Тәғәйен ауылға барып еткәс, беҙҙе шундағы СПТУ-ның ятағына урынлаштырырға булдылар. Унда ике ятаҡ бар икән: береһендә — ҡыҙҙар, икенсеһендә егеттәр йәшәй. Беҙҙе төрлө бинаға һалырға ҡарар иткәндәр.
— Ҡәҙим ағай менән йәш егет теге корпуста йәшәйәсәк, ә апайҙар бында ҡала, — тип комендант асҡыс һуҙҙы.
Программа буйынса клубта, училищела, мәктәптә осрашыуҙар булырға тейеш. Ә ауылда телефон тотмай. Әгәр ҡайҙалыр барайыҡ тиһәк, йә берәй һорау тыуһа, беҙгә бер корпустан икенсеһенә йүгерергә тура киләсәк. Улай уңайһыҙ. Үҙ-ара кәңәшләштек тә, беҙҙе бер бинала урынлаштырыуҙарын һорарға булдыҡ. Ҡәҙим ағай менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина коменданттың эргәһенә килеп баҫты. Ә беҙ Гөлфиә апай менән ишек төбөндә тороп ҡалдыҡ.
— Беҙҙе айырмағыҙ. Ошо корпуста бергә урынлаштырһағыҙ, шәп булыр ине, — ти Фәрзәнә апай.
Һүҙгә Ҡәҙим ағай ҙа ҡушылды:
— Эйе, беҙгә улай уңайлыраҡ. Ни тиһәң дә, беҙ бала-саға түгел дә инде.
Комендант аптырап уларға ҡараны. Шунан беҙҙең яҡҡа боролдо.
— Һеҙ ҙә ошо егет менән бергәме?
— Әлбиттә, — тине Гөлфиә Юнысова. — Беҙ бит бер төркөмдә.
Нимә тип әйтергә белмәй, ҡабул итеүсе ҡатын бер аҙ шымып торҙо. Шунан “хәҙер етәкселек менән һөйләшеп алам” тип юҡ булды.
Күп тә үтмәй, комендант кире килде:
— Һеҙ ни тиклем генә абруйлы кешеләр булһағыҙ ҙа, теләгегеҙҙе үтәй алмайым. Ир менән ҡатынды бер бүлмәгә һалып булмай.
— Туҡтағыҙ әле, ниндәй бер бүлмә? — Көтөлмәгән хәбәрҙән Фәрзәнә апай шарҡылдап көлөп ебәрҙе. — Беҙ бит бер корпуста, әммә ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы айырым бүлмәләргә урынлаштырыуҙы һораныҡ.
— Ниңә беҙҙән көләһегеҙ? Шул тиклем әҙәпһеҙ кешеләргә оҡшағанбыҙмы әллә? — Гөлфиә апай ҙа сығырынан-сыҡты.
Комендант беҙҙе дөрөҫ аңламаған икән. Уңайһыҙланып, бите ҡып-ҡыҙыл булды. Тиҙерәк ғәфү үтенергә ашыҡты:
— Бында ситтән гастролгә килгән артистар гелән бер бүлмәгә урынлаша, шуға бындай хәлгә өйрәнеп тә киткәнбеҙ, — тине ул, аҡланып.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.