0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
28 Октябрь , 17:22

Музыкаль сәләм

Юмореска

Музыкаль сәләм
Музыкаль сәләм

Танһыҡбай ҡартты ауылдаштары, мулла ҡушҡан тулы исеме менән атамайынса, Танһыҡ тип кенә йөрөттөләр. Танһыҡ ҡарт ғүмере буйы эшендә илке-һалҡы йөрөнө: башта, йәшерәк сағында, тракторға ултыртҡан инеләр, эсеп уныһын һаҙға батырғас, мал ҡарарға ҡуштылар.

Был эшен дә еренә еткереп башҡарырға ашыҡманы ҡарт: ҡышҡы оҙон төндә ҡарауһыҙ ҡалған ике йәш быҙау туңып үлгәндән һуң, арт яғына типтеләр. Танһыҡ ҡарт үҙе былай насар кеше түгел, әммә ике насар ғәҙәте бар ине: беренсенән, төшөрөргә ярата, икенсенән, эсһә, бик яман итеп һүгенә. Ошо ғәҙәттәре арҡаһында өйөндә лә йыш ҡына тауыш-ғауға сығып торған. Бигерәк тә йәшерәк, дәрт-дарманы ташып торған сағында ул Бүләкбикә әбейҙе бик ныҡ рәнйеткән тип һөйләйҙәр. “Ир һуҡҡан урын тамуҡта янмай ул”, тип әбейҙе ҡаҡҡылап-һуҡҡылап та алған, имеш.

Күрше-күләндәре Танһыҡбайҙың башҡа сәйерерәк яҡтарына ла күнегеп бөттөләр: сәләм бирһәң, алғанда – ала, алмағанда – юҡ. Йә бөтөнләй башын ситкә бороп үтеп китә. Өҫтө-башы ла әллә ни маҡтанырлыҡ түгел.

Бына ошо бабай Бүләкбикә әбей менән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Береһе кейәүгә сығып, бөтөнләй сит илгә үк китеп барҙы, икенсеһе ире, балалары менән Себерҙә төпләнде.

... Көндәрҙең береһендә ауыл көтөүе ҡайтып, әбейҙәр-инәйҙәр һыйырҙарын һауып, сәй эсергә генә ултырған инеләр, радионан диктор ханымдың музыкаль сәләмдәр тыңларға саҡырыуы ишетелде. “Хөрмәтле радио тыңлаусыларыбыҙ, – тип сутылданы һандуғас тауышлы диктор ханым. – Һеҙҙең хаттар буйынса төҙөлгән музыкаль ҡотлауҙарыбыҙҙы башлайбыҙ. Радиоалғыстар янына Еләкле ауылының иң хөрмәтле, иң мөхтәрәм кешеләренең береһе Танһыҡбай әфәнде Аҫылғужинды саҡырабыҙ...”

– Танһыҡбай әфәнде?! Ниндәй Танһыҡбай?! Теге Һаһыҡбаймы?!.

Ауылдаштар ах итте! Ә Еләкле ауылының иң хөрмәтле кешеһе үҙе был ҡотлау һүҙҙәрен ишетеп, телһеҙ ҡалды. Диктор ханымдың балдай татлы теле хис-аҡылын томалай бирҙе: “Танһыҡбай әфәнде ғүмере буйы ”Игенсе” колхозында арымай-талмай тырышып хеҙмәт иткән. Уңған, тырыш, ҙур яуаплылыҡ хисе тойоп эшләгән Танһыҡбай Гәрәевич ауылдаштары араһында ла абруйлы кеше икән. Асыҡ йөҙлө, тәмле телле, һәр бер кеше менән яғымлы итеп иҫәнләшеп китергә күнеккән был изге йән ғаиләһендә лә яҡшы хужа, итәғәтле атай. Тормош иптәше Бүләкбикә ханым менән иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр, үҙ-ара шул ҡәҙәр дуҫтар, һаман да әле йәшлектәгесә мөхәббәт утында янып йәшәйҙәр...”

Өнһөҙ-тынһыҙ ҡалған ауылдаштарының ҡайһы берҙәре ашыға-ашыға һыуынып бөткән сәйҙәрен эсеп ҡуйҙы, ҡайһы берәүҙәре баштарын тотоп иҙәнгә ултырҙы: “Һаһыҡбайҙы ҡатыны менән дуҫ-татыу йәшәй тиҙәрме?! Ах, ишетәһеләребеҙ бар икән! Һаһыҡбай тәмле телле, имеш... Һаһыҡбай итәғәтле...”

Ҡырмыҫҡа ояһылай гөж килгән ауыл халҡы ҡотлау сәләменең аҙаҡҡы һүҙҙәрен көс-хәл менән тыңлап бөтөрҙө. “Шулай итеп, дуҫтар, Еләкле ауылының иң хөрмәтле кешеһе Танһыҡбай Аҫылғужин өсөн популяр йырсы Йәмиғнур Йәғәфәров башҡарауында ”Дан һиңә дан!” йырын тапшырабыҙ. Хөрмәтле Танһыҡбай әфәнде, һеҙҙе беҙ, радио хеҙмәткәрҙәре лә, тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ: сәләмәтлек, бәхеттәр теләйбеҙ”.

Ул көндө ауылдаштарының күңел халәтен әйтеп-аңлатып бөтөрөрлөк булманы, бары халыҡ бабайыбыҙың ҡотлауын тыңланы, бот сабып көлдөләр, был хәбәрҙе береһенән икенсеһенә йөрөтөп, тәмләп-тәмләп һөйләнеләр, ах-ух килделәр.

Ә иң ғәжәбе икенсе көндө булды. Мәңге көтөү ҡыуырға сыҡмаған Танһыҡбай ҡарт таң тишегенән ҡапҡа төбөнә сығып, көтөү киткәнен көтөп тора ине. Әле бер күршеһенә, әле икенсеһенә яғымлы сәләм биргәндән һуң, биҙрәләрен тотоп, һыуға китте. Был хәлде күргән ауыл халҡы икенсе тапҡыр ах итте. Ә тағы ла ун биш минуттан бик бөхтә итеп кейенгән түбәтәйле Танһыҡбай, Бүләкбикәһен ҡултыҡлап, мәсет яғына юлланды.

Руфина ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: