Сәлих, мал-тыуарын ҡарап, яйлап тәмәке тартып тыштан кереүгә ҡатынының сырайы киткән, тешен ҡыҫып, билен тотоп ыңғырашып ултыра ине. Башланды. Тиҙерәк Фәррәх ҡоҙаһына йүгерергә кәрәк. Уның машинаһы менән тиҙ генә дауаханаға илтеп еткерерҙәр.
Малай көтә Сәлих. Нисә йылдар, өҙөлөп-өҙөлөп, өмөтләнеп малай көтә. Әҙәмгә әйтһәң-әҙәм ышанмаҫ, береһенән-береһе матур ете бөртөк ҡыҙҙары бар, юғиһә. ,,Атайым" тип өҙөлөп торалар, ҡул араһына керә башланылар. Юҡ инде, күңеленең әллә ҡайһы ере китек Сәлихтең. Ағай-эненең мыйыҡ аҫтынан йылмайыуына ҡарамаҫтан, бына быныһы, һигеҙенсеһе, мотлаҡ, малай булыр кеүек. Шуға ла тиҙерәк ошо көндө еткергеһе килә ине, ҡатыны ауырый башлағас аптырап ҡалды. Һигеҙенсегә ауырыһа ла, береһе лә өйҙә, ире алдында үтмәгәйне шул.
Ауыр ҡотола баланан, Хәбирәһе. ,,Тулғағым көслө була шул, стенаға үрмәләһәң дә тап-таман”, – тигән була үҙе. Сәлихтең иң ҡаты ауырыған ваҡыты, ҡунаҡтан һуң башы ауыртыуы күҙ алдына килә.
– Хоҙай ҡушҡас, мин генә нимә эшләтәйем, – тип, хәл араһына кергәндәй итә лә, – Ҡыйын булһа ла, бисә, бер малай алып ҡайтмай туҡтамаҫһың инде, – ти ҙә ҡуя. Табиптар асыуланһалар ҙа, яуабы ҡоро: ,,Әлегә үҙ бисәмә үҙем хужа!" – тип кенә ебәрә.
Ҡоҙаһына йүгергәндә һәр аҙымы һайын, малай булһын, малай булһын" тип, һамаҡлап барҙы, һамаҡлап ҡайтты, Сәлих. Машина килгеләгәнсе Хәбирәһе, тулғағы ебәреп торған арала, иренең күҙенә ҡарап:
– Һин, атаһы, малай тип өмөтләнмә инде, – тине. – Малай тулғағы икенсерәк була,тиҙәр.
Сәлихтең сикәһенә саптылармы ни, тәүҙә ул һүҙһеҙ ҡалды. Ниткән шыр ҡыҙ һуң ул?! Сәлихтең әсәһе, ана, тупырлатып алты малай үҫтерҙе. Туғандары өйләнделәр ҙә икешәр ҙә өсәр малайлы булдылар! Ни юҡ, Сәлихтең юҡ инде! Ошоларҙы уйлап ҡына ҡалманы, бөтә асыуын, донъяға үпкәһен Хәбирәһенә төшөрҙө.
– Ҡыҙ тапһаң, бисә, үпкәләштән булмаһын, теләһәң нәмә эшлә, ныу, барып алыу түгел, әйләнеп тә ҡарамайым, – тип, мәңге әйтмәҫ һүҙҙәрен әйтте. Шул саҡ машина бипелдәне, ваҡытында килде ҡоҙаһы. Тағы әллә нимәләр әйтер кеүек ине ярһыған ир ауырыған ҡатынына.
Дауаханала шунда уҡ Хәбирәне бала табыу бүлмәһенә индерҙеләр. Уны танып бөткәндәр инде бында. Бөтә кешегә лә ете ҡыҙ әсәһе булыу эләкмәй шул. Сәлихтең дә кем икәнен беләләр. Һәр балаһын малай тип көткәнен, ҡыҙ булһа ҡулын һелтәп, табиптарҙы әрләй-әрләй ҡайтып киткәнен, йә ялыу кенәгәһен таптырғанын ҡыҙыҡ итеп һөйләйҙәр. Ләкин әле бер ҡасан да Хәбирәнең күҙендә йәш күргәндәре юҡ ине әле. Һораша торғас, Сәлихтең әйткән һүҙе акушерка Баныу апайға мәғлүм булды. Бик асыуы килде уның Сәлихтең мин-минлегенә. Ҡара әле һин уны, әллә кем бай абызыйҙы,ә!? Теләй – бала таптыра, теләмәй – килеп алмай! Улай булмай торһон әле, ағайым, әҙерәк уҡытып алырға кәрәк!
Баныу апай хәлде тиҙ генә дежурҙағы медсестра Лилиәгә еткерҙе. Был төркөмгә таҙа кәүҙәле санитарка Анна апай ҙа йәлеп ителде. Оҙон-оҙаҡ уйлап торор ваҡыт юҡ, дауаханалағы тәртипте боҙоп булһа ла, Сәлихте тыуым бүлмәһенә саҡырып индерергә булдылар.
Анна апай, малай көтөп ултырған атайҙы: ,,Һине саҡыралар, ҡатыныңдың хәле ауыр", – тип, бүлмәгә индерҙе. Аҡ халат ябыныуҙан бер ҡаушаған Сәлих, бүлмәгә кергәс нимә булғанына төшөнә алмай телһеҙ ҡалды. Ҡатынының бәргеләнеп ыңғырашыуы йөрәгенә үтеп инде. Табиптар ҙа бер ярҙам итмәгән кеүек күренде уға. ,,Хәбирә, Хәбирә, әллә һыу эсеп ҡарайһыңмы?” – тигән булды, аптырағандан. Кит, шул да булдымы һорау?.. Ә был осраҡта нимә эшләп ҡарарға икән һуң? Бүлмә тулы әллә нисә кеше. Бөтәһе лә аҡ халатта, маскала. Шулар янында ҡатыныңдын бала тапҡанын ҡарап тороу оят та кеүек, ҡатыны ла йәл.
Ауҙағы балыҡ кеүек үрһәләнде ир. Иларға ла әйтте, көлөргә лә. Аяғының хәле бөттө. Ултырып ҡына торор ине лә, ултырғыстары ла юҡ икән. Гел әллә ниндәй бейек өҫтәлдәр. ,,Булмаһа, мин сығайым әле, башым әйләнеп китте", – тигән булды Сәлих.
– Юҡ инде, браток! Әҙерәк ҡатыныңдың интеккәнен күр, бүтән ирҙәргә ғибрәт итеп һөйләрһең! Оҡшап китһә, малайыңды үҙең табып бирерһең, бәлки! – тип һөйләй-һөйләй, Анна апай уның юлын бүлде. Ҡулынан килһә, әллә ниҙәр эшләр ине лә бит, тик был осраҡта бөтәһе лә Аллаһы тәғәлә менән табиптар ҡулында шул. Йә, Хоҙайым, шулай әсәһен дә интектереп, үҙе лә интегеп тыуа икән кеше! Ә кинола һуң, кинола. Ҡатындар бер ҡысҡырып ебәрә лә, шалт – малай, шалт – ҡыҙ! Сәлих та тап шулай, кинолағыса рәхәт кенә итеп табаларҙыр, ә ҡатыны үҙен йәлләтергә була ғына ауырыуын күпертәлер, тип уйлай ине, юҡ икән әй. Кем әйтмешләй ,,сәпсим другуй делы" әле бында.
– Анна апай, мин сығайым, сығайым, Анна апаҡайым. Коридорҙа ғына көтәм. Кем генә булһа ла ярай, миңә, ҡыҙ булһа ищеү яҡшы, Хәбирәм генә иҫән ҡалһын, – тип, илап уҡ ебәрҙе Сәлих. Шуны ғына көткәндәй, уның мышҡылдауын баҫып, сабый донъяға беренсе ауазын яңғыратты. ,,Ҡара әле, бала тыуғас та бер ҙә ,,әт-тә" тип түгел, ,,әң-ңә" тип илай икән бит", – тип уйланы Сәлих, трактор майы һеңеп бөткән бармағы менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә. – Әсәйҙәренең интеккәнен белеп, рәхмәт әйтәләрме икән?
– Ҡыҙыҡай! Матуур! Атас ҡына булған да ҡуйған! – тип һөйөнсөләне Баныу апай. Үҙе бала тапҡандай манма тиргә батҡан Сәлих, Хәбирәнән дә нығыраҡ шатланды.
– Булһын, Баныу апаҡайым, була күрһен. Минән һиңә бер күлдәк! Ә һин, Хәбирәкәйем, ҡайғырма, шәпләнегеҙ, йәме! И-и-ииих! – тип, бәхетле атай юлда торған Анна апайҙы ҡосаҡлап үпте лә, сығып китте.
– Елле үбә икән был башҡорт, минең ир улай үбешә белмәй ул, шуға өс балам ғына барҙыр инде, – тип көлдөрҙө Анна апай.
Дауаханала көн буйына һөйләрлек ваҡиға булды был хәл.
,,Үҙе табышҡан" ҡыҙы менән ҡатынын алырға мулдан ҡубып килде ул. Ҡоҙаның машинаһы танырлыҡ та түгел: таҫма-шарҙар тағылған. Ҡулына сәскәләр тотҡан, кейәү егетеләй кейенгән Сәлих менән күстәнәс һалынған ҡаптар тотҡан ҡоҙа, еренә еткереп, бүләк-күстәнәсен бирәһе кешеләренә биреп, рәхмәт әйтеп, бик матур итеп алып ҡайтып киттеләр һигеҙенсе бәпесте – Сәлихәне. Малайы булдымы, тиһегеҙме? Булды, ни эшләп булмаһын! Туғыҙынсы балаһын, тупылдап торған малайын ир таптыра тип түгел, үҙе теләп алып ҡайтты Хәбирә. Ә Сәлихтың донъя теүәлләнде. Малай көтөп тә ҡыҙҙары тыуған йәш атайҙарға өлкәндәрсә аҡыл да ,,һатып" өлгөрә: ,,Һис ҡайғырмағыҙ, ағай-эне, беренсеһе малай булмаһа ни, туғыҙынсыһы, әбизәтелне, малай була инде уның”, – ти...
Шулай. Дөбөрҙәтеп донъя көткән, балалар үҫтергән, малай таптырып мәж килгән матур ваҡыттар күптән артта ҡалған. Сәлих ҡасандыр йүгерекләп йөрөгән дауахана юлын бөгөн улы таҡырайта. Хөрмәтле ҡартатай статусын алған Сәлих, ҡапҡаларҙы шарран-яра асып, үткәндәрен уйлай-уйлай ейәнен ҡаршыларға әҙерләнә.
Гөлнур Ғиззәтуллина.