтыр юлға сыға. Юлда күңеле болғана башлай. Урыҫ шоферға, автобусты туҡтат, күңел болғана, тип аңлатып әйтер кәрәк. Егеттең урыссаһы әллә ни түгел. Шулай ҙа шофер янына бара ла былай, ти:

КУВЫРКАЮСЬ
КУВЫРКАЮСЬ

- Я кувыркаюсь.
Шофер аптырап ҡарай ҙа юлын дауам итә. Егеттең күңел болғаныуы алҡымына тығыла. Автобусты нисек туҡтатырға белмәй тағы ла шул һүҙҙе ҡабатлай.
- Кувыркаюсь!
Был юлы теләген ымлап күрһәтә. Егеттең нимә әйтергә теләгәнен аңлап ҡалған шофер көлә-көлә автобусты туҡтата ла:

-Иди, иди, кувыркайся,--ти.

Р. Булатова.

 

Бер егетте атаһы: "Ауылға ғына ҡайтып йәшәмәй, шул ҡалаңда ҡоро йөрөйһөң" тип әрләй икән. Егет: "Ас булһам да асфальттан йөрөйөм", - тигән ти. Хәҙер студеттар йыш ҡына шулай ҡабатлай.

Л. Исмәғилева.

 

Автор:
Читайте нас: