Сусҡа фермаһы эргәһенән йә мәрйә ҡыҙҙары янынан үткән саҡта һәр ваҡыт "Бисмилла, йә Илаһи илла Алла", тип уҡынып үтә торғайным. Әсәйем мине шулай өйрәтте. Ә ул – мулла ҡыҙы.
Шулай йөрөй торғас, әллә Хоҙай мине яңылыш аңланы, әллә ен-пәрейҙәр бутаны, сусҡа ҡараусы Даша тигән сибәр ҡыҙға ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Мәрйә, ишшу етмәһә, сусҡа ҡарай икеләтә гонаһ. Түҙ, йөрәгем, түҙ инде! Йөрәк түҙә буламы һуң...
Сибәр тигәнем, сибәрлектән ары торорлоҡ, күҙ яуын алырлыҡ шул. Күҙҙәре ут кеүек. Сәстәре күҙҙәренән, билдәре түштәренән, түштәре аяҡтарынан, ҡыҫҡаһы, ыһм... ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ. Май айындағы ҡаймаҡ төҫлө аҡ йөҙлө, йоморо, һөйкөмлө, теремек кенә йән. Ҡулда ғына йөрөтөрлөк сусҡа бәрәсеме ни. Тьфү, әпәт сусҡа, әстәғәфирулла...
Уйланып, уфтанып йөрөнөм-йөрөнөм дә, бер көн түҙемлек сигенә сығып, әсәйемә әйтеп һалдым:
– Дашка исемле килен алып ҡайтам...
– Әстәғәфирулла, ташҡа өйләнмәһәң, ҡыҙҙар бөткәнме һиңә, – тине әсәйем.
Тамам төшөнкөлөккә бирелдем. Ғишыҡ уты көн дә йөрәкте өтә, сыҙар әмәл юҡ.
– Бөгөн Дашканың атаһы менән әсәһе ҡалаға ҡунаҡҡа киттеләр, – Тимерйән дуҫымдың хәбәре бөтөнләй һушты алды.
Ул минең Дашаға ғашиҡ булып йөрөүемде күптән белә. Кис икәүләп Дашкаларҙың өйөнә барырға һүҙ ҡуйыштыҡ, сөнки «бисмилла»ың ни икәнен дә белмәгән Тимерйән күҙ атып йөрөгән Люба исемле ҡыҙ кис уларҙа булырға тейеш икән.
Дашканың атаһы Кириллов бабай ат һарайында йүгән, ышлыя, дилбегә кеүек ат егеү ҡорамалдары әтмәләп, уларҙы дегеткә майлап йомшартыу, төҙәтеү менән шөғөлләнә. Шуға уны "шорник Кирюха" тип йөрөтәләр.
Ул хатта өйөндә лә шул яратҡан шөғөлө менән булаша. Ауылда иң кәрәкле кеше һанала Кириллов бабай.
Атайым Фирғәнәгә ҡунаҡҡа барғанда алып ҡайтҡан аҡ салбарым менән аҡ күлдәгемде кейеп, урамға сыҡҡанда өй тәҙрәләрендә һуҡыр шәм яҡтылары күренә башлағайны. Тимерйән менән татлы хыялдарға бирелеп, йылғаны аша сыҡҡанды ла, сусҡа фермаһы эргәһенән үтеп, Дашкалар өйөнә килеп еткәнде лә һиҙмәй ҡалғанбыҙ.
– Фу! – тине Тимерйән, сусҡа фермаһы яғына ымлап. – Яратмайым шул сусҡа еҫен.
Мин өндәшмәнем, сөнки Дашканы күреү өсөн килгәндә ул еҫтең хушбуй еҫенә бәрәбәр икәнен әйтеп булмай бит инде.
Дашкаларҙың өйө дүрт стеналы. Талдан үреп эшләнгән ситән соланы мал тиҙәге менән һыланған, түбәһе һалам менән ябылған.
Солан ишеген ипләп кенә тартып ҡараныҡ, асылмай – эстән бикләнгән. Туҡылдатып, тауыш биреп ҡараныҡ – яуап биреүсе юҡ. Тимерйән тәҙрәгә барып туҡылдатып та ҡараны – шып-шым.
– Әйҙә, солан башынан төшәйек, – тип ҡотортто ул мине.
Ғашиҡ кеше оҙаҡ уйлаймы ни ул – бер минут үтеүгә, ап-аҡ кейемемде лә йәлләп тормайынса, солан башындағы һаламды аҡтара инем. Ниәтем – солан эсенә төшөп, ишекте эс яҡтан асыу.
Бәүелеү тынысланғансы, солан түбәһенең урҙаһында аҫылынып торҙом да, берәй нәмәгә ҡаҙалып ҡуймайым, тип, турараҡ төшөргә тырышып, ҡулдарҙы ысҡындырҙым... Аҫҡа төҙ генә тешәүен-төштөм дә ул, тик тәнем, ни ғәжәптәндер, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Был ҡурҡыныс урындан тиҙерәк ҡотолайым, тип, аяғымды ҡалҡытҡайным, нимәгәлер төртөлөп, ҡолап киттем. Тиҙ генә аяғүрә баҫа һалып, Тимерйәнде индереү өсөн солан ишегенән тышҡа сыҡтым. Мине күргәс, Тимерйәндең ике күҙе лә тулы айҙай ҙурайҙы, ауыҙын уҫлаптай итеп, бик сәйер тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, һә, тигәнсе ситән аша һикереп, картуф баҡсаһын тапай-тапай, әллә ҡайҙа олаҡты. Мин аптыраштан улай-былай һикерәңләй торғас, салбарымдың төҫө аҡ түгеллегенә иғтибар иттем. Әммә ләкин салбар ҡайғыһы юҡ – бысранғандыр. Тимерйәнгә ни булды, ниңә ул хәтлем итеп ҡысҡырҙы ул? Шул саҡта ғына үҙемә иғтибар иттем. Йә, Хоҙай! Мин, күрәһең, "шорник Кирюха"ның соландағы дегет тултырылған ҙур ағас мискәһенә төшөп, шуның менән ҡуша ҡолағанмын... Баштан-аяҡ, бит-башыма тиклем дегеткә буялып – әле генә ап-аҡ кейемле кеше ҡап-ҡара булып, кире килеп сыҡҡанмын. Нисек Тимерйәндең йөрәге ярылмаған тиң! (Һүҙҙән алға китеп әйтеп үтәйем: ҡото осҡан уның шулай ҙа – ғүмер буйы аҡ менән ҡара төҫтө бутап ыҙаланы. Ҡот ҡойҙороп ҡараһалар ҙа, файҙаһы теймәне: гелән "сусҡа төшөп" тик торҙо).
Тиҙ генә дегетле аяҡтарымды һөйрәп, юлда осраған ситән кәртәләрҙе буяй-буяй, Тимерйән артынан йылға буйына һыпырттым. Йыуынып тороуҙың файҙаһы юҡ ине, кейемдәрҙе сисеп, йылғаға ағыҙып ебәрергә тура килде.
Кеше-маҙар күҙенә күренмәй, картуфлыҡтар аша ғына килеп, гармунсы Әхиәрҙең кейемдәрен кейеп ҡайтырға тура килде. Кейеме-кейем дә ул, ә бына башты таҙартып алыуға бер йыллыҡ "Ленинсе" гәзитенең подшивкаһы әрәм булды. Гәзиттән башҡа, ул дегет тигән нәмә бер төрлө һабынға ла бирешмәй икән дә...
Әйткәндәй, бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды буяй, тиҙәр. Буш һүҙ. Хатта бер мискә дегет минең баллы, балалы ғүмеремде буяй алманы: ҡатыным менән икәүләп, дегет кеүек ҡарасман ике ул, һөттәй аҡ ике ҡыҙ үҫтерҙек.
Тик шуныһы үкенеслерәк: бөгөнгө көн булһа, һәр балаға 250-әр мең һум аҡса алып, миллионер булыр инек. Бер уйлаһаң, эш аҡсаламы ни – танауыма дегет еҫе бәрелһә, йәш саҡтарыма ҡайтҡандай булам, әле лә үҙемде егеттәр кеүек тоям... Әммә әсәйемдең һүҙҙәрен һис онотмайым: йәш саҡтағы ваҡиғанан һуң сусҡа фермаһынан йә мәрйәләр янынан үткән саҡта ике тапҡыр "Бисмилла, йә Илаһи илла Алла", тип уҡынып үтәм...
Роберт ҒИМРАНОВ.