0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
26 Октябрь , 16:10

Әртист булам

-

Әртист булам
Әртист булам

Беләһеңме, әхирәт, мин кем буласаҡмын!? Мотлаҡ, әртист кенә. Башҡа бер кем дә түгел.

Кисә генә ашнаҡсы булам тип йөрөй инең тиһеңме? Шулай шул. Бөгөн килеп уйымды ҡырҡа үҙгәрттем. Ҡайҙан башыма килдеме? Әсәйем әйтте: «Кит, биҙа, шул да булдымы һөнәр, ҡырҡ ата балаһын түгел, үҙеңдең тамағыңды туйҙыра алһаң, хуш әле», – ти. Ә был ниндәй шәп һөнәр, кем әйтмешләй, ике ҡулға бер эш.

Уҡырға яратмайыммы? Дөрөҫ әйтәһең, һы, әртист булыу өсөн мейе серетеп уҡып тороу кәрәктер шул. Яңыраҡ телевизорҙан бер апайҙы күрһәттеләр. Ана ул да ун беренсенән һуң уҡып хитланмаған. Шулай булһа ла, йондоҙға әүерелгәнме әүерелгән. Бөтә гәзит-журналдар көн һайын тигәндәй уның тураһында ғына яҙа. Үҙенең йырлаған йыры ла берәү генә.

Әсәйем:

– Лутсы үҙеңә йырсы ла, шағир ҙа, композитор ҙа булырға кәрәк, – ти.

Бик грамотный шул әсәйем, өс класс бөткән, дөрөҫ бупылдай ул. Хәҙер йүнле йыр яҙыусы бармы, булыр-булмаҫтайҙарына ла күҙ ҙә йоммайынса ат хаҡы һорайҙар, ти. Йыйын теләһә нәмәне һатып алып, әллә ниндәй әтрәғәләмдәрҙе байытып ултыраһым юҡ. Бында Әндрәй ҡаҙнаһы барҙыр шул.

Шиғыр яҙғаның булманы тиһеңме ул? Тотаһың дә әллә ниндәй наҙан һорауҙарың менән башты ҡатыраһың. Үҙем дә шулай уйлай торғайным. Бер нәмәһе лә юҡ уның. Ап-анһат, бүстәк нәмә. Ысталауайҙа май еҫенә тонсоғоп, кәстрүл-кәстрүл бәрәңге әрсеп, илай-илай һуған таҙартыу менән сағыштырғанда, был эшме ни ул! Хәҙер бит шиғыр яҙыусылар менән донъя тулған, китаптарҙан күп нәмә юҡ. Ана, беҙҙең өй башы тулы кәрәкмәгән китаптар. Йәнең теләгәненән берәр генә юл күсереп алып, арлы-бирле урындарын үҙгәртһәң – ижад емеше гатауай. Башыңды саҡ ҡына эшләтә белергә кәрәк. Әсәйем, беҙҙең ауылдан да йүнле бер кеше сыҡһын әле, ти. Дөрөҫ әйтә, мин кемдән кәм!

Үҙебеҙсә һөйләшә белмәһәм ни, унда кемдең ҡыҫылышы бар. Тапҡанһың хәсрәт! Телевизор ҡарағаның юҡ ахырыһы, унда ла алып барыусы башҡортса һорау бирә, ә әртистәр русса ғына яуаплай.

Бына шулай әхирәт, бер заман апайыңды танымай ҙа торорһоң әле. Ҡайһы гәзитте асма – мин, телевизорҙы тоҡандырһаң – һинең ауылдашың.

О-о-о-о! Уларҙың тыуған көндәре ҡайһылай шәп үтә! Әсәйем ғүмер буйы һауынсы булып эшләп, берәй бүләк алғаны булһасы. Ә әртистәрҙе сәскәләргә, бүләктәргә күмәләр. Минең дә юбилей етер. Бер минутҡа ғына күҙ алдына килтер әле. Апайың береһенән-береһе тәтәй күлдәктәрҙә сәхнә түрендә ултыра. Мине күрер, йылы һүҙен әйтер өсөн филармонияға халыҡ зыҡ ҡубып килгән. Йәслегә бергә йөрөгән тиңдәштәрем, ауылдаштар, интернатта бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙар. Иң алғы рәттәрҙә галстуклы таҙа, матур ағайҙар. Һәр береһе ҡотларға тип сиратҡа баҫҡан. Мине күктәргә күтәреп маҡтайҙар.

– Һеҙ– сәнғәтебеҙ гәүһәре, әлдә һеҙ донъяға тыуғанһығыҙ әле, әтеү нишләр инек.

Бүләктәр тураһында әйтәһе лә түгел. Олпат ҡына бер ағай фатир асҡысы тоттора, икенсеһе, урамда һине еңел машина көтөп ултыра, ти. Ә һин, әхирәт, теге ваҡыт кисәгә һинең күлдәгеңде кейеп барыуым тураһында һөйләрһең. Әйҙә, белһендәр, минең дә ябай ғаиләнән сығып, ҙур кеше булыуым тураһында.

Так что, әхирәт, бер нәмәгә ҡарамай әртис булам. Иртәгә үк Өфөгә китәм. Чао! Пока!

Венер Исхаков.
Автор:
Читайте нас: