+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
27 Октябрь , 12:06

КӨНЛӘШӘМ!

Элекке класташымдан көнләшәм! Оят инде, әммә дөрөҫө шул! Эсемдә тоторға башҡа хәлем юҡ, уны уйлаһам мейем ҡайнай ҙа китә! Мәктәптә: “45 йылдан Нәсимәгә көнләшеп ултырасаҡһың”, — тиһәләр, хахылдап көлөр инем. Хәҙер шундай хәлгә ҡалдым, бер ҙә көлкө түгел.

КӨНЛӘШӘМ!
КӨНЛӘШӘМ!

Балаларымды әрләп бөттөм. Шул ҡәһәр һуҡҡыр һыйпай торған телефон алып бирмәһәләр, Нәсимә тураһында бер нәмә белмәй йәшәр инем. Ундай кеше бар икәнен онотоп та бөткән инем, интернетта сәхифәһе килеп сыҡты! Ә унда-а-а!..
Йә хоҙай! Әйтерһең, 30 йәшлек кенә ҡыҙ! Алтмыш йәштә шул тиклем матур булып буламы икән? Ул килешле итеп буянып алған, биле неп-нескә, кейемдәре мудный! Ай-һай, был ҡатын, моғайын, опреция-фәлән эшләткәндер ул!
Сәстәрен әйтәм, бер һары, бер һоро, бер ҡара... Бөҙрәхананан сыҡмайҙыр ул! Ул тиклем дә ҡуйы сәсте нисек үҫтерҙе икән?! Ә кейемдәресе! Хәс зәңгәр экрандан төшкән әртистеке һымаҡ. Туҡта! Был бит “Модный приговор”ҙа булған! Был Нәсимә ул тиклем әйберҙәргә, бөҙрәханаларға, телевидениеға йөрөргә аҡсаны ҡайҙан таба икән? Русса ғына яҙа бит әле: “оцените мой образ”, “оцените мою прическу...” Улайтып кешеләрҙән баһа һорап ултырғас, үҙен бик яраталыр, тимен...
Фотоларын ҡарап ултыра торғас, бер ирҙекен күреп ҡалдым. Затлы ғына һорғолт пинжәк-салбар кейгән, ҡуйы бөҙрә сәстәре артҡа таралған. Һыу һөлөгөләй егет! Улымы икән тиһәм, ирем тип яҙып ҡуйғансы! Китсе-китсе ундай йәп-йәште ҡайҙан тапҡан тиһең! Моғайын, бер байҙыр инде! Ҡулындағы сәғәте ҡиммәтле күренә, артында шәп машинаһы тора! Сит илдә йәшәйҙәр әллә, беҙҙең яҡта улай тәпәштә елдереп булмай ул...
Ниңә мин шулай йәшәмәйем икән? Юҡ, хатта бәхетлемен. Тик етмешкә етеп барған Нәсимә һылыуланып, матурайып киткәнен күргәс, әллә нисек бит!
Түҙмәнем, бер көн видео аша шылтыратырға булдым. Хәл-әхүәл һорашҡан булырмын. Бәлки, матурлығының серен сисер... Бәлки, ул тиклем үк бәхетле лә түгелдер, миңә рәхәт булып ҡалыр ине. Китсе, нимә һөйләйем! Оят! Кеше өсөн ҡыуанырға кәрәк!
Тоттом да шылтыраттым. Видео-шылтыратыуға бер әбей яуап бирҙе. Нәсимәне таптырам тегенән. “Ул — мин!” тимәһенме!.. Күҙемә ышанмай ултырҙым... Ҡайҙа мудный утыҙ йәшлек ҡыҙ? Ҡайҙа бөҙрә сәстәр? Ҡайҙа затлы кейемдәр?... Ыста-ыста!
Баҡтиһәң, Нәсимә хаҡлы ялға сығып, көндөң көнө буйына интернетта фотоһын кеше танымаҫлыҡ итеп үҙгәрттереп ултыра икән! Ышанып ҡарап ултырған мин иҫәр! Хәҙер бер кемдән дә көнләшмәйем. Хатта йәлләп тә ҡуйҙым: матур фотолары менән мине алданымы, әллә үҙенме?..

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: